Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт донъяһы
20 Сентябрь 2019, 14:00

Һарытауҙағы башҡорт ауылдары тарихынан

Ҡалмыҡ ханлығы Рәсәй империяһына тулыһынса буйһондоролғандан һуң, Волга аръяғындағы буш ятҡан үҙләштерелмәгән далаларға төрлө улыстарҙан башҡорттар күпләп күсә башлай. Хәҙерге Һарытау өлкәһе биләмәһендә Пугачев һәм Перелюб райондары составында Селекле йылғаһы буйында Байғондо (Һарыш), Күсембәт (Ҡатай), Ишембай (Юлдашбай), Күҙәбай, Ҡунаҡбай (Бөрйән), Мәҡсүт (Бишул), Бәғәнәш (бөгөн Бобров Гай) йәки Ҡондоҙло кеүек башҡорт ауылдары барлыҡҡа килә. 2002 йылғы Халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы, өлкәлә 3988 башҡорт теркәлгән.

Рәүиз яҙмаларында – боронғо хәҡиҡәт.


Ҡалмыҡ ханлығы Рәсәй империяһына тулыһынса буйһондоролғандан һуң, Волга аръяғындағы буш ятҡан үҙләштерелмәгән далаларға төрлө улыстарҙан башҡорттар күпләп күсә башлай. Хәҙерге Һарытау өлкәһе биләмәһендә Пугачев һәм Перелюб райондары составында Селекле йылғаһы буйында Байғондо (Һарыш), Күсембәт (Ҡатай), Ишембай (Юлдашбай), Күҙәбай, Ҡунаҡбай (Бөрйән), Мәҡсүт (Бишул), Бәғәнәш (бөгөн Бобров Гай) йәки Ҡондоҙло кеүек башҡорт ауылдары барлыҡҡа килә. 2002 йылғы Халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы, өлкәлә 3988 башҡорт теркәлгән.


Байғондоға кем нигеҙ һалған?


Ҡунаҡбай (Бөрйән) ауылына XVIII быуат аҙағында башҡорттар нигеҙ һалған. Ул шулай уҡ Ырымбур губернаһының Үрге Урал өйәҙендә (хәҙерге Баймаҡ районында) урынлашҡан 6-сы кантондың Бөрйән улысындағы Хәсән атамаһы менән дә билдәле булған. Ауылға нигеҙ һалған Ҡунаҡбай Бейешев менән Хәсән Бейешев – туғандар. Һуңыраҡ бында шулай уҡ 6-сы кантондың Мәмбәт ауылынан (хәҙерге Баймаҡ районы) башҡорттар күсә башлай. Мәмбәт халҡы ла бөрйәндәр. 1834 йылғы VIII рәүиз яҙмаларында Ҡунаҡбай Бейешевтең улдары һәм ейәндәре хаҡында мәғлүмәттәр бар: 50 йәшлек Амангилде Ҡунаҡбаев, уның улдары – 15 йәшлек Мөхәмәтҡол (ҡатынына – 25 йәш), Әбүбәкер, Ғүмәр, Абдрахман; 45 йәшлек Муллагилде Ҡунаҡбаев һәм уның балалары Әйүп, Әхмәтсафа; 40 йәшлек Юлдашкилде Ҡунаҡбаев; 30 йәшлек Йосоп Ҡунаҡбаев. 1816 йылда ауылда – 35, ә 1850 йылда 93 ир-егет иҫәпләнгән. 1897 йылда унда 284, 1918 йылда иһә 595 кеше йәшәгән. Һарытау губернаһының Ҡунаҡбай ауылына Ырымбур губернаһының Үрге Урал өйәҙенән яңынан-яңы ғаиләләр күсеп килеүен дауам иткән. Атап әйткәндә, 1834 йылда алты ғаилә (15 ир-егет һәм 14 ҡатын-ҡыҙ – Дәүләтбаевтар) Ҡунаҡбай халҡын тулыландыра.


Байғондо (Һарыш) ХIХ быуат аҙағына тиклем Байғолдо тип аталған. Биләмәгә нигеҙ һалыусыларҙың улдары Байғолдин фамилияһын йөрөткән. Шуларҙың береһе – Солтанморат Байғолдин (1789 – 1828). 1834 йылғы рәүиздә уның улдары 15 йәшлек Ишморат (ҡатынына – 20 йәш) һәм 13 йәшлек Мөхәмәтрәхим телгә алына. Ауылға Һарыш-Ҡыпсаҡ түгел, ә Ҡарағай-Ҡыпсаҡ улысы башҡорттары нигеҙ һалған. Улар сығышы буйынса Билал, Һәмән, Өмөтбай (Баймаҡ районындағы), Нуралы (әлеге Әбйәлил районының Таҡһыр ауылынан бүленеп сыҡҡан һәм һуңыраҡ юғалған), Тимер (хәҙерге Бөрйән районындағы) ауылдарынан булған. Байғондола һарыштар күп түгел.


V (1795 йыл) һәм VI (1811 йыл) быуаттарҙағы рәүиз яҙмаларында Байғондо кешеләре 6-сы кантондың Үрге Урал улысы ауылдарында теркәлгән. Тимәк, Байғондо ауылы 1811 һәм 1815 йылдар арауығында барлыҡҡа килгән, сөнки ул 1816 йылда үткәрелгән VII рәүиз мәғлүмәттәрендә генә телгә алынған. Ул осорҙа ауылда 24 ир-егет йәшәгән. Шул уҡ ваҡытта был рәүиздә ауыл яңылыш Байгилде тип аталған. 1842 йылға унда халыҡ һаны кинәт артып киткән: 35 ғаиләлә 144 ир-егет һәм 116 ҡатын-ҡыҙ теркәлгән. Үрге Урал улысының Ҡарағай-Ҡыпсаҡ ырыуы башҡорттары ситкә киткән байғондоларҙы ҡайтанан ҡабул итергә әҙер булған. Күсеп киткәндәр өсөн улар хатта Күгиҙел йылғаһы буйынан ер бүлергә лә теләк белдергән. Байғондо ауылы халҡы исеменән бында урядник Ҡунаҡбай Яуҡаев килгән. 1834 йылда Ҡунаҡбайҙың атаһы Дәүләтбай отставкалағы поход старшинаһы булған. Дәүләтбай Ҡаҙаҡбай улы Яуҡаевтың өс ҡатындан (55, 41, 38 йәшлек) алты ҡыҙы, 11 улы һәм өс ейәне булған. Улдарының һәм ейәндәренең исемдәре: 1813 йылғы Өмөтбай, уның улдары Хызыр Ильяс һәм Ырыҫмөхәмәт; 1816 йылғы Алтынбай, улы Абдулла; 1814 йылғы Өмөтҡужа; 1816 йылғы Иҙелғужа; 1820 йылғы Ибраһим; 1816 йылғы Ҡунаҡбай; 1823 йылғы Мөхәмәтйән менән Мөхәмәтшәриф; 1826 йылғы Ахунйән; 1831 йылғы Ғайса; 1833 йылғы Ишмөхәмәт.


Байғондо халҡының ырыу составына Бөрйән, Ҡыпсаҡ, Юрматы вәкилдәре ингән. Юрматы ырыуынан Ҡурҡамғол Ураҙғоловтың ғаиләһе (улдары Иҫәнгилде, Иҫәнбай, Мырҙабай) билдәле. Ул Байғондоға 1813 йылда Стәрлетамаҡ өйәҙенең 7-се кантонынан күсеп килгән. Ауылда йәшәгән 192 кеше Күсембәт ауылы мәсетенә йөрөгән.


Шәжәрәләр ни һөйләй?


Күсембәт (Ҡатай) ауылында 1816 йылда – 140, 1834 йылда – 180, 1850 йылда иһә 184 кеше йәшәгән. 1834 йылда 31 йортта биш полигам ғаилә теркәлгән. 1897 йылда 65 йортта – 349, 1918 йылда 342 кеше иҫәпләнгән. Күсембәт халҡының ырыу составы күп төрлө. 1842 йылда ерҙе ҡаҙнаныҡы тип иғлан итеү һөҙөмтәһендә башҡорттар үҙҙәре тыуған биләмәләргә кире ҡайтыу теләген белдерә. Стәрлетамаҡ өйәҙенең Табын улысына (6-сы кантон) – өс, Үрге Урал (6-сы кантон) һәм Ырымбур (9-сы кантон) өйәҙҙәренә – 13, 6-сы кантондың Бөрйән улысына – дүрт, Ҡатай улысына (Үрге Урал өйәҙенең 6-сы кантоны) ун ғаилә күсергә ниәтләгән. Улар араһында шулай уҡ Ҡыпсаҡ һәм Юрматы вәкилдәренән берәр ғаилә булған.

Мәғлүмәттәргә күҙ һалһаҡ, халыҡ араһында ҡатайҙарға ҡарағанда табындарҙың күберәк булыуын асыҡларбыҙ. Күсембәттең икенсе атамаһы Ҡатай булған, был ауылға нигеҙ һалған Күсембәттең Ҡатай ырыуынан булыуына бәйлелер. Шул уҡ ваҡытта рәүиз яҙмаларында уның да, балаларының да исемдәре теркәлмәгән. Әле Күсембәттә йәшәгәндәрҙең бер өлөшөн юҡҡа сыҡҡан Ишембай (Юлдашбай) ауылы халҡы тәшкил итә.


Ишембай (Юлдашбай) ауылының рәсми булмаған Бишул тигән атамаһы ла бар. Был иһә ауылда Бишул-Табын ырыуы башҡорттарының йәшәүе хаҡында һөйләй. Ауыл 1817 – 1833 йылдарҙа барлыҡҡа килгән. 1816 йылғы халыҡ иҫәбен алыу барышында ауыл теркәлмәгән, ә 1834 йылда инде иҫәпкә алынған. Ул дәүерҙә биләмәлә 19 ихата һәм 74 ир-егет иҫәпләнгән. Күсеп килгән тәүге кеше 90 йәшлек Ишембай Йәнбәков булған (1744 йыл). Уның улы Әбделмән (балалары Хөснөтдин, Сәйфетдин, Әхмәтдин, Мөхәмәт, Мөхәмәтйәр). Ауыл Юлдыбай тип рәсми үҙгәртелгәнгә тиклем дә ике атама (Ишембай-Юлдашбай) йөрөткән. Юлдашбайҙың ике улы һәм ейәндәре билдәле: 1778 йылғы Сәйфулла Юлдашбаев (улдары Ихсан, Ғилман, Вилдан); 1780 йылғы Ғәбделғафар Юлдашбаев. 1850 йылда ауылда – 128, 1897 йылда – 375, 1918 йылда 648 кеше йәшәгән. Халыҡтың ырыу составы: 16 кеше (шул иҫәптән Юлдашбаевтар) – Табын улысынан, бер кеше (Әлмөхәмәт Айсыуаҡов) Бәләбәй өйәҙендәге 12-се кантондың Сурай ауылынан күсеп килгән. Күрпәс-табындар сығышы буйынса 6-сы (Үрге Урал өйәҙе) һәм 9-сы (Ырымбур өйәҙе) кантондарынан булған. Ауыл Күҙәбай мәсете мәхәлләһенә ҡараған. Бөгөн был ауыл юҡ инде.


1816 йылда Мәҡсүттә (Бишулда) – 47, 1834 – 140, 1850 йылда 149 кеше иҫәпләнгән. Ауыл атамаһы антропонимдан барлыҡҡа килгән. Әммә 1834 йылғы рәүиз материалдарында Мәҡсүт тә, уның улдары ла телгә алынмай. Халыҡтың ырыу составы: 1834 йылда 32 кеше (Акировтар ғаиләһе) – Күрпәс-Табын улысынан, икешәр кеше – Йомран-Табын, Үҫәргән һәм Ҡыпсаҡ улыстарынан, дүртәүһе – Яйыҡ-Суби-Мең улысынан, ҡаҙаҡтарҙан иһә – ете кеше.


Мәҡсүт – Акировтарҙың йәнтөйәге. Улар барыһы ла – Сәфәрғәле Акировтың балалары. Ҡайһы берҙәрен һанап үтәйек: 1784 йылғы Мөхәмәтғәле Акиров, дүрт ҡатындан уның дүрт ҡыҙы, биш улы (Мөхәмәтвәли (уның улы Мөхәмәтхәсән), Мөхәмәтрәхим, Мөхәмәтбаҡый, Мөхәмәтәмин, Мөхәмәтсадиҡ. 1821 йылда Мөхәмәтғәле 14-се класлы чиновник булып китә. Был дәрәжә уға дворянлыҡ хоҡуғын бирә.


Аҫаба башҡорттар


1672 йылда Мишәр-Юрматы улысы башҡорттары Күсәй Бикешев бер төркөм иптәштәре менән Күрпәс-Табын улысы башҡорттарынан Ерекле, Һамар һәм Суҡсанлыҡ йылғалары буйлап Нуғай яғындағы Һамар түбәһенән аҫаба ер ала. Юрматы ырыуы башҡорттары тарафынан Оло Ырғыҙ һәм Кәмәлек йылғалары ярында Күҙәбай һәм Ғабдулла (Мишәр) ауылдарына нигеҙ һалына. Күҙәбай (Ҡаһарман) ауылы ХIХ быуаттың 20-се йылдарында улыс үҙәгенә әүерелә. 1816 йылда ауылда – 47, 1834 йылда иһә – 106 ир-егет, 1850 йылда йәмғеһе – 141, 1897 йылда – 466 (88 йорт), 1918 йылда 651 кеше иҫәпләнгән.


1834 йылғы рәүиз мәғлүмәттәренә ярашлы, 30 ғаилә башлығының етәүһе икешәр ҡатынлы булған. Ауылға беренсе күсеп килгән Күҙәбайҙың улдары ла теркәлгән. Улар 1774 йылғы Хөсәйен, 1780 йылғы Ғүмәр (уның улдары Йосоп, Яҡуп, Хәлит) Күҙәбаевтар. ХIХ быуат башында ауыл Ҡаһарман тип аталған. Ҡаһармандың Солтангәрәй, Солтангилде, Дәүләтбай исемле улдары билдәле. 1833 йылда Үрге Урал өйәҙенең 6-сы кантонынан Мөхәмәтхәсән Айытҡужин менән Ишҡол Ишһариндың ғаиләләре ауылға күсеп килә.


Селекле йылғаһы буйындағы Бәғәнәш (Ҡондоҙло) ауылы хәҙер Бобров Гай тип атала. 1816 йылда унда – 72, 1834 йылда – 60, 1850 йылда иһә 204 кеше иҫәпләнгән. Бәғәнәш – антропоним. Әммә 1834 йылғы VIII рәүиз материалдарында уның тураһында ла, балалары хаҡында ла мәғлүмәт юҡ. Шулай ҙа уға Стәрлетамаҡ өйәҙенең 7-се кантонында урынлашҡан Бәғәнәш-Абукан ауылынан сыҡҡан Мең ырыуы башҡорттары нигеҙ һалыуы билдәле. Бәғәнәштең ырыу составы: алты ғаилә – Бөрйән һәм Ҡыпсаҡ, 14-е – Мең улыстарынан. 30 ир-егет һәм 19 ҡатын-ҡыҙҙың 6-сы кантондың 6-сы тирмәһендәге Мәмбәт ауылынан (әле Баймаҡ районы) килеүе билдәле. 1929 йылдан бында башланғыс мәктәп эшләгән, һуңыраҡ ул ете йыллыҡ итеп үҙгәртелгән. 1956 йылда иһә уны тағы ла башланғыс мәктәпкә ҡалдыралар һәм балаларҙы туған телдә уҡытыуҙы туҡтаталар.
Читайте нас: