Башҡорт донъяһы
20 Сентябрь 2019, 07:30

Беҙ – Һарытау башҡорттары

Һарытау өлкәһенең Пугачев ра­йонында 61738 кеше, 60-тан ашыу милләт вәкиле йәшәй. 2012 йылғы мәғлүмәттәр буйынса, 87 проценты – башҡорттар.

Һарытау өлкәһенең Пугачев ра­йонында 61738 кеше, 60-тан ашыу милләт вәкиле йәшәй. 2012 йылғы мәғлүмәттәр буйынса, 87 проценты – башҡорттар.


Пугачев районында ике башҡорт ауылы бар – Мәҡсүт һәм Бәғәнәш (Бобров Гай). Башҡорттар – Һарытау өлкә­һенең төп халҡы, улар бында аҫаба ерҙәрендә йәшәй. Хәрби хеҙмәтте үтә­гәндәр, походтарҙа ҡатнашҡандар, Уралға тиклем көнсығыш-көнбайыш территорияны һаҡлағандар. Төбәктең иҡтисади һәм башҡа яҡлап үҫешендә уларҙың өлөшө ҙур.


XVII быуатта нигеҙ һалынған Мәҡсүт ауылы борон бик ҙур булған, тиҙәр. Бер осонан икенсеһенә ҡунаҡҡа барыр өсөн кешеләр хатта ат еккән. Әммә уҙ­ған быуаттағы аслыҡ халыҡты ныҡ ҡырған. Ауылыбыҙ йәмле Кәмәлек буйында урынлашҡан. Уның Бишул тигән икенсе исеме лә бар, ә нигеҙ һалыу­сы­һы – Мәҡсүт. Беҙҙә балалар яҙыу­сыһы Исмәғил Көҫәпҡолов тыуған. Уны “Шаулы йылдар” әҫәре аша беләләр.


Ауылыбыҙҙың тағы бер үҙенсәлеге – ләләле дала. Ул – тәбиғәт ҡомарт­ҡы­һы, Һарытау өлкәһенең үҙенсәлеге, ланд­шафт һәм биологик яҡтан байлығы.


Беҙҙә тәүге ҙур байрам 1999 йылда ойошторолған һәм ул “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” тип аталған. Шунан Республика халыҡ ижады үҙәге етәксеһе Байрас Ишбирҙин ярҙамында сиратта­ғыһы – “Йыйын” 2016 йылдың авгусында уҙғарылды. Ә инде 2018 йылда ойошторолған сараны Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, Халыҡтар дуҫлығы йорто менән бергә үткәрҙек.


2015 йылдан башҡорт бейеүҙәре, уҡтан атыу, ҡурай, ҡумыҙ кеүек музыка ҡоралдарында уйнау буйынса оҫталыҡ дәрестәре уҙғарылып килә. Беҙ бының өсөн сикһеҙ рәхмәтлебеҙ һәм ҡыуана­быҙ. Балалар бик теләп йөрөй ул сараларға.


Һарытау башҡорттары араһында рухлы кешеләр бик күп. Шуларҙың береһе – Тәнзилә апай Байсәләмова. Ул шәжәрәләр төҙөү, телде үҫтереү, мәҙәни саралар ойоштороу өсөн күп көс һала.


Аҡһаҡалдарыбыҙ Рауил Туҡсурин һәм Ғәбдерәүеф Бейешевтар халыҡ йырҙарын, айырыуса “Кәмәлек”, “Тәф­тиләү”, “Илсе Ғайса” кеүек оҙон көйҙәрҙе бик оҫта, боронғоса итеп башҡара.


Һарытау башҡорттары ҡоролтайы киләсәктә беҙҙең ауылдарҙа үтһен ине, сөнки уны ҡалала ойошторғас, 450 саҡрым ара үтеп, милләттәштәребеҙ бара алмай ҡала. Бик йыраҡ бит. Перелюб районында йәшәгәндәргә тағы ла йырағыраҡ. Халыҡтың ҡатнашырға теләге бик ҙур, әммә тотош ауыл тота килеп сығып китә алмай. Мәҡсүттә йәки Бәғәнәштә уҙғарһаҡ, тирә-йүндәге башҡа башҡорттар ҙа йыйылыр ине.


Башҡорт әүҙемселәренең береһе – Ҡуғаҡбай ауылынан уҡытыусы Зәлифә Ҡунаева апай. Ул көн иткән Перелюб районында Байғунды (Һарыш), Күсембәт (Ҡатай), Күзәбай (Ҡаһарман), Ҡунаҡбай (Бурйән) ауылдарында башҡорт халҡы йәшәй. 1928 йылға тиклем Күзәбай ауылы башҡорт улысы үҙәге булған һәм уға ун ауыл ҡараған. 1918 йылда ауылда ике мәсет булған һәм 600-ҙән ашыу кеше йәшәгән. Бөгөн 33 кеше йәшәй, күпселеге – пенсионерҙар. Иң өлкән кешегә – 78, иң кесеһенә – 2 йәш. Бер уҡыусы ҡыҙ ҙа бар, көн дә уның артынан автобус килә һәм күрше Калинин ауылындағы мәктәпкә алып бара. Ауылда китапхана филиалы эшләй. 26 августа Роберт Юлдашев етәкселегендә ҙур хәйриә концерты үтте. Кәмәлек башҡорттары уларға ифрат рәхмәтле. Концерт шәп булды.


Күрше Ҡунаҡбай ауылында 44 кеше йәшәй, 83 йәшлек ике аҡһаҡал бар. Иң кесе кеше августа тыуҙы. Калинин мәктәбендә бынан да өс бала уҡый. Ул ауылда ла бик күп башҡорттар йәшәй, әйткәндәй. 30 июндә – Лилиә Ишемйәрова, 10 июлдә Артур Туҡтағо­лов һәм Бибисара Азаматова ҡатнаш­лығында концерттар уҙҙы.


Тулы дөйөм белем биреү мәктәбе Күсембәттә генә бар, унда 60 уҡыусы уҡый. 1957 йылға тиклем башҡорт теле өйрә­нелгән, хәҙер туған телде өйрәнеү юҡ. 2008 йылда ауылда мәсет асылды.


Үкенескә ҡаршы, йәштәрҙең күбеһе туған телде аңлаһа ла, туҡһан проценты тиерлек башҡортса аралашмай. Бында милләтебеҙ ассимиляцияға бирелгән.


Мин үҙем Башҡортостанда уҙған бик күп сараларҙа ҡатнаштым: Бөтә Рәсәй башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары съезында ла, V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында ла. Республика менән даими бәйләнештә торорға тырышам.


Һарытау өлкәһе,

Мәҡсүт ауылы.
Читайте нас