24 сентябрҙә Һарытау өлкәһендә Башҡортостан мәҙәниәте һәм мәғарифы көнө үтә.
Һуңғы йылда республикабыҙҙа ҙур үҙгәрештәр бара. Нисәмә йылдар дауамында көрсөккә килеп терәлгән төбәк ниндәйҙер майҙанға, асыҡтан-асыҡ фекер алышыуға күсте. Республика быға тиклем эшләп киткәндә үк үҙен тәүәккәл, хәл иткес мәлдә аныҡ һәм етеҙ фекерен әйтә белгән, ғәмәле менән һүҙен нығытып ҡуйып танылған Радий Хәбиров ҡайтып төшкән көндән ең һыҙғанып эшкә тотондо. Уның иң төп фекере – халыҡ лайыҡлы йәшәһен өсөн республиканың кешелек һәм тәбиғи потенциалын файҙаланып, төбәккә инвестициялар йәлеп итеү, иҡтисадты үҫтереү.
Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев менән “Башҡортостан” гәзитендә ойошторолған иң һуңғы тура бәйләнештә, Төркиәлә үткән башҡорт һабантуйын хәтерләп, унда Радий Фәрит улының тиҙ арала ҡаланың ситендә генә ойошторолорға тейешле байрамды Истанбулдың уртаһына күсерә алыуы хаҡында берсә һоҡланып, берсә тәүәккәллеге менән ғорурланып хәтерләгәйне. Һуңғы көндәрендә лә Рауил ағай шағир Шәйехзада Бабичҡа һәйкәл асылыуына бик ҡыуана ине.
Ҡыуанмаҫлыҡ та түгел шул: тотош бер быуат көтөп алынған ваҡиға ине был. Башҡортостан Автономияһының 100 йыллығы киң билдәләнгән, шағирҙың вафатына 100 йыл тулған йылда һәйкәл асылыуы ул тарихи хәҡиҡәт тантанаһы төҫлө булды.
Ғөмүмән, V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы эшлекле тәҡдимдәре, республиканың беренсе етәксеһе тарафынан яңы тәҡдимдәр индерелеүе, аныҡ эштәргә нигеҙ һалыныуы менән тарихҡа инеп ҡалды. Бөгөн дә шул сараның ҡабул ителгән программалары үҙ эшен дауам итә.
Республика етәксеһенең һәр эш көнөндә нимә атҡарыуы, кемдәр менән осрашыуы тураһында “Бәйләнештә”, “Инстаграм”, “Класташтар” кеүек социаль селтәрҙәрҙә таныштыра барыуы тураһында айырым әйтеп китәм. Замандаштар ҙа фекерҙәрен, проблемаларын уға туранан-тура хәбәр итә. Бер ҡараһаң, был башта хатта сәйер күренеш кеүек тойолдо: һуң беҙҙә тәнҡитләп, һүҙебеҙ етәкселеккә еткерелмәй, тип зарланырға ғына яраталар ҙа инде. Ә бында, киреһенсә, һорауҙарға яуап бергә эҙләнә, аныҡ талаптар ҡуйыла, мәсьәләләргә бәйле һәр кемгә эш тә ҡушылды.
Яңы етәкселектең республикала ғына түгел, унан ситтә йәшәгән милләттәштәр өсөн башҡорт телен уҡытыу, әсбаптар менән тәьмин итеү мәсьәләһенә ҙур иғтибар биреүе – күптән иғтибар талап иткән проблема. Ғаризалар яҙып, туған телебеҙҙе өйрәнергә теләүебеҙҙе белдереп ҡалыу ғына етмәй бөгөнгө заманда, ә баланың уҡыу процесына ата-әсә хәҙер әүҙем ҡушыла, уның теләгәненә ярашлы белем ала улы йәки ҡыҙы. Ошо уңайҙан туған телде өйрәнергә, башҡорт теленең мөмкинлектәрен файҙаланып, уны донъя кимәленә алып сығыу хаҡында әйтә республика етәксеһе. Барыһы ла үҙебеҙҙән тора. Башҡорт телен үҫтереү һәм һаҡлау фондының эшмәкәрлеге йәнләнде, сөнки йәш быуында телгә ҡарата мөнәсәбәт ыңғай яҡҡа үҙгәрҙе, йәштәрҙә телгә ихтыяж артты.
Һуңғы осорҙа мәктәптәргә, мәҙәни усаҡтарға ремонт яһала, уларҙың һүнгән уттары ҡабат тоҡана. Яңы полилингваль мәктәп булдырыу – был, ғөмүмән, башҡорт мәғарифы ғына түгел, Рәсәй, донъя кимәлендәге яңы офоҡ. Башҡорт теле менән бергә башҡа бер нисә сит телде лә өйрәнәсәк балалар. Был – заман талабы.
Юғары белемле йәштәрҙе республикаға йәлеп итеү эшен дә башланы, Себер юлында йөрөгән ир-егеттәр менән дә осрашты Радий Хәбиров. Башҡалар тарафынан юғалтылған ышанысты ҡайтарыуы һис еңел түгел, әммә ул ҡулынан килгәндең барыһын атҡарырға тырыша. Республикалағы милли кадрҙар мәсьәләһе – уның өсөн иң мөһиме.
М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында асылған яңы төркөм тап башҡорт телен үҫтереү өсөн булдырылды. Шарттар тыуҙырыла, эшләйек, фекерҙәр, яңы тәҡдимдәр индерәйек! Беҙҙең ғәзиз телебеҙ беҙгә кәрәк!
Торатау тураһында ла Радий Фәрит улы үҙенең асыҡ фекерен әйтте. Киләсәктә ул ерҙәребеҙ тарихи-мәҙәни ҡомартҡы урынына әүерелер. Торатауҙа йыл да уҙасаҡ байрам – был ерҙәрҙе һаҡлап, яҡлап ҡалыу өсөн ойошторолған эштең дауамы ул. Тәбиғәт ҡомартҡыларын яҡлауын, уларҙы халыҡ ҡурсалауын иҫәпкә алып, унда геопарк булдырырға кәрәклеген әйтте Р. Хәбиров.
Өфөләге йәмәғәт транспортындағы тәртип күҙгә күренеп үҙгәрҙе. Микроавтобустарҙа, “пазик”тарҙа – һәр ерҙә хәҙер карточка менән түләп була, транспортта таҙалыҡ, тәртип һаҡлана. Уңайлы туҡталыштар ҙа заманса йыһазландырыла башланы: телефон иҫәбенә аҡса һалып китергә була. Улар йылылыҡ менән дә тәьмин ителәсәк.
Юлдарға иғтибар иткәнегеҙ бармы? Һуңғы осорҙа Өфөлә юлдар төҙөкләндерелә, республика буйлап арыуланды асфальт теҙмә.
Бер мәл ҡайһы бер райондарға барып төшөп, кемдең хужа икәнен дә асыҡлап булмай ине. Әйтерһең, хакимиәт башлығы шул хакимиәттә эшләгәндәргә генә етәксе. Бөгөн Радий Фәрит улы район хакимиәте башлыҡтарына ҡарап бер һүҙ әйтте: “Районда етәксе берәү. Ул – хакимиәт башлығы. Барыһы өсөн дә унан һораласаҡ”. Тәртип һәр ергә хужаларса мөнәсәбәттән башлана. Был үҙенә күрә башҡорт халҡының боронғо традицияларына, аҫабалыҡ күренешенә бәйле хоҡуҡ, хис-фекер, ер һәм ил тойғоһо. Башҡортта һәр кем үҙен ошо ер һәм ил өсөн яуаплы тойған, ә етәксеһе халыҡтың рухи һәм тарихи потенциалын белгән, аңлаған заттан һайланған. Хәҙерге заман Башҡортостан халҡының эске ынтылыш-ниәттәрен тойоп, республика күпселек тауышын Радий Фәрит улына бирҙе.
Рәсәй төбәктәрендә йәшәгән, сит илдәрҙә көн иткән милләттәштәребеҙ менән аралар өҙөлөп бөткәйне тиерлек. Уҙған быуатта ятып ҡалған үҙ-ара хеҙмәттәшлек хаҡындағы килешеүҙәр ҙә онотолғайны. Бына, ниһайәт, Һамар өлкәһе башҡорттары менән осрашып ҡайтты Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзалары, тирмәләр, милли кейемдәр бүләк итте.
Ә ошо көндәрҙә сара Һарытау өлкәһендә уҙа. Аралар йылына, нығый.
Хөрмәтле Һарытау өлкәһе башҡорттары!
Рухи һәм мәҙәни мираҫ, милли йолалар – күп милләтле төбәгебеҙҙә йәшәгән халыҡтарҙың ҡәҙерләгән һәм быуындан-быуынға һаҡсыл тапшырған ҡиммәттәре.
Һарытау өлкәһендә Башҡортостан мәҙәниәте һәм мәғарифы көндәрен уҙғарыу милли йолаларҙы һәм кәсептәрҙе һаҡлау, ут күршелекте нығытыу һәм халыҡтар араһындағы килешеү эшенә булышлыҡ итә.
Проект Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына арнала. 1919 йылда автономия төҙөү ышаныслы рәүештә социаль, мәҙәни, иҡтисади үҫеш өсөн мөһим ваҡиға булған. Һарытау өлкәһе менән Башҡортостанды төбәктәребеҙҙең үҫешенә йүнәлтелгән ныҡлы дуҫлыҡ мөнәсәбәттәре һәм емешле хеҙмәттәшлек бәйләй.
Ҡәҙерле дуҫтар! Тарихи хәтеребеҙҙе һаҡлау, ата-бабалар васыятына һәм рухи принциптарға тоғролоҡ, мәҙәниәттәр диалогы йәмғиәттәге тотороҡлолоҡто, гражданлыҡ потенциалы асыуҙы, тыныслыҡты нығытыуҙы, тимәк, беҙҙең ил халыҡтарының сәскә атыуын тәьмин итә.
Барығыҙға ла бәхет, һаулыҡ, изгелек, именлек һәм уңыштар теләйем!
Һарытау өлкәһе губернаторы Валерий Радаев.