Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт донъяһы
24 Сентябрь 2019, 19:48

Венгрҙар беҙҙә нимә эҙләй?

Венгрҙар әйтеүенсә, уларҙың тамырҙары Көньяҡ Уралға барып тоташа, быны беҙҙең эраның VII быуатына ҡараған Кушнаренко археология мәҙәниәте лә раҫлай. Бынан тыш, мәҫәлән, венгр телендә төрки тамырлы 300 һүҙ барлығы билдәле. Ике халыҡта ла дьярмат, йәнәй, юрмый, бүләр кеүек оҡшаш атамалы ырыуҙар бар.

Vk.com
Vk.com
Башҡортостанға Будапешт ҡалаһынан венгр фоторәссамы Сёллёси Матьяш килде. Ул мадьяр һәм башҡорт халыҡтары бәйләнешен күрһәткән фотопроектты тормошҡа ашырыу өсөн Венгрия сәнғәт академияһы грантын отҡан.
Венгрҙар әйтеүенсә, уларҙың тамырҙары Көньяҡ Уралға барып тоташа, быны беҙҙең эраның VII быуатына ҡараған Кушнаренко археология мәҙәниәте лә раҫлай. Бынан тыш, мәҫәлән, венгр телендә төрки тамырлы 300 һүҙ барлығы билдәле. Ике халыҡта ла дьярмат, йәнәй, юрмый, бүләр кеүек оҡшаш атамалы ырыуҙар бар.
Фоторәссамдың проекты өс йылға иҫәпләнгән. Был арала Матьяш Башҡортостанды һәм башҡорттар күпләп йәшәгән күрше өлкәләрҙе йөрөп сығырға ниәтләй.
Кисә рәссам Хәйбулла районында Аҡъяр, Иләс, Әбүбәкер, Һаҡмар-Наҙарғол һәм Бәләкәй Арыҫланғол ауылдарында булды. Урындағы фольклор ансамблдәре, ағинәйҙәр һәм мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре уға башҡорт халыҡ уйындарын, “Килен һөйөү”, “Ҡот саҡырыу” йолаларын күрһәтте. Сәфәр барышында Матьяш шулай уҡ ҡайын туҙынан һағыҙ эшләүҙәрен, ҡорот әҙерләүҙәрен, шәл һуғыу процесын теркәне, кейеҙ баҫыу серҙәре менән танышты.
Бөгөн фоторәссам Баймаҡҡа юл ыңғайы Хәйбулла районының Маҡан, Иҫәнгилде ауылдарында һәм Подольск ҡасабаһында, артабан Урғаҙала туҡтарға йыйына. Бынан тыш, Матьяшты Миәкә районында ла көтәләр.
Сёллёси әйтеүенсә, фотопроект өс йылға иҫәпләнгән. Был арала ул Башҡортостанға һәм башҡорттар күпләп йәшәгән күрше өлкәләргә кәмендә алты тапҡыр килергә ниәтләй. Әлеге сәфәре уның 29 сентябргә тиклем планлаштырылған.
Венгр фоторәссамын Башҡортостан буйлап сәфәрҙә Башҡортостандың Күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәгенең ғилми хеҙмәткәре, тәржемәсе Гөлсәсәк Бүләкова һәм ғилми-етештереү үҙәгенең филиалы – “Ирәндек” музейы-ҡурсаулығы директоры Лилиә Сиражtтдинова оҙатып йөрөй.
Читайте нас