Һарытау өлкәһендәге Перелюб районының Күсембәт һәм Калинин ауылы балалары Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Сәйҙә Ильясованың ҡул аҫтында йөкмәткеле, сағыу концерт тамашаһы әҙерләгән.
Балалар "Шайморатов генерал", "Әсмәбикә" кеүек йырҙарҙы, "Беләҙегем-йөҙөгөм" бейеүен башҡарҙы. Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының өлкән уҡытыусыһы Венер Йылҡыбаев бер нисә көн эсендә балаларҙы ҡурайҙа уйнарға өйрәткән. Улар "Сыңрау торна" көйө менән ҡыуандырҙы.
Быларҙың барыһы ла – башҡорт сәнғәт әһелдәренең 24 сентябрҙән алып Һарытау өлкәһендәге мәктәптәрҙә оҫталыҡ дәрестәре үткәреү һөҙөмтәләре. Тамаша һуңында уҡыусыларҙың "Башҡорт телендә һөйләшәм" йырын ихлас башҡарыуҙары, күҙҙәрендә баҙлаған осҡондар был хеҙмәттең бушҡа китмәүен һөйләй.