Сибай ҡалаһында 7-се Төбәк-ара мөнәжәт әйтеүселәр бәйгеһе башланды. Унда республикабыҙҙың төрлө төбәктәренән, күрше өлкәләрҙән ағинәйҙәр, дин әһелдәре йыйылды.
Конкурс Сибай сәнғәт колледжының вокал төркөмө башҡарауында "Лә-илаһи-илла-ла" мөнәжәте менән асылды. Бәйгелә иң оло ҡатнашыусы – Йылайыр районының Матрай ауылынан Сәрүәр Насирова, уға 90 йәш. Иң бәләкәйе – Ейәнсура районынан Рәсим Ишмырҙин.