Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт донъяһы
27 Сентябрь 2019, 14:41

Силәбе башҡорттарына телде өйрәнергә шарттар тыуырмы?

Магнитогорск ҡалаһында "Силәбе өлкәһе башҡорттарының рухи үҫеш проблемалары" исеме аҫтында түңәрәк өҫтәл үҙ эшен башланы.

Айгөл Атанова фотоһы
Айгөл Атанова фотоһы
Магнитогорск ҡалаһында "Силәбе өлкәһе башҡорттарының рухи үҫеш проблемалары" исеме аҫтында түңәрәк өҫтәл үҙ эшен башланы.
Сарала Башҡортостан делегацияһы етәксеһе, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаһы, "Башҡортостан" гәзитенең бүләк мөдире Лариса Абдуллина, Магнитогорск ҡалаһы мәғариф идаралығының өҫтәмә белем биреү бүлеге начальнигы Виктория Засова, "Аҡмулла" Силәбе өлкәһе әҙәби ойошмаһы етәксеһе Ҡамса Мортазин, Башҡортостан Мәғариф министрлығы дәүләт программаларын тормошҡа ашырыу һәм төбәк-ара хеҙмәттәшлек бүлегенең әйҙәүсе эксперт-белгесе Гөлсөм Дилмөхәмәтова, Башҡортостан Республикаһы ата-әсәләр комиссияһы рәйесе урынбаҫары Айгөл Атанова, башҡорт яҙыусылары Фәрзәнә Аҡбулатова, Тамара Юлдашева, Хисмәтулла Юлдашев, Силәбе өлкәһе төбәк яҙыусылар ойошмалары вәкилдәре, Учалы районы ҡоролтайы рәйесе Фәнил Бүләков ҡатнаша.
Унда башҡорт телен һәм әҙәбиәтен өйрәнеү өсөн төбәк балаларына шарттар тыуҙырыу мәсьәләләре ҡарала.
Читайте нас