Ырымбур өлкәһенең Ҡабан ауылында Шәйехзада Бабич 1918 йылда 22 мартында булып киткән. Уны бында дуҫы Фазлыйәхмәт Ишмөхәмәтов саҡырған.
Уның иҫтәлектәрен Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев яҙып алған һәм 1994 йылда йыйынтыҡта баҫтырып сығарған. Был ауылға шағир Мөнир Солтанғужинға ла килеп йөрөгән.
Ауылдың мәҙәниәт йортонда Шәйехзада Бабичҡа таҡтаташ асылды. Сарала Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзалары тарихсы Азат Яруллин, шағирә Лариса Абдуллина, "Башҡорт ырыуҙары тарихы" проекты етәксеһе, тарихсы Салауат Хәмиҙуллин ҡатнашты.
Сараны ойоштороуға туған яҡты өйрәнеүсе Марат Солтанғужин менән Фәнил Ишбулатов айырыуса күп көс һалған. Был хаҡта тулыраҡ "Башҡортостан" гәзитендә уҡырһығыҙ.