24 йәшлек Илдар Абдуллин тураһында тәүгә бер аҙна элек "Бәйләнештә" социаль селтәрендәге "Башҡорт ҡатын-ҡыҙы" төркөмөндә уҡығайным. Ырымбур өлкәһенең Гай ҡалаһынан булған милләттәшебеҙ сентябрь аҙағында Дондағы Ростов ҡалаһында йәштәр йырын башҡарыусылар конкурсында 1-се дәрәжә лауреат исемен яуланы тиелгәйне унда.
Ә кисә Беренсе каналда башланған сираттағы "Тауыш" проектында Илдар ҡыҙыл креслолар алдына иң беренсе булып сығып баҫты. Константин Меладзе, Сергей Шнуров, Полина Гагарина, Валерий Сюткиндан торған баһалама төркөмөнә ул афроамерикан музыканты Скримин Джей Хокинстың йырын башҡарҙы.
Тәүге ноталарҙан уҡ Шнуров креслоһын сәхнәгә ҡарай әйләндерҙе. Артынса -Валерий Сюткин һәм Полина Гагарина. Ҡәрҙәшебеҙ Сергейҙы һайланы.
Әйткәндәй, былтырғы "Тауыш"та ла яҡташыбыҙ - Ауырғазы ҡыҙы Рушана Вәлиева Шнуровты һайлап, һөҙөмтәлә проектта өсөнсө урынды яулағайны. Илдар билдәле рокер менән уртаҡ тел табырмы? Ваҡыт күрһәтер, конкурс Яңы йылғаса барасаҡ.