Пермь крайының Барҙа ауылының Ял һәм мәҙәниәт үҙәге башҡорт киноһын һөйөүселәрҙе йыйҙы. Бында режиссер Булат Йосоповтың “Беренсе республика” фильмын күрһәттеләр.
Фильмды ижад итеүсе "Тере лента” кинокомпанияһы исеменән Леонид Филинов тамашасыларға алты килограмлыҡ сәк-сәк тапшырҙы. Ул картина тураһында һөйләне һәм һорауҙарға яуап бирҙе.
“Беренсе республика” – “Башҡортостан” киностудияһы һәм “Тере лента” кинокомпанияһының берҙәм проекты. Унда Башҡортостандың профессиональ сәнғәте һәм әҙәбиәте башланғысында торған билдәле шәхестәрҙең яҙмышы бәйән ителә.
Күстәнәс менән бергә Барҙа халҡына “Башҡортостан” гәзитен дә тараттылар. “Ҡоролтай тауышы” махсус сығарылышы Пермь крайында үткән Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғрифәте көндәренә арнала. Был проект Башҡортостан Республикаһы Башлығы грантына тормошҡа ашырыла.