Чехияла йәшәһә лә башҡорт рухын онотмаған һәм үҙендә һүндермәгән журналист, даими авторыбыҙ Миләүшә Годбодь бөгөн беҙҙең редакцияға ҡунаҡҡа килде.
Ул "Башҡортостан" гәзитенең республикабыҙҙың бөйөк шәхесе, Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы үткәргән ижади бәйгеһендә ҡатнашты һәм әҙәби традицияларҙы нығытыуға, илһөйәрлек, телһөйәрлек сифаттарын үҫтереүгә өлөш индергән өсөн махсус бүләккә лайыҡ булды.
- Башҡортостанда алған һәр бүләк - минең өсөн ҙур баһа, мәртәбә. Мин бик шат һәм ғорурмын. Ҡулымдан килгәнсә, яҙыу мөмкинлегем булғанда халҡыма хеҙмәт итәсәкмен, - тине ул баш мөхәррир ҡулынан бүләген алғас.
Миләүшә Годбодь Мостай Кәрим ижадында тыуған ил темаһын яҡтыртҡан. Уға, сит илдә йәшәгән кешегә, ғөмүмән, Тыуған Башҡортостаныбыҙ, уның бөйөк шәхестәре, гүзәл урындары бик яҡын.
- Европала йәшәй башлағас, Мостай Кәрим шиғырының "Рус түгелмен, ләкин россиян мин" тигән һүҙҙәренең мәғәнәһен ныҡлап аңланым. Беҙҙе Рәсәйҙән ситтә башҡорт, татар, сыуаш тип түгел, ә "россиян" тип беләләр. Шулай ҙа мин ҡайҙа булһам да Башҡортостан, уның тәбиғәте, матур урындары, башҡорт милләте, халҡыбыҙ үҙенсәлеге тураһында һөйләп, белдереп йөрөйөм. Чехиялағы урындағы бер журналда республика һәм уның шәхестәре тураһындағы мәҡәләләрем баҫылып тора, - ти ул.
Тынғыһыҙ журналист туҡтап ҡалырға йыйынмай. Ул артабан да республика һәм Европа матбуғатында Башҡортостанды танытмаҡсы. Киләһе йылда Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығын билдәләүгә лә бөгөндән әҙерләнә башлаған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Европала Еңеү тарихын боҙоусылар, беҙҙең халыҡ ҡаһарманлығын юҡҡа сығарырға теләгәндәр бар. Миләүшә Мөтиғулла ҡыҙы быға ҡаршы сығып, халҡыбыҙ батырҙары тураһында мәҡәләләр циклы әҙерләй. Ҡәләмдәшебеҙгә ҙур уңыштар теләйбеҙ.