Оло байрам айҡанлы Сорғот ҡалаһынан шатлыҡлы хәбәр килде. Унда ҙур һәм берҙәм башҡорт диаспораһы йәшәй, ҡаланың рухи-мәҙәни тормошона милләттәштеребеҙ ифрат тос өлөш индерә.
Кисә ҡаланың "Төҙөүселәр" мәҙәниәт йортонда Халыҡтар берҙәмлеге көнө айҡанлы ҙур концерт үткән, халыҡ ижады өлгөләренән күргәҙмә ойошторолған.
Башҡорт халҡының данын урындағы "Шатлыҡ" халыҡ бейеүҙәре ансамле һәм билдәле яҡташыбыҙ, Дәүләкән районында тыуып үҫкән мең ырыуы ҡыҙы, Сорғот филармонияһы солисы Светлана Мырҙагәрәева-Люпп яҡлаған.
Уларҙың сығышын тамашасылар бик йылы ҡабул иткән, сөнки Сорғотта "Шатлыҡ"тың да, Светлана Люптың да ижадын яҡшы беләләр.
Сорғот ҡалаһында йәшәгән әүҙем милләттәшебеҙ Альбина Аҡбулатова әйтеүенсә, ошондай саралар күңелде күтәрә, тыуған яҡты һағыныу тойғоһон баҫа, милләттәштәрҙе берләштерә.