Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт донъяһы
8 Ноябрь 2019, 12:30

Һамарҙың талантлы һылыуы

“Башҡортостанды шул тиклем яратам, башҡорт ҡыҙы булыуым менән бик ғорурланам!” – был һүҙҙәрҙе Һамар һылыуынан ишеттек. Уның менән социаль селтәрҙә танышып киттек. Иң тәүҙә ҡыҙҙың бейеүе әсир итте. Эш шунда: Башҡортостанда ғына түгел, Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә һәм сит илдәрҙә лә ҡыҙыу барған башҡорт бейеүе флешмобына Алзирә Заһиҙуллина ла ҡушылған.

“Башҡортостанды шул тиклем яратам, башҡорт ҡыҙы булыуым менән бик ғорурланам!” – был һүҙҙәрҙе Һамар һылыуынан ишеттек. Уның менән социаль селтәрҙә танышып киттек. Иң тәүҙә ҡыҙҙың бейеүе әсир итте. Эш шунда: Башҡортостанда ғына түгел, Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә һәм сит илдәрҙә лә ҡыҙыу барған башҡорт бейеүе флешмобына Алзирә Заһиҙуллина ла ҡушылған.


Бейеүсе ҡыҙ ябай юлды һайламаған, ә башҡорт бейеүен Өфөнөң төрлө урамдарында, көтөлмәгән урындарҙа (сауҙа үҙәктәренең эскалаторында, лифтта, күҙәтеү тәгәрмәсендә, хатта автомобиль ҡыйығында) бейеп, күптәрҙең иғтибарын яулаған.


Иҫ киткес сибәр, һомғол милләттәшебеҙ күрше Һамар өлкәһенең Оло Чернигов районының Диңгеҙбай ауылында, Гөлфирә менән Ниғмәтулла Заһиҙуллиндарҙың матур ғаиләһендә тыуып үҫкән. Эйе, һеҙ яңы­лышманығыҙ: билдәле башҡорт яҙыусыһы Рәшит Ниғмәтиҙең ауылдашы ул. Ғөмүмән, Оло Чернигов районында башҡорттар күпләп йәшәй, улар – туған телебеҙҙе, мәҙәниәтебеҙҙе, рухиәтебеҙҙе бөгөнгәсә һаҡлап-яҡлап тороусыларҙан.


Алзирәгә килгәндә, ул Һамар ҡалаһында финанс-иҡтисад колледжында белем алған. Үҙен белә-белгәндән бейеү яратҡанға күрә, урындағы “Ләйсән” башҡорт бейеүҙәре ансамблендә лә шөғөлләнгән (етәксеһе – Рәүиҙә Шәймәрҙәнова). Мәктәп һәм студент йылдарында йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашҡан, матурлыҡ бәйгеләрендә көсөн һынаған.


– Беҙҙең Һамар өлкәһендә туғыҙ меңдән ашыу аҫаба башҡорт йәшәй, бик татыубыҙ һәм берҙәмбеҙ. Башҡортостандан алыҫ булһаҡ та, телебеҙҙе, тарихыбыҙҙы, йолаларыбыҙҙы хөрмәт итәбеҙ, һаҡлайбыҙ. Ғөмүмән, башҡорт рухы – күңелемде йылытҡан да, дәрт-дарман, илһам биргән дә төп этәргестәрҙең береһе, – ти Алзирә.


Әйткәндәй, бала саҡтан бейеүгә табынған һәләтле ҡыҙ “Байыҡ” конкурсында ла ҡатнашҡан, башҡа рухи-мәҙәни сараларҙың уртаһында ла ҡайнаған. 2018 йылда Өфөгә күсеп килгән һәм хореография өлкәһендә камиллашыу юлдарын эҙләй башлаған. Бер ваҡыт һәләтле яҡташыбыҙ Заһир Зәйнет­диновтың ижади төркөмөнә бейеүсе эҙләгән­дәрен күреп, кастингта ҡатнашырға барған. Һәм бөгөн ул этно-йырсы менән бергә эшләй, гастролдәргә сыға, сәхнә үрҙәрен яулай.


Һамар ҡыҙы Алзирәнең ҡыйыулығына, һәләтенә һоҡланмай сара юҡ. Уңыштар насип итһен милләттәшебеҙгә!



Читайте нас