Башҡорт донъяһы
8 Ноября 2019, 07:30

Башҡорт бейеүе – Сан-Францискола!

Донъя сәхнәләрен шаулатҡан балет артистарының башҡорт бейеүен данлаған сарала ихлас ҡатнашыуы – үҙе үк ҙур ғорурлыҡ һәм мәртәбә.

Санкт-Петербургтағы данлыҡлы Мария театрының балет артистары Наил Йәнекәев менән Рената Шакирова АҠШ-тың Сан-Франциско ҡалаһында гастролдәрҙә булғанда этно-йырсы Заһир Зәйнетдинов иғлан иткән башҡорт бейеүе флешмобында ҡатнашырға ниәтләгән.
Атлантик океан аръяғынан килгән видеосәләмде улар интернет селтәренә һалған.
Наил Йәнекәев – Өфө егете. 2014 йылда А.Я. Ваганова исемендәге Рус балеты академияһын тамамлаған, ошо уҡ йылдан Мария театры труппаһында хеҙмәт юлын башлаған. Уның репертуарында өс тиҫтәнән ашыу балет һәм хореографик тамаша бар. Рената Шакирова театрҙа 2015 йылдан эшләй, шулай уҡ сағыу артистарҙың береһе, “беренсе солист” титулын яулаған.
Донъя сәхнәләрен шаулатҡан балет артистарының башҡорт бейеүен данлаған сарала ихлас ҡатнашыуы – үҙе үк ҙур ғорурлыҡ һәм мәртәбә. Афарин, яҡташтар!
Читайте нас