Башҡорт донъяһы
8 Ноября 2019, 07:11

“Һеҙҙең таяныр Башҡортостанығыҙ бар!”

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республикала эш башлағандың тәүге көндәренән үк иғтибарҙы сит төбәктә йәшәгән башҡорттарҙың тормошона йүнәлтеп: “Башҡортостан Республикаһы – ул бөтә башҡорттар өсөн тыуған йорт. Беҙ быны аңларға тейешбеҙ. Был – һеҙҙең йорт”, – тип белдерҙе.

Ҡәрҙәштәребеҙ тамырҙарына тоғро ҡала.


Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республикала эш башлағандың тәүге көндәренән үк иғтибарҙы сит төбәктә йәшәгән башҡорттарҙың тормошона йүнәлтеп: “Башҡортостан Республикаһы – ул бөтә башҡорттар өсөн тыуған йорт. Беҙ быны аңларға тейешбеҙ. Был – һеҙҙең йорт”, – тип белдерҙе.


Ысынлап та, һуңғы йылдарҙа күрше төбәктә йәшәгән милләт­тәштәргә иғтибар кәмегән кеүек тойолғайны. Яңы етәкселек килгәс, был йүнәлештә эш йәнләнде. Әлбиттә, быға Радий Фәрит улының мөнәсәбәте лә йоғонто яһаны. Етәксебеҙ башҡа төбәк башлыҡтарының да беҙҙең милләттәштәр тормошон яҡшыр­тыу, мәҙәниәтен һәм телен үҫтереү мөмкинлеген тыуҙырыу йүнәлешендә үҙ-ара хеҙмәт­тәшлек итеүгә әҙер булыуы хаҡында белдерҙе. Был алдағы көндәрҙә төбәктәр араһында дуҫлыҡ ебенең нығынасағы хаҡында һөйләй.


Шуны ла әйтеп үтергә кәрәктер, бүтән төбәктә йәшәгән ҡан-ҡәрҙәштәребеҙ ҙә Башҡортос­тандан ярҙам килгәнен көтөп ятмай, ә хәл­дәренән килгәнсә милләтте һаҡлауға булышлыҡ итә. Ғөмүмән, 90-сы йылдарҙа Рәсәйҙә үҙаллы­лыҡ еле иҫкән һәм йәмәғәт­селектең үҙбилдә­ләнеше осоронда Һамар өлкәһендә йәшәгән башҡорттар мәҙәниәтен, телен, йолаларын һаҡлауға һәм тергеҙеүгә ныҡлап тотона. Рәсәйҙең атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Сантимер Ғарифов етәкселегендә башҡорт интеллигенцияһы тарафынан 1996 йылда “Башҡорт ҡорол­тайы” йәмәғәт ойошмаһы ойошторола. Артабан инде нәҡ ошо ойошма эшмәкәр­леге һөҙөмтәһендә Һамар ѳөлкә­һендәге башҡорттар күпләп йәшәгән райондарҙа маҡсат­лы эш алып барыла башлай. Һамар ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы, “Ырғыҙ” район милли-мәҙәни үҙәге барлыҡҡа килә.


Йәмәғәт ойошмаларының башҡарма комитеттары күпселек мәсьәләләрҙе халыҡ, учреждение һәм дәүләт органдары менән берлектә хәл итә. Һамар өлкәһе губернаторы хакимиәте, өлкәнең мәҙәниәт министрлығы, депутаттар корпусы, Һамар ҡала округы хакимиәте, Оло Чернигов һәм Оло Глущица муниципаль органдары менән эшлекле мөнәсәбәт­тәр булдырылған.

Йыйын, Ҡарға туйы, Шәжәрә, Йәштәр һабантуйы кеүек байрамдар, “Таланттар йәйғоро” фестивале үткәрелә. 2015 йылдан Һамар биләмәһендә “Юлдаш” радиоһы эшләй.


Һамар башҡорттары 2016 йылда милли батырыбыҙҙың исемен йөрөткән “Салауат Юлаев” башҡорт футбол командаһын да ойошторған.


Башҡорт халҡының әүҙем эшмәкәрҙәре һәм Оло Чернигов районы хакимиәте ярҙамында “Туған моңдар” һәм “Ҡыңғы­рауҙар” халыҡ ижад төркөмдәре барлыҡҡа килгән, улар бөгөн мәҙәни рухты һаҡлауға тос өлөш индерә. Һамар өлкәһе баш­ҡорттары ҡоролтайы 2005 йылда “Ләйсән” хореография халыҡ коллективы ойоштора.


Һамар ере йәмәғәтселек менән янып йөрөгән эшмәкәрҙәргә бай. Ҡасандыр бер бөтөн булып йәшәгән милләттәштәребеҙ яҙмыш һәм тарих солғанышында ситтә айырылып ҡалһа ла, улар үҙ тамырына, тыуған еренә тоғро булып, ата-бабаларыбыҙҙың аҫаба нигеҙен һаҡлап, башҡорт­тоң киләсәгенә битараф ҡал­майынса, берҙәм булып ойошоп йәшәргә көс таба.


– 2017 йылда Һамар башҡорттары съезында “Башҡорт ҡоролтайы (конгресс)” коммер­цияға ҡара­маған йәмәғәт ойошмаһы төҙөлдө. Бөгөнгө ысын­барлыҡ, заман башҡорттар араһында йәмәғәт эшен тағы ла нығыраҡ әүҙемләш­тереүҙе, шулай уҡ йәштәрҙә, үҫеп килгән быуында милли үҙаңды һаҡлап ҡалыуға нигеҙ булған мәҙәни проекттарға милләттәштәребеҙҙе йәлеп итеү бурысын ҡуя, – ти ҡоролтайҙың башҡарма комитеты рәйесе, Салауат Юлаев ордены кавалеры Сафиулла Вилданов.

Ысынлап та, башҡорттоң башҡортлоҡ гендары көслө, быны беҙ Һамарҙа йәшәгән ҡан-ҡәрҙәштәребеҙ тормошонда күрәбеҙ.

Башҡортостан үҫештең яңы баҫҡыстарын яулау юлына баҫты һәм был сәйәсәттә халҡыбыҙға ла иғтибар булыр тигән ышаныс рухландыра беҙҙе. Республика Башлығы Радий Хәбировтың: “Башҡорт халҡын берләштереүгә һәм туплауға ышаныслы аҙым яһарға кәрәк. Һеҙҙең менән бүлешер нәмәбеҙ юҡ. Бөтәбеҙҙең дә ере, иле уртаҡ һәм маҡсаты бер – уның сәскә атыуы хаҡына мөмкин булғандың бөтәһен дә эшләү”, – тип әйтеүе лә үҙгәрештәрҙең яҡшы булырына өмөт уятты.

Һамар башҡорттары ла: “Беҙ яҡшыраҡ булдырабыҙ!” – тип ышаныслы аҙымдар менән алға атлай. Иң мөһиме – улар яңғыҙ түгел, таяныр Башҡортостандары бар!



Һамар өлкәһе губернаторы Дмитрий АЗАРОВ:

“Хөрмәтле дуҫтар!


Башҡортостан Республикаһы ойош­торолоу­ға 100 йыл тулыу айҡанлы ҡотлау сәләмдәребеҙҙе ҡабул итегеҙ!

Быуаттар буйы татыулыҡта һәм дуҫлыҡта 157 милләт вәкилдәре йәшәгән Һамар ере өсөн был – әһәмиәтле ваҡиға. Һамар өлкәһенең Волга аръяғы – борон-борондан башҡорт халҡы төйәк иткән төбәк. Ошо ерҙә башҡорт халҡының арҙаҡлы шәхестәре, билдәле фән, әҙәбиәт эшмәкәрҙәре тыуған.


Бөгөн уларҙың эштәрен дауам иткән быуын Һамар башҡорттары ата-бабаларының мәҙәни-тарихи ҡаҙаныштарын һаҡлау һәм үҫтереү эшенә тос өлөш индерә.


Беҙҙә дәүләт власы органдары һәм төрлө халыҡ йәмәғәтселегенең милләт-ара татыулыҡ, мәҙәни төрлөлөктө байытыу маҡсатында бергә хеҙмәттәшлек итеүендә ҙур тәжрибә тупланған. Башҡорт йәмәғәт ойошмалары менән дә һөҙөмтәле эш алып барыла.


Ышанам, Башҡортостан Республикаһының 100 йыллыҡ юбилейын билдәләү – Рәсәй халыҡтары араһында дуҫлыҡ һәм хеҙмәттәшлекте нығытыуға, халыҡтар берҙәмлеген көсәйтеүгә этәргес буласаҡ.


Ысын күңелдән гәзит уҡыусыларға, Башҡортостанда һәм Һамар өлкәһендә йәшәгән барлыҡ дуҫтарыбыҙға именлек, сәләмәтлек теләйем! Һеҙ йәшәгән төйәктән ырыҫ-бәрәкәт китмәһен, иҫәнлек-һаулыҡ, тормошоғоҙҙа рух ныҡлығы һәр саҡ юлдаш булһын!”


Ҡәҙим АРАЛБАЙ

Һамар

башҡорттарына


Ете яттай, моңһоу сырай менән

Ҡаршы ала беҙҙе Һамар.

Ауылдарҙа һәр бер өй күҙенән

Ҡайнар йәштәр тора тамырға.

Ете яттай, тимәй юҡтыр сарам –

Кендектәр бит күптән өҙөлгән.

Беҙҙе тоташтырған тамырҙар ҙа

Шәжәрәлә генә терелгән.


Бөрйән, ҡыпсаҡ, табын, үҫәргәндәр –

Һәр береһе ырыу ағасын

Ҡаҡҡан ерҙә ауыл ҡалҡып сыҡҡан..

Эх, булған бит нығыраҡ ҡағаһы!..

Ошо ерҙәр өсөн ҡан ҡойолған...

Тамғалар ҙа инде юйылған,

Атай нигеҙҙәрен һаҡлаусы бар,

Ҡай бер өйҙә усаҡ һыуынған.


Бына Хәсән...

Һәҙиә апай, һинең

Ҡалды микән бында эҙҙәрең?

Ауыл шиңә...

Яҡташтарың ниңә

Йәшерәләр бойоҡ күҙҙәрен?

Һинең бөйөклөктө

Урамыңда

Урал ташы иҫкә төшөрә.

Үлмәҫ әҫәрҙәрең

ил аһ-зарын

Сал замандан алға күсерә...


Ай, Диңгеҙбай!

Күрһә Рәшит ағай,

Ятып илар ине сиҙәмдә...

Юҡ, иламаҫ ине,

Йәне генә

Тәгәрәп китер ине иҙәндә.

Данлағанға йырҙа Ағиҙелен

Күтәрелде илдә һиммәте.

Етемлектә үткән йәш сағындай,

Ярҙа яңғыҙ ята Ниғмәти...


Ниндәй башҡорт, ти, ул –

туған телһеҙ,

Үҫһә тағы бишек йырһыҙ ҙа?

Йәш Рәшиттәр, һылыу Һәҙиәләр,

Фатималар тыуһын Ырғыҙҙа!

Ерҙә кемдәр генә көн итмәйҙер:

“Йәшәп була, – тиеп, –

йырһыҙ ҙа...”

Башҡорт ҡына йырһыҙ йәшәй алмай!

Яңы башҡорт яңы йыр һуҙа.


Кәрәлек һәм Ырғыҙ буйҙарында

Ҡәрҙәштәрҙең көйрәй күмере.

Ҡышлауҙары, йәйләүҙәре, гүйә,

Һәр башҡорттоң

Йөрәгенә ҡуйған күмелеп...

Туғанындай күреп, ихлас, йомарт

Ҡаршы ала беҙҙе Һамар.

Һағыныуҙар даръя булып ташҡан,

Ҡайнар йәштәр тора тамырға...


Һамар өлкәһенең арҙаҡлы шәхестәре

Иҫәп буйынса милләттәштәребеҙ Һамар ѳөлкәһендә күп булмаһа ла, улар араһынан халҡыбыҙҙың ғорурлығы булған дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре сыҡҡан: БАССР-ҙың халыҡ шағиры Рәшит Ниғмәти, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Һәҙиә Дәүләтшина, яҙыусы, нарком Ғөбәйҙулла Дәүләтшин, башҡорт алфавитына нигеҙ һалған Ғәббәс Дәүләтшин, шағир Бәшәр Хәсән, БАССР-ҙың мәғариф министры, РСФСР мәктәптәренең атҡаҙанған уҡытыусыһы Фатима Мостафина. Башҡортостан Республикаһына нигеҙ һалыуға ла был төбәктә йәшәгән башҡорттар, шул иҫәптән Харис Йомағолов һәм башҡа йәмәғәт эшмәкәрҙәре лә, тос өлөш индерә.







Читайте нас