Башҡорт донъяһы
20 Ноября 2019, 08:40

Полиглот Тәнзилә Кейекбаева Жәлил Кейекбаевтың ҡыҙы, тиҙәр

Был дөрөҫ хәбәрме?

Инглиз телен һыу кеүек эскән Тәнзилә Кейекбаева күп сит телдәр белгән ғалим Жәлил Кейекбаевтың туғаны, ҡайһы саҡта хатта ҡыҙы икән, тигән һүҙҙәрҙе йыш ишетергә тура килә. Асылда, улар араһында бер ниндәй ҙә туғанлыҡ ептәре юҡ.
Инглизсә иркен аралашҡан Тәнзилә Кейекбаеваға һоҡланып та, көнләшеп тә ҡараусылар бихисап. Юғары уҡыу йортон тамамлағандан һуң оҙаҡ йылдар Башҡортостан мәктәптәрендә сит телдәрҙән уҡытты. Уның Европа илдәрендә байтаҡ ваҡыт ғүмер итеүе тураһында ла хәбәрҙарбыҙ. Танышым донъя буйлап сәйәхәт итеүен дауам итә.
– Күп йылдар Европала йәшәгәндә Көнсығышҡа иғтибар иткәнемде хәтерләмәйем, – тип яҙған “Бәйләнештә” төркөмө сәхифәһендә Тәнзилә Әхмәт ҡыҙы. – Заманалар кинәт кенә үҙгәрҙе, шул ваҡытта итальяндар Ҡытайға эшкә юлланды. Миңә лә тәҡдим иттеләр, әммә мин Рәсәйгә ҡайтып киттем. Ниһайәт, Ҡытайҙы барып күреү бәхете йылмайҙы. Шуны аңланым, баҡтиһәң, был илгә ҡарата хата фекер йөрөткәнмен, тәьҫораттарҙы әйтеп тә, яҙып та бөтөрөрлөк түгел.
Читайте нас