Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт донъяһы
27 Ноябрь 2019, 15:00

Их, шәле лә шәле!

Теләге булған һәр кем кәзә мамығынан бәйләнгән ҡабарып торған башҡорт шәле, бейәләй, күкрәксен, хатта туй өсөн махсус бәйләнгән бирсәткә һатып ала аласаҡ.

Өфө бер нисә көнгә башҡорт шәле үҙәгенә әйләнәсәк: 5 декабрҙән 8-енә тиклем баш ҡалабыҙҙа “Башҡорт шәле” республика конкурс-фестивале үтәсәк.
Фестивалдең программаһында оҫталар командалары араһында ижади ярыштар ҡаралған. Мәҫәлән, башҡорт шәле хаҡында реклама ролигы конкурсы бик ҡыҙыҡлы булмаҡсы. Шулай уҡ Хәйбулла районының “Вәзәм” халыҡ клубы һуҡма шәл эшләү буйынса оҫталыҡ дәресе күрһәтәсәк. Бөрө ҡалаһынан “Ебәк юлы” халыҡ клубы ағзалары, башҡорт шәлен бәйләү буйынса танылған оҫталар үҙ серҙәре менән бүлешәсәк.
Фестиваль барышында күргәҙмә-һатыу ҙа ойошторола. Теләге булған һәр кем кәзә мамығынан бәйләнгән ҡабарып торған башҡорт шәле, бейәләй, күкрәксен, хатта туй өсөн махсус бәйләнгән бирсәткә һатып ала аласаҡ.
Тәү башлап 1992 йылда үткәрелгән фестивалдең төп маҡсаты – “Башҡорт мамыҡ шәле” тигән брендты тергеҙеү, ҡулланылышта нығытыу, милли традицияларҙы үҫтереү.
Фото: Республика халыҡ ижады үҙәгенән.
Читайте нас