Ҡурған башҡорттары милли кейемен һаҡлап алып ҡалған. Республика халыҡ ижады белгестәре улар менән оҫталыҡ дәрестәре үткәрҙе.
Республика халыҡ ижады белгестәре - Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, фольклорсы Гөлгөнә Баймырҙина менән бейеүсе Рәйес Низаметдинов Ҡурған өлкәһенә сәфәр ҡылды. Улар урындағы милләттәштәребеҙҙең милли кейемдәре менән танышып ҡына ҡалманы, үҙҙәре лә милли кейем, ҡумыҙҙа, ҡурайҙа уйнау буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәрҙе.
Мөнирә Собханғолованың алъяпҡыстары, ҡушъяулыҡтары күҙҙең яуын алырлыҡ! 1898 йылғы Нәҡиә Ҡадированың эштәрен дә ҡараны Башҡортостан белгестәре, ул 1978 йылда вафат булған.
Фотолар Гөлгөнә Баймырҙинаның социаль селтәрҙәге шәхси сәхифәһенән.