Башҡорт донъяһы
2 Декабря 2019, 18:30

Шәжәрә – ул милли паспорт

Шәжәрәлә – боронғолоҡ ҡото!Шәжәрә – ул милләт паспорты.Пәйғәмбәрҙәй китап ҡалдырҙың һин,Һин уятып киттең башҡортто!

Бишбүләк районында уҙған төбәк-ара Шәжәрә байрамында халыҡ үҙе өсөн күп асыштар яһаны. Бикҡол, Ҡаныҡай, Аҙнай, Айыт һәм Дүсән ауылында йәшәгәндәр тамырҙары башҡорт булыуын архив документтарына нигеҙләп раҫланы. Был хаҡта ентекләп "Башҡортостан" гәзитендә яҙырбыҙ.
"Башҡорт ырыуҙары тарихы" китабының авторы Салауат Хәмиҙуллин үҙ сығышында урындағы Һарайлы мең башҡорттарының тел үҙенсәлеге тураһында ла һөйләне.
Шулай уҡ мәшһүр тарихсы Әнүәр Әсфәндиәровтың фекерҙәре, китаптары йыш иҫкә алынды. Ул да заманында башҡорт ауылдары, тархандары, ғаиләләре тураһында төплө фекерен әйткәйне. Бөгөн беҙ уның фәнни эшмәкәрлеген халҡыбыҙ тарихын тергеҙеүҙә нигеҙ итеп алабыҙ.

Был шиғырым Әнүәр ағайҙың яҡты рухына бағышлана.
ХАЗИНА
Әллә ниңә кисә Бишбүләктә
Гел хәтергә төшөп тик торҙоң.
Һин бит, Ағай, уҙған быуатта уҡ
Милләтеңә китап тотторҙоң.
Ябай түгел ине ул китабың,
"Шәжәрә" тип уға яҙылған.
Унда барыһы ла теркәлгән ул:
Ҡайһы ырыуҙан һин, кем туған?
Сәхнәләрҙән тороп һөйләнең һин,
Һөйләнең һин телейәшниктән:
Нисә быуын башҡорт батырҙары
Хазарҙарҙан Тубылдарға тиклем
Башҡаларҙың ғәмен һелкеткән.
Нисә быуын башҡорт вариҫтары
Теркәлеүен изге яҙмала.
Бөгөн килеп милләт балалары
Быуат төпкөлөнән ҡуҙғала.
Бөгөн килеп башҡорт балалары
Хәҡиҡәтте таба китаптан.
Әйтерһең дә, уны уҡығанда
Башҡорт рухы тигән ут ҡапҡан.
Бишбүләк ул тыуған ерең түгел,
Әммә рухың һәр бер ауылда.
Шул китаптан нисә милләттәшем
Был быуатта ҡабат табылған.
Шәжәрәлә – боронғолоҡ ҡото!
Шәжәрә – ул милләт паспорты.
Пәйғәмбәрҙәй китап ҡалдырҙың һин,
Һин уятып киттең башҡортто!
Ғәзиз Йосопов фотолары.
Читайте нас