Милләттәштәребеҙҙе яҙмыш елдәре ҡайҙа ғына ташламай! Ҡыҙҙар һәм егеттәр кемеһе бәхет эҙләп, кемеһе матди тотороҡлолоҡ юллап, белем һәм тәжрибә көҫәп сит тарафтарға сығып китә. Әммә тамырҙар барыбер үҙенекен итә, туған телдә аралашыу, милли йыр-моңдарҙы тыңлау, һағыныу тойғоларын баҫыу кеүек уртаҡ маҡсаттар Башҡортостандан алыҫта йәшәгән кешеләрҙе берләштерә.
Америкала ғүмер иткән Өфө ҡыҙы Мәрйәм Вилданова хәбәр итеүенсә, “БишБармаҡ” ойошмаһы ла шундайҙарҙан. Ул – Америка Ҡушма Штаттарында йәшәгән башҡорттар берҙәмлеге. Төп маҡсаттары – үҙ-ара танышыу, аралашыу, кәрәк саҡта ярҙам итешеү, бергәләп төрлө саралар үткәреү. Ҡыҫҡаһы, тыуған илгә, телгә булған һөйөү бергә туплаған кешеләрҙең ғәмәлдәре хаҡында бара һүҙ.
Мәрйәмдең үҙенә килгәндә, ул Бөйөк Петрҙың Санкт-Петербург дәүләт политехник университетын тамамлаған. Тел өйрәнеү, ҡараштары даирәһен киңәйтеү маҡсатында океан аръяғына юлланған.
Кисә “БишБармаҡ” ағзалары ҡояшлы Бостон ҡалаһында бик матур сара ойошторған: милләттәштәребеҙҙе һәм дуҫтарын “Беренсе республика” фильмын ҡарарға саҡырған. Бостон – Американың Массачусетс штатындағы иң боронғо һәм ҙур, бай ҡалаларҙың береһе. Ул донъялағы иң эре илле ҡала иҫәбенә инә. Халыҡ уны “Яңы Англия” тип тә йөрөтә.
Сараны республикабыҙҙың 100 йыллығына бағышлағандар. Унда Американың төрлө штаттарында йәшәгән башҡорттар йыйылған. Фильм башҡорт телендә инглиз субтитрҙары менән күрһәтелгән. Афарин, ҡыҙҙар һәм егеттәр! Рухығыҙ шулай ныҡ, эштәрегеҙ уң булһын!
Фотолар М. Вилданованың шәхси архивынан.