Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт донъяһы
11 Декабрь 2019, 03:25

Баймаҡтар "Башҡортостан" уҡый

"Башҡортостан" гәзите хеҙмәткәрҙәре Баймаҡ районы халҡы менән осрашты.

Кисә "Башҡортостан" гәзите хеҙмәткәрҙәре Лариса Абдуллина, Айгөл Йәмилева, мәҙәниәт һәм әҙәбиәт бүлегенең элекке хеҙмәткәре Айгиз Баймөхәмәтов Баймаҡ районының үҙәк китапханаһында, Сыңғыҙ, Билал ауылдарында гәзит уҡыусылар, әҙәбиәт һөйөүселәр, ҡоролтай ағзалары, ағинәйҙәр, мәктәп уҡыусылары менән осрашты.

Халыҡ араһында матбуғат менән ҡыҙыҡһыныусылар күп булыуы ҡыуаныслы. Был хаҡта биргән һорауҙар, гәзит алдырабыҙ, тип дәртләнеп килгән ауыл халҡының мөнәсәбәте аша ла белеп була.

Йәнә нимәһе ҡыуаныслы: уҡыусылар башҡорт әҙәбиәтен яҡшы белә. Осрашыуҙарға шиғыр ятлағандар, әҫәрҙәрҙән өҙөк әҙерләгәндәр. Гәзит уҡыусылар шулай уҡ замана проблемалары яҡтыртылған мәҡәләләр, әҫәрҙәр көтөп ҡалыуын белдерҙе.

Айгиз Баймөхәмәтовтың китаптарын халыҡ ҡулдан-ҡулға йөрөтөп уҡыуын әйттеләр.

Сыңғыҙ ағинәйҙәре ҡунаҡтарҙы таҡмаҡтар менән ҡаршы алды. Бында Таулыҡай мәктәбе уҡыусылары ла килгәйне. 6-сы класс уҡыусыһы Хәнифә Ғәлина Рәйес Түләктең "Оран" шиғырын ятланы. Быйыл 60 йыллыҡ юбилейын билдәләгән булыр ине мәшһүр шағир, "Башҡортостан" гәзите журналисы. Ҡәләмдәштәре уның ҡәберенә зыярат ҡылып, доғалар уҡыны.

Билал ауылы халҡы журналистарҙың ижадын яҡшы белә. Бында "Башҡортостан"ды яратып уҡыйҙар. Китапханасы Райхана Булатова һәр журналист тураһында һөйләп, "Беҙ булһаҡ, шундай булабыҙ" тигән күргәҙмә әҙерләгән. Һәүәҫкәр композитор Вилүр Мәүлитов хатта шиғырҙарға йыр ҙа яҙып өлгөргән. Уның уҡыусыһы Сыңғыҙ Ильясов ҡунаҡтарҙы көслө тауышы менән хайран итте.

Ололар хаҡында ентекләберәк "Башҡортостан" гәзитендә уҡырһығыҙ.

Айгөл Йәмилева фотолары.
Читайте нас