Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт донъяһы
13 Декабрь 2019, 12:36

Йәшәһен туған телебеҙ!

Беҙ ниндәй ҙә булһа яңы шөғөлдө үҙләштереү, үҙеңде төрлө яҡлап үҫтереү өсөн иҫ киткес ҙур мөмкинлектәр заманында йәшәйбеҙ. Теләйһең икән – сәйәхәт ит, тауҙарға артыл, талантың менән тотош илгә, хатта донъяға таныл, яңы тел өйрән... Бөгөнгө һүҙебеҙ – тап ана шул тел үҙләштереү, дөрөҫөрәге, башҡорт телен өйрәнеү, уны үҫтереү, киңерәк даирәләргә таратыу тураһында.

Ҡушымталар башҡортса өйрәнергә ярҙам итә.


Беҙ ниндәй ҙә булһа яңы шөғөлдө үҙләштереү, үҙеңде төрлө яҡлап үҫтереү өсөн иҫ киткес ҙур мөмкинлектәр заманында йәшәйбеҙ. Теләйһең икән – сәйәхәт ит, тауҙарға артыл, талантың менән тотош илгә, хатта донъяға таныл, яңы тел өйрән... Бөгөнгө һүҙебеҙ – тап ана шул тел үҙләштереү, дөрөҫөрәге, башҡорт телен өйрәнеү, уны үҫтереү, киңерәк даирәләргә таратыу тураһында. Әлбиттә, был йүнәлешкә лә заман үҙгәрештәр индермәй ҡалманы. Элек яңы телде өйрәнгәндә беҙ башлыса ҡалын-ҡалын һүҙлектәргә, баҫма әсбаптарға таяндыҡ, ә бөгөн улар урынына мобиль ҡушымталар килә.


Телде һаҡлау бәләкәй эштәрҙән башлана


Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров төбәк етәксеһе вазифа­һына тәғәйенлән­гән­дән алып төрлө уңайлы осраҡтарҙа башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү, дәүләт теле бу­лараҡ уның ҡулланылыш даирә­һен киңәйтеү тураһында үҙ фекер­ҙә­рен әйтә, социаль селтәрҙәге сә­хи­фәләрендә яҙа килә. Һәм һәр ва­ҡыт был эште бер көн эсендә ге­нә баш­ҡарыу мөмкин түгеллеген, ҙур уңыш­тарҙың бәләкәй генә аҙым­дарҙан башланыуын бил­дәләй.
Быйыл апрелдә башҡорт теле уҡытыусы­ларының I Бөтә Рәсәй съезы барышында ла төбәк етәк­сеһе үҙенең ҡарашын, тос фекер­ҙәрен белдергәйне. “Башҡорт теле уҡытыусылары менән яҡшы ғына һөйләшеп алдыҡ, – тип яҙҙы ул со­циаль селтәрҙә. – Беҙгә улар ме­нән бик мөһим эш атҡараһы бар. Тел – халыҡтың булмышы, мәҙәниә­тенең нигеҙе, әммә уны кешеләр үҙҙәре теләп өйрәнерлек итеп уҡытырға кәрәк. Башҡортса һөйләшеү модала, уҡытыу методикалары ҡыҙыҡлы булырға тейеш. Йәнә шуныһы – туған телдә ара­лашырға теләүселәрҙе, хаталанһа ла, акцент менән йәки диалектта һөйләшһә лә, ситләтмәйек. Бер генә һүҙ әйтһә лә – афарин!”
Бөгөн беҙ был юҫыҡта ана шул бәләкәй генә аҙымдар һәм эштәр аша яуланған тос ҡына уңыштарҙы, һөҙөмтәләрҙе күрә башланыҡ. Бөтә Рәсәй башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының I съезын уҙға­рыу, Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиада һәм “Урал батыр” республика конкурсы еңеүселәренә төбәк Башлығының махсус премияһын булдырыу, башҡорт теле буйынса халыҡ-ара диктант яҙыу, район һәм ҡалаларҙа башҡорт телендә ултырыштар уҙғарыу, башҡорт теле буйынса төбәк-ара олимпиада еңеүселәренә республиканың юғары уҡыу йорттарына ингәндә өҫтәмә балдар ҡу­шыу – барыһы ла туған телебеҙҙе һаҡлау һәм үҫтереү хаҡына башҡарылған матур миҫалдар ул.
2018 йылдың башында респуб­ликабыҙҙа Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды булдырыл­ғайны. Әле был ойошма маҡсатлы, маҡтауға лайыҡ эшмәкәрлек алып бара, тәүге һөҙөмтәләр, ыңғай яңы­лыҡтар күҙгә күренә башланы. Мә­ҫәлән, Фонд белгестәре смартфондар өсөн ҡушымталар әҙерләп сы­ғарыусылар менән тығыҙ хеҙмәт­тәшлек итә. Әлеге ваҡытта аndroid һәм ios өсөн “IQБалаБаш” һәм “Inofon BASH” ҡушым­талары донъя күрҙе. Шулай уҡ “Әлләсе” тип атал­ған программа тәьминәте лә бик ҡыҙыҡлы булмаҡсы. Уйын форма­тындағы был ҡушымтаны балалар ғына түгел, өлкәндәр ҙә үҙ итте.
“IQБалаБаш” ниндәй ҡушымта ул?

“IQБалаБаш” бәләкәстәргә тирә-яҡ мөхитте уйын формаһында өйрә­нергә ярҙам итә. Шулай уҡ ҡу­шымта ярҙамында башҡортса һүҙҙәрҙе дөрөҫ әйтергә өйрәнеү мөмкинлеге лә бар. “IQБалаБаш” сағыу һүрәттәр, анимациялар ме­нән биҙәлгән һәм логиканы, хә­терҙе, фекерләү ҡеүәһен үҫтереүгә йүнәлтелгән уйынсыҡтар менән байытылған. Былар барыһы ла тел өйрәнеүҙе мауыҡтырғыс итеп ойоштороуға булышлыҡ итә.
Башҡорт телендәге мобиль ҡу­шымта Ҡаҙағстан эшҡыуары, йә­мәғәт эшмәкәре Алмаз Топеев менән берлектә эшләнгән. Ул тәүҙә үҙенең балаһы өсөн ҡаҙаҡ телендә “IQ Bala” уйынын уйлап таба. Тиҙҙән был ҡушымта менән башҡа милләт вәкилдәре лә ҡыҙыҡһына башлай һәм уның ҡырғыҙ, ингуш, чечен телдәрендәге варианттары барлыҡҡа килә.
Башҡорт телендәге “IQБалаБаш”­тың нисек барлыҡҡа килеүе тураһында ҡыҙыҡ­һынып, Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды директоры Гөлназ Йосоповаға мөрәжәғәт иттек.
– “IQБалаБаш” – яҡынса 1,5 йәш­тән ҙурыраҡ балаларға тәғә­йенләнгән мобиль ҡушымта. Уны тулыһынса бушлай күсереп алырға мөмкин.
Был эшкә ниндәй маҡсат менән тотондоҡ? Бер кемгә лә сер түгел: бөгөн, теләйбеҙме-юҡмы, балалар барыбер гаджеттарҙа “ултыра” һәм беҙ ошо ҡыҙыҡһыныуҙы файҙалы йүнәлешкә, йәғни тел өйрәнеүгә бо­роп ебәрергә булдыҡ. Ҡаҙағстан эшҡыуары Алмаз Топеев менән бәйләнеш урынлаштырып, ул уйлап тапҡан “IQ Bala” нигеҙендә баш­ҡорт телендә мобиль ҡушымта булдырыу эшен башлап ебәрҙек. Әйтергә кәрәк, туған телебеҙҙә бын­дай ҡу­шым­талар юҡ кимә­лен­дә. Ниәте­беҙ­ҙе тормошҡа ашы­рыуҙа, һүҙ­ҙәрҙе дөрөҫ итеп яҙ­ҙырыуҙа “Тамыр” телеканалы ҙур ярҙам күрһәтте, бының өсөн уның директоры Гөлназ Ҡолһаринаға рәхмәтлебеҙ.
Берҙәм эшебеҙҙең һөҙөмтәһе булып “IQБалаБаш” тигән баш­ҡортса мобиль ҡушымта барлыҡҡа килде. Ул күптәрҙә ҡыҙыҡһыныу уятыр, бәләкәстәр мауыҡтырғыс ҡушымта ярҙамында туған телен өйрәнер, белемен нығытыр һәм бер-береһе менән саф башҡортса аралашыр, тип ышанабыҙ, – тине Гөлназ Рауил ҡыҙы.


“Inofon BASH” һәр саҡ һинең менән


Башҡорт телен өйрәнергә теләү­селәр өсөн булдырылған тағы бер уңайлы ҡушымта “Inofon BASH” (“Инофон баш”) тип атала. Унда би­релгән һүҙҙәр тематик төркөм­дәргә бүленгән, сюжетлы иллюстрациялар, һүҙҙең әйтелеше, яҙы­лышы һәм һүрәте бирелгән. Ҡу­шым­та һүҙҙәрҙе тиҙ иҫтә ҡалды­рырға ярҙам итә, сөнки һәр һүҙ ҡул­ланылыш даирәһенә, көнкү­рештә ҡулланылған осраҡҡа ярашлы һүрәттәр, сюжеттар менән бергә тәҡдим ителә.
“Инофон баш” ҡушымтаһы менән яҡындарынаҡ Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фондының мәғариф буйынса белгесе Фәнзилә Ғәзизова таныштырҙы:
– Ҡушымтала көндәлек тормошта йыш ҡулланылған 400-ҙән ашыу һүҙ бирелгән. Һүҙлектәрҙе үҙең менән бөтә ерҙә алып йөрөп булмай, ә был мобиль ҡушымта һәр кемдең телефонында булыуы менән бик уңайлы. Тел өйрәнеүсе диктор, әйткән әйберҙе эҙләп, һүҙҙең әйтелешен һәм яҙылышын ғына түгел, ошо осраҡҡа ярашлы һүрәтте лә иҫендә ҡалдыра.
Әйтергә кәрәк, “Инофон баш”тың телде өйрәнеүҙә еңел, һөҙөмтәле алым булыуын күптәр билдәләй. Ул башҡорт телен бөтөнләй бел­мәгәндәргә лә, насар белгәндәргә лә берҙәй ярҙам итә. Йәғни, был ҡушымтаны “App Store” һәм “Google Play” аша телефонға күсереп алып, башҡорт телен өйрә­нергә, белем ки­мәлен күтәрергә мөм­кин. Уны интернетта “Ос3.инофон.башкирский” тип таба алаһығыҙ.
Маҡсатлы рәүеш­тә тел өйрә­неү­ҙән тыш, был мобиль ҡу­шым­таны ниндәй осраҡ­тарҙа фай­ҙаланып була? Мәҫәлән, урамда йөрөгәндә, сәйәхәткә сыҡҡанда күп ҡулла­нылған һүҙҙәрҙе уның ярҙамында ятлау мөмкинлеге бар. “Инофон баш” программа тәьми­нәте төрлө темаларға бүленгән – ресторанда, фатирҙа, йортта тигән бүлектәре бар.


Ҡыҙыҡ уйын ул “Әлләсе”


Хәтерҙе нығытыуға, телмәр оҫталығын үҫтереүгә йүнәлтелгән “Әлләсе” мобиль ҡушымтаһы ла халыҡ араһында популярлыҡ яулай бара. Интерфейста ун меңгә яҡын һүҙ бар. Был программаны андроид нигеҙендә ҡоролған телефондарға күсереп була. Уйындың талаптары һәм ҡағиҙәләре ошо уҡ исем менән “Тамыр” телеканалында донъя күргән тапшырыуҙы ҡараусыларға яҡшы таныш.
Әлегә “Әлләсе” мобиль ҡушым­таһын ун меңгә яҡын кеше ҡуллана. Авторҙар билдәләүенсә, ул баш­ҡорт телен яңы ғына өйрәнә башлаусылар өсөн дә, яҡшы белеү­селәр өсөн дә берҙәй ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс. Яңы уйын балаларға, үҫмерҙәргә генә түгел, өлкәндәргә лә хуш килгән.
Телде белеү кимәлеңә ҡарап, ябай һәм ҡатмарлы һүҙҙәр ҡул­ланып уйнауҙы һайларға мөмкин. Әйткәндәй, туған телде пропагандалаусы программа тәьминәттәре бының менән генә сикләнмәй, тиҙҙән йәмәғәтселеккә онлайн-һүҙлектәр ҙә тәҡдим ителәсәк.
Читайте нас