+20 °С
Облачно


Әлеге ваҡытта М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының өсөнсө уҡыу корпусында башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән республика асыҡ дәресе башланды. Интернетта онлайн-трансляцияһы: https://youtu.be/QOPAI6U4G_4
Йыйылған халыҡты Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Фәнүр Йәғәфәров ҡотланы. Ул телебеҙҙе һаҡларға, артабан да үҫтерергә саҡырҙы. Асыҡ дәрес башҡорт теленең матурлығына, үҙенсәлектәренә, диалекттарына арналды.