

Белорет ҡалаһының үҙәк китапханаһында Башҡорт теле көнө уңайынан диктант яҙҙылар.
Шағир, яҙыусы Мәүлит Ямалетдиновтың “Еҙ ҡомған” әҫәренән алынған өҙөк бөйөк шәхес, мәғрифәт йырсыһы Мифтахетдин Аҡмулла тураһында. Диктантты Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат хеҙмәткәре, яҙыусы Фәриха Вәлиуллина уҡыны.
Сараға 100-гә яҡын кеше йыйылды. Улар араһында редакция хеҙмәткәрҙәре, китапханасылар, уҡытыусылар, студенттар, уҡыусылар бар ине. Барыһына ла сертификаттар,” бишле"гә яҙғандарға бүләктәр, дипломдар тапшырыласаҡ.
Фото “Урал” гәзите сайтынан.