М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән республика асыҡ дәресе ойошторолдо. Уны интернетта барған онлайн-трансляция аша донъяның төрлө мөйөштәрендә меңдәрсә кеше ҡарай алды.
Дәресте Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды директоры Гөлназ Йосопова, билдәле блогер Фидан Ҡолмөхәмәтов, “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса йыл уҡытыусыһы-2019” конкурсы еңеүсеһе Гөлшат Ғәбитова алып барҙы. Аудиторияла 80-гә яҡын ҡунаҡ йыйылғайны. Улар араһында Башҡорт дәүләт университеты, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты профессорҙары, яҙыусылар, студенттар, йәмәғәт ойошмалары етәкселәре, министрлыҡтар, шулай уҡ ҡаҙаҡ, ҡырғыҙ кеүек ҡәрҙәш милләттәр вәкилдәре бар ине.
Сарала ҡатнашыусыларҙы һәм дәресте онлайн-трансляцияла ҡараусыларҙы Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Фәнүр Йәғәфәров, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты ректоры Салауат Сәғитов тәбрикләне. Сығыш яһаусылар телебеҙҙе һаҡларға, артабан да үҫтерергә саҡырҙы.
Асыҡ дәрес аудитория менән йәнле әңгәмә рәүешендә барҙы һәм башҡорт теленең матурлығына, байлығына, диалекттарының үҙенсәлегенә арналды. Уның төп маҡсаты – туған телебеҙгә ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятыу, уны теләгән һәр кем өйрәнә ала икәнлеген күрһәтеү. Башҡорт теле көнө Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнөндә билдәләнгәнгә күрә, мәғрифәтсенең тарихта ҡалдырған мираҫы тураһында ла һүҙ барҙы.
Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе,
Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты:
– Донъя кимәлендә башҡорт теле буйынса тәүге тапҡыр үткәрелгән асыҡ дәрес – ҙур яңылыҡ. Шуға ҡарамаҫтан, ул һәр йәһәттән төплө уйланылған, ижади ҡараш менән әҙерләнгән сара булды. Унда диалекттарыбыҙҙың байлығы ла, тәржемә эше лә асыҡ сағылды, күнегеүҙәр ҙә ҡыҙыҡлы төҙөлгән ине.
Был асыҡ дәрес йәмғиәткә үҙенә күрә бер саҡырыу булды, сөнки телде аудиторияла, мәктәп бүлмәһендә генә түгел, ғаиләлә лә, тормошта ла өйрәнеү мөмкинлеге киң.
Ә инде башҡорт телен уҡытыуға килгәндә, ул тәү сиратта ижади процесс булырға тейеш. Уҡытыусы дәресте методика ҡанундарына ғына ярашлы итеп ойоштормаһа, тел өйрәтеүгә ижади ҡараһа, бала ла был дәрескә килергә ашҡынып торасаҡ.
Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультеты деканы, филология фәндәре докторы, профессор:
– Бөгөнгө дәрес рух байрамы, тел байрамы булды, иҫ киткес күңел күтәренкелеге кисерҙек. Тәүге тәжрибә булһа ла, ул бик матур ойошторолдо. Сарала башҡа милләт вәкилдәренең ҡатнашыуы, уларҙың башҡорт телен тәржемәһеҙ ҙә аңлап, үҙ теле менән сағыштырып, миҫалдар килтереүе үҙенсәлекле булды. Тимәк, башҡорт телен белеү төрки донъяһында үҙеңде иркен танытыу мөмкинлеген бирә.