Өфөнөң күбеһенсә сит ил фирмаларының алтаҡталары менән сыбарланып бөткән “Мега” сауҙа-күңел асыу комплексы республикалағы иң ҙур майҙанды биләһә лә, унда бер генә башҡортса яҙыу ҙа күрмәҫһең, радиоһынан йыр ҙа, иғлан да ишетмәҫһең. Шуға күрә үткән шәмбелә уның уртаһындағы сәхнәлә башҡортса һөйләүҙәре һәм йырлауҙары ғәжәп тә, ғорурланырлыҡ та булды.
“Ҡурай” телеканалының башҡортса караоке үткәреүе, “Тамыр” телеканалының “Нурбостан” проекты, “Китап” нәшриәтенең “Матди булмаған мәҙәни мираҫ китапханаһы” шулай Башҡорт теле көнөн билдәләүгә үҙ өлөшөн индерҙе. Тамашасылар нигеҙҙә сауҙа үҙәгенә һатып алырға килеп, үҙ телендәге йыр-моңдо ишетеп йыйылыусылар ине.
...Салауат Мөхәмәтйәнов башҡарыуында “Ай-һай, гөлкәйем...” яңғырай. Ул экранда караоке яҙыуы менән бергә барғанлыҡтан, байтаҡ кеше ҡушылып йырлай ҙа башланы. Алғы рәттә ултырған һәм баҫып торған тамашасыларҙың балалар булыуы ҡыуаныслы ине. Кескәйҙәр унан алда ғына “әсәй”, “өләсәй”, “ағай” кеүек йыш ҡулланылған һүҙҙәрҙең экранда яҙылған руссаһын башҡортсаға әйләндереү буйынса конкурста ҡатнашты, иң әүҙемдәре бүләк тә алды.
“МегаҮҙәк” тамашасылары театрлаштырылған күренештәрҙә, “Һаумы, һаумы, әкиәт!” һәм башҡа билдәле конкурстарҙа еңгән балаларға иҫтәлекле бүләктәр тапшырыуҙы ла алҡышланы. Приздарҙы “Иң йәш башҡарыусы” номинацияһында – Баймаҡ районының Әбделкәрим ауылындағы “Йәйғор” балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүсеһе Ғәзиз Алсынов, Бөрйән районының Әбделмәмбәт ауылынан III синыф уҡыусылары, Учалы районы Учалы ауылының башҡорт гимназияһы уҡыусылары һәм башҡалар яуланы.