Башҡорт донъяһы
27 Декабря 2019, 08:14

Донъя башҡорттары тупланды

Башҡортостанға 100 йыл тулыу, бөйөк шағир Шәйехзада Бабичҡа һәйкәл асылыу кеүек мөһим ваҡиғалар менән бер рәттән, Ер шарының төрлө төбәктәрендә йәшәгән башҡорттарҙы бер урынға туплаған V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ла тарихҡа инде.

27-29 июндә Өфө ҡалаһында уҙған Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында йәмғеһе 600 делегат ҡатнашты. Унда ил ғәмен, милләт мәсьәләләрен уртаға һалып һөйләштеләр. Дөйөм мәғлүмәттәр буйынса, делегат­тарҙың яртыһы тиерлек Баш­ҡортостандың үҙенән булһа, 157 вәкил – Рәсәй төбәктәренән. 50 делегат АҠШ, Швейцария, Голландия, Монако, Израиль, Латвиянан һәм башҡа дәү­ләттәрҙән, йәмғеһе 21 илдән килгәйне.
V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының пленар ултырышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты һәм башҡорт теленә ҡағылышлы проблемаларҙы ла билдәләне.
Беренсе көндә делегаттар төрлө темаларға арналған ҡор­ҙарға бүленеп төплө һөйлә­шеүҙәр алып барҙы, иртәгәһенә уларҙың барыһын да Ишембай ере – изге Торатау ҡаршы алды. Ҡоролтайҙың Башҡарма комитетының ултырышынан тыш, “Торатау йыйыны” республика фольклор байрамы Сармат-шоу, “Арғымаҡ”, “Кару­анһарай”, “Дәрүишхан” кеүек легендар төркөмдәрҙең сағыу сығыштары менән иҫтә ҡалды.
Читайте нас