Башҡорт донъяһы
30 Декабря 2019, 19:40

Башҡорт ғәскәрҙәре Петроградты нисек һаҡлаған?

"Ҡыҙыл Армияның Башҡорт ғәскәрҙәре 1919 йылда Петроградты һаҡлауҙа" йыйынтығында архив материалдары, фотолар, ғилми мәҡәләләр тупланған.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, Башҡортостандың Милли архивы һәм Милли музейы республиканың 100 йыллығына арнап китап сығарҙы. Азат Ярмуллин авторлығындағы "Ҡыҙыл Армияның Башҡорт ғәскәрҙәре 1919 йылда Петроградты һаҡлауҙа" йыйынтығында архив материалдары, фотолар, ғилми мәҡәләләр тупланған. Унда йәш Башҡорт Совет Республикаһының Петроградты – революция бишеген һаҡлауҙа ҡатнашыуына бәйле ваҡиғалар бәйән ителә.
Йыйынтыҡтың һәр бүлегендә тап башҡорт хәрбиҙәренең хәрәкәте, башҡорт атлылары, уҡлы бригада, ҡала эргәһендәге беренсе алыш һәм башҡа мәғлүмәттәр тупланған. Китап киң ҡатлам уҡыусыға тәғәйенләнгән.
Автор фотоһы.
Читайте нас