Кисә, 14 февралдә, Федерация Советының фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитеты рәйесе Лилиә Ғүмәрова “Төбәк брендтары сифатын контролдә тотоуҙың хоҡуҡи механизмдары һәм уларҙы контрафакт продукция булараҡ таратыуҙан һаҡлау” тигән темаға “түңәрәк өҫтәл” үткәрҙе.
Үҙенең сығышында ул 2017 йылдың декабрендә Федерация Советы рәйесенең һәр сенаторға кәм тигәндә ике төбәк брендын теркәтергә ҡушҡаны хаҡында иҫкә төшөрөп үтте. “2017 йыл менән сағыштырғанда, былтыр брендтарҙы дәүләт теркәүе буйынса биргән ғаризалар һаны яҡынса 65 процентҡа артты. 2017 йылдың декабренән 74 бренд дәүләт теркәүе үтте”, - тип билдәләне Лилиә Салауат ҡыҙы.
“Союзмультфильм” киностудияһы идараһы рәйесе, Горький исемендәге киностудияның генераль директоры Юлиана Слащева милли брендтарҙы, мәҫәлән, башҡорт балын киңерәк танытҡан йәнһүрәттәр эшләргә тәҡдим итте.
“Төбәк брендтарын йәнһүрәттәргә индереп, “Ил төбәктәре әкиәттәре” йәки "Ҙур илдең әкиәттәре” тигән циклдар эшләргә мөмкин. Әлбиттә, йәнһүрәттәр ниндәй ҙә булһа продукцияны рекламауҙы маҡсат итеп ҡуймаясаҡ. Мәҫәлән, башҡорт балы яратҡан айыуҙы, мамыҡ шәл ябынған батша ҡыҙын һәм башҡа геройҙарҙы күрһәтергә мөмкин”, - тине ул.