“Башҡортостан” гәзитенә төньяҡ-көнбайышта йәшәгән милләттәштәребеҙҙән бик матур сәләм килеп етте.
Ҡыйғы районының Иҫке Мөхәмәт мәктәбе уҡыусылары уҡытыусылары Сәриә Яруллина етәкселегендә Оло Ыҡтамаҡта үткән "Башҡортостан ынйылары" конкурсының төбәк этабына барған һәм сығыш яһап, беренсе урын яулаған. Сәриә Сәлим ҡыҙы хәбәр итеүенсә, уҡыусылар уның башланғысы менән данлыҡлы ауылдаштары, Тырнаҡлы олоҫо старшинаһы Йәрмөхәмәт Хажиевтың 1739-1740 йылдарҙа Ҡараһаҡал етәкселегендәге баш күтәреүҙә ҡатнашыуы хаҡында эҙләнеү-тикшеренеү эшен башҡарған, ошо хаҡта тарихи тамаша сәхнәләштергән.
– Сәлимйән Яруллин ҙур тикшеренеү эшен башлап ебәрҙе, ул Йәрмөхәмәт старшина ролен дә башҡарҙы. Был мин етәкселек иткән класс, уларҙа башҡорт әҙәбиәтенән белем бирәм. Класта балалар – алты ғына бөртөк, был сарала барыһы ла ҡатнаша, Башҡорт старшинаһы Әләнйейәнғол Ҡотлоғужин образын – Ансаф Низамов, Ҡараһаҡалды – Азамат Фәхретдинов, Һөйәнтуҙҙан төшкән килен Гөлйыһанды – Эльза Әсәҙуллина, Баҙыянһылыуҙы – Гөлназ Мөхәмәтьйәнова, Йәнгүзәлде – Илһөйәр Йосопова һынландырҙы.
Иҫке Мөхәмәт ауылының әүҙем, рухлы унынсы класс уҡыусылары күркәм сығышы менән үҙҙәре башҡарған образдарҙың рухын тергеҙҙе, милләтебеҙҙең олуғ ул һәм ҡыҙҙарының яҙмышын тағы берҙе иҫкә төшөрҙө. Улар ошо тарихи ваҡиғаларға ҡағылышлы тыуған яҡтарында таҡтаташ йәки стела ҡуйҙырырға ла хыяллана. Шул хыялды яҡтырттырырға ярҙам итеп, халыҡ батырҙарының исемен гранит ташҡа яҙҙырырға, аҫабалыҡ хоҡуҡтарын, халҡыбыҙҙың үҙбилдәләнешен яҡлап, үҙҙәрен аямай, батша тиклем батшаларҙы дер һелкеткән ауылдаштарыбыҙға, яҡташтарыбыҙға арналған булырға тейеш ул, – тип яҙа Сәриә Яруллина Ҡыйғы районынан.
Фото – Сәриә Яруллина, видео – Сәлимйән Яруллин.