Башҡорт донъяһы
20 Марта 2020, 16:00

Һуғыш йылдарында “Башҡортостан”ды кем етәкләгән?

Быйыл тотош илебеҙ Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллыҡ юбилейын билдәләй. Ғәрәсәтле һуғыш йылдарында республикабыҙҙың башҡорт телендәге төп милли гәзитендә кемдәр эшләгән, ә кем мөхәррир булған?

Бер быуатлыҡ бай тарихлы “Башҡортостан” гәзитендә кемдәр генә баш мөхәррир булып эшләмәгән! Шундай күренекле шәхестәрҙең араһында журналист Ғәли Зөлҡәрнәевтең дә исеме бар.
Быйыл тотош илебеҙ Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллыҡ юбилейын билдәләй. Ғәрәсәтле һуғыш йылдарында республикабыҙҙың башҡорт телендәге төп милли гәзитендә кемдәр эшләгән, ә кем мөхәррир булған?
Сығышы менән Силәбе өлкәһе Ҡонашаҡ районының Һарыкүлмәк ауылынан булған Ғәли Камал улы “Ҡыҙыл Башҡортостан” (хәҙер – “Башҡортостан”) гәзитендә баш мөхәррир вазифаһын тап Ватаныбыҙ өсөн иң һынылышлы осорҙа – Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында (1940–1945 йй.) башҡарған. 35 йәштә ул баҫмаға етәксе итеп тәғәйенләнгән.
Ғәли Зөлҡәрнәевте яҙыусы булараҡ та беләбеҙ. Ул Николай Островскийҙың һәм бүтән әҙиптәрҙең әҫәрҙәрен башҡорт теленә тәржемә иткән. “Ҡорос нисек сыныҡты?”, “Дауылда тыуғандар” романдары шуға асыҡ миҫал.
Фәтих Шәйхисламовтың һүҙҙәренә ҡарағанда, нәҡ бөгөн билдәле шәхес Ғәли Камал улының тыуған көнөндә (тыуыуына 115 йыл) уның тыуған яҡтарында хәтер кисәләре үтә. Яҡташтары уның хеҙмәт батырлығы менән сикһеҙ ғорурлана.
Фото: ebook.bashnl.ru
Читайте нас