Былтыр сентябрҙә осрашып, әңгәмә ҡорғайныҡ Айбулат менән. Әммә донъя мәшәҡәтенә күмелеп, ваҡыт үтә торғас, был һөйләшеүҙе тоҙлап ҡуйғанмын. Ошо араларҙа ниндәйҙер яҙылмаған, әммә геройым менән һөйләшенгән әңгәмә иҫкә төшөп тик тора. Хәтеремә төштө, ниһайәт: “Издательство ЗфауралИнформ” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Айбулат УРАҘБАХТИН менән аралашыу. Беҙ Сибай ҡалаһында күрешкәйнек. Әңгәмәбеҙ рухи ҡиммәттәр, телебеҙ, йәмғиәт, ғаилә – ғөмүмән, үҙебеҙ хаҡында.
Беҙгә мәғлүмәт аша идара итәләр...
– Айбулат, бөгөн башҡорт телен популяр итер өсөн нимә эшләп була?
– Хәҙерге заманда, бигерәк тә мәғлүмәт һәм глобалләшеү быуатында, нисек кенә сәйер тойолмаһын, кешегә идара итеү бик еңел. “Ни өсөн?” – тип һорарһығыҙ. Мәҫәлән, боронғо замандарҙа батша, власть, түрә, хәбәрен халыҡҡа еткереү өсөн, халыҡты майҙандарға йыйып: “Ишетеп ҡалығыҙ! Ишетмәй ҡалмағыҙ! Ишетмәй ҡалдым тип әйтмәгеҙ!” – тип хәбәр һалғандар. Ошо рәүешле идара эше алып барылған, мәғлүмәт еткерелгән. Хәҙер, үҙегеҙ беләһегеҙ, хәлдәр башҡаса. Хәҙер идара итеү саралары теләгән фекерҙе халыҡҡа “һә” тигәнсә еткерә. Башта гәзиттәр ошо бурысты үтәһә, аҙаҡ радио, телевидение, ә хәҙер глобаль интернет, бөтә Ер шарын сорнап алған виртуаль донъя мәғлүмәт еткерә. Һәм кеше менән ошо ебәрелгән хәбәрҙәр аша идара итеп була. Бындай шарттарҙа йолаға әйләнгән ҡиммәттәрҙе, телде, мәҙәниәтте, хатта тарихты һаҡлап алып ҡалыуы еңел түгел.
Алда әйткәнемсә, тарихты ла хәҙер интернет төрлө итеп күрһәтә, төрлө ҡараштар тәҡдим итә. Мәғлүмәт быуатында сиктәр юйыла һәм кеше, үҙе лә һиҙмәҫтән, донъя гражданына әүерелә, үҙенең тамырҙарын, телен, мәҙәниәтен һәм тарихын онота. Әммә былар барыһы ла яҡшымы, яманмы икәнен белер өсөн, беҙ кешенең бәхетлеме-түгелме икәненән сығып ҡына фекер йөрөтә алабыҙ.
– Ошо фекереңде аңлат әле...
– Борон замандарҙағы яуҙарҙа кешеләрҙе ҡоллоҡҡа алғандар һәм балалар бөтөнләй ят мөхиттә, сит халыҡ араһында үҫкән. Ундайҙарҙан маңҡорт яһағандар, йәғни үҙенең тыуған ерен дә, туған телен дә, мәҙәниәтен дә, ырыуын да белмәгән бер зат. Был ҡолға: “Һин – ҡол! Һин ҡол нәҫеленән, ата-бабаларың – ҡол, шуға күрә, әйҙә, эшлә!” – тигәндәр. Үҙенең тарихи тамырҙарын юғалтҡан кеше, тамырһыҙ ағас кеүек, кибә, сөнки уға тамырынан, нәҫел ағасынан энергия килмәй. Бөгөнгө донъя шулай уҡ мәҙәниәттәрҙе емереүгә йүнәлтелгән, ул мөхиттә кеше үҙ-үҙен таба алмай, хатта кемлеген дә аңламай.
Интернет, мәғлүмәт сығанаҡтары аша уны “йотоу”ға дусар иткән “матрица” уратып алған. Хәҙер беҙ халыҡтарҙың туған телдәрен онотоуҙарын, ғаиләләрендә һөйләшмәүҙәрен күрәбеҙ. Ата-әсәләре үҙ телен белгән хәлдә лә, балалары уны бөтөнләй белмәй ҙә, һөйләшмәй ҙә, йәғни быуындар бәйләнеше өҙөлгән, ата-әсәләр балаларына рухи ҡиммәттәрҙе тапшыра алмай, араларында хатта ниндәй байлыҡҡа эйә булыуҙарын белмәгәндәр ҙә барҙыр әле. Әле мин һеҙгә беҙҙең дөйөм хәл-торош тураһында һөйләнем.
– Ҡот осмалы шарттарҙы һүрәтләнең. Хәҙер ошондай мөхиттә нисек башҡорт телен һаҡларға һуң?
– Әгәр логик йүнәлештә фекерләһәк, беҙ башҡорт телен өйрәнеүгә нимә ҡамасаулай, шуны уҡ уны популяр итеү өсөн файҙалана алабыҙ. Мәғлүмәт сығанаҡтарының барыһын да, йәғни һәр электрон сығанаҡ аша халыҡты яңылыҡтар менән тәьмин итеп торорға кәрәк, әлбиттә, телгә ҡағылышлы. Шулай уҡ баҙар иҡтисадын, халыҡ араһында нимә һорау менән файҙалана, шуны өйрәнергә һәм барыһының да ыңғай яңғырашта булыуы мөһим. Бер һүҙ менән әйткәндә, телде, мәҙәниәтте ҙур ҡыҙыҡһыныу, модалы булыу кимәленә күтәрергә кәрәк. Мәҫәлән, башҡортса һөйләшеүҙе модаға индерергә.
Башҡорт телен бары тик башҡортса һөйләшеп һаҡлап була
– Был хаҡта республика Башлығы ла әйтте!
– Эйе, мәҫәлән, инглиз теле, ул телдә яҙылған алтаҡталар, терминдар, хатта кеше исемдәре модаға ингән. Ни өсөн улай һуң? Сөнки былар барыһы ла мәғлүмәт саралары тарафынан өҫтән индерелгән. Әммә ата-әсәнең аңы беҙгә кәрәкле мәғлүмәти яҫылыҡҡа йүнәлергә тейеш, йәғни балалар менән туған телдә һөйләшергә һәм мөмкин тиклем күберәк аралашырға кәрәк. Хәҙер ата-әсәләр балалары менән аралашмай ҙа тиерлек, сөнки улар аҡса эшләү менән мәшғүл. Ә балаҡайҙар ул арала гаджеттарға “бата”, бәләкәй генә сағынан сит телдәге йәнһүрәттәрҙе ҡарай, ә беҙ “ниңә балалар башҡортса белмәй һуң?” тип аптырайбыҙ! Бала менән ата-әсә араһындағы бәйләнеш ғаилә эсендә үк юғалған. Әгәр беҙ алдынғы ҡарашлы, милли киләсәк быуын үҫтерергә теләйбеҙ икән, улай булырға тейеш түгел бит. Барыһы ла үҙебеҙҙән тора, бында бик ябай схема – ниндәй милләт балаһы үҫтергең килһә, балаң менән шул телдә һөйләш!
– Хәҙерге заман матбуғаты тураһында ла әйтеп киттең. Унда бик күп ҡара мәғлүмәт сыға, был хаҡта нимә әйтерһең?
– Киң мәғлүмәт сығанаҡтарының йәмәғәтселеккә йоғонто яһауы тураһында әйтеп үттем. Әммә уларҙың ҡайһы берҙәре хатта дөйөм йәмғиәткә нисек тәьҫир итеүен, бәлки, аңлап та етмәйҙер. Мәҫәлән, күптәр мәғлүмәте күберәк ҡаралһын, сығанаҡтың рейтингы, яҙыусылары күберәк булһын өсөн тырыша. Эйе, әгәр беҙ ижади мөмкинлектәребеҙҙе файҙаланып, халыҡтың иғтибарын йәлеп итә алһаҡ, бының нимәһе насар? Әммә һәр проблеманың төбөнә төшөп өйрәнгән, кешеләргә теге йәки был хәл-ваҡиғаның ниндәй зыян килтереүе ихтимал, тип өйрәнеп яҙылған аналитик мәҡәләләр, тапшырыуҙар, гаджеттарҙағы яҙмалар юҡ кимәлендә.
– Бик үк килешмәҫ инем...
– Хәҙер бит мәғлүмәт сығанаҡтары халыҡҡа факттар еткереү менән мәшғүл. Мәҫәлән, шунса авария теркәлде, шунса кеше һәләк булды, кем нимә урлаған, шунса кеше зыян күргән кеүек хәбәрҙәр менән тулған интернет, йәғни кешеләрҙең иғтибарын хайуани инстинкттарға йәлеп итәләр. Былар барыһы ла нимә хаҡында һөйләй? Был осраҡта бары тик ике генә фекер башҡа килә: кешелек ашау, йоҡлау, үрсеү һәм үҙ-үҙен һаҡлау кеүек кимәлгә төшкән йәки мәғлүмәт сығанаҡтары махсус рәүештә кешеләргә юғары кимәлгә күтәрелергә ирек бирмәй һәм түбән платформаға ҡыуалай.
Кешенең үҫеше төрлө тауыш, уҡылған һүҙ аша бара, йәғни әҙәм балаһы улар аша аҡылында образ формалаштыра. Аҙаҡ ана шул образ матди донъяға күсә, унда формалаша. Беҙ “ҡара мәғлүмәт” таратып, шундай күренештәрҙе үрсетеүгә юл ҡуябыҙ, шуға күрә киң мәғлүмәт сараларында эшләгән һәр кеше мин башҡаларға ниндәй мәғлүмәт еткерәм әле, тип уйланырға тейеш. Улар кешегә идара итеү ҡоралын ҡулланып, замандаштарын хәүеф алдына ҡуйыуын аңларға бурыслы!
– Башҡорт халҡын берләштереп буламы?
– Әлбиттә. Уның өсөн бер нәмәне аңларға кәрәк. Халыҡтың төрлөсә ҡарашта булыуы насар ҙа түгел ул, әммә башҡаларҙың фекерен ишетеп, тыңлай белеү мөһим. Һәр кемгә үҙенең әйткәне дөрөҫөрәк кеүек, ул күршеһен бөтөнләй ишетергә теләмәй. Фекеренә ҡолаҡ һалырлыҡ авторитеттар заманы түгел хәҙер, хатта балалар ҙа ата-әсәһе әйткәнгә ҡолаҡ һалмай, сөнки интернет бар, ә унан ул теләһә нәмә хаҡында мәғлүмәт ала.
Хәҡиҡәткә яҡын мәғлүмәт тупланған берҙәм мәғлүмәт сығанағы юҡ, шуға күрә лә хәбәрҙәр халыҡҡа төрлө яҡтан килә һәм үҙенсә уларҙың аңына тәьҫир итә. Һөҙөмтәлә ғаилә ҡиммәттәре лә юҡҡа сыға, шунан инде “бүлгелә һәм идара ит” ҡағиҙәһе эшләй башлай. Айырым көстәр ошо рәүешле кешеләргә идара итә. Ә бит кеше аңына ыңғай күренештәр менән тәьҫир итергә була, шул уҡ ваҡытта кире мәғлүмәт менән дә бәндәләрҙән ҡол яһарға мөмкин. Был боронғо ысул, әммә бөгөн дә уның көсө ныҡ. Үрҙә мин маңҡорт тәрбиәләү юлы тураһында һөйләнем, ул да шул уҡ киң билдәле “бүлгелә һәм идара ит” принцибы менән эшләнә.
Кешенең үҫешенә ыңғай йоғонто яһаған күренештәр, мәрхәмәтлек, миһырбанлыҡ, әҙәп, аҡыл принциптары хаҡында бер ни ҙә белмәгән, ишетергә лә теләмәгән кешегә идара итеү еңел, уны бына хәҙер үк бер туғанына ҡаршы һуғышҡа күтәрергә була. Бындай “граждандар һуғышының” бөгөн дә шаһиты булып торабыҙ: ата-әсәләре үлеп китә лә бер туғандар донъя, мал бүлешеп, бер-береһен судҡа биреп бөтә, ҡан дошманға әүерелә. Ошо “граждандар һуғышы” түгелме ни? Улар әле үк бара. Йәмғиәттә ошо эмоциональ энергия хәүефле мәленә етеү менән, ысын мәғәнәһендә һуғыш башланыуы ихтимал. Бындай хәлгә юл ҡуйырға ярамай.
Шуға күрә беҙгә халыҡты туплар өсөн иң мөһиме – ғаиләлә лайыҡлы вариҫтар тәрбиәләү, уларға рухи ҡиммәттәрҙе һеңдереү, үҙ-ара кешелекле мөнәсәбәттәр булдырыу, бер-береңә ярҙамға килергә әҙер тороу. Бының өсөн ата-әсәнең үҙе үк балаһына абруйлы кеше булыуы мөһим, уларҙың был рухи ҡиммәттәр мөнәсәбәте ғилемен, ошо йүнәлештә үҫеште яҡшы аңлауы зарур. Бына ошондай идеология менән халыҡты туплауы ла күпкә еңелерәк буласаҡ, сөнки әхлаҡ, ниәттәрҙең изге булыуы, халҡың тарихын яҡшы белеү, уны бер ниндәй ғәйепләүһеҙ ҡабул итеү, эгоизмды алыштырған эскерһеҙ мөхәббәт, бер-береңә ярҙамға килергә әҙер булыу тойғоһо тантана итәсәк. Әммә беҙ әлегә барыбыҙ ҙа тарҡау хәлдә, сөнки индивидуализм, эгоизм культы аҫтында көн итәбеҙ. Кешелек уға ни тиклем генә табынып йәшәһә лә, ул емергес көс. Әгәр һәр кем үҙе хаҡында ғына уйлай башлаһа, ғаилә тарҡаласаҡ. Ә йәмғиәт – ул ҙур бер ғаилә. Унда ла ошо уҡ хәл килеп тыуасаҡ.
“Ер шарындағы рухиәт өсөн башҡорттар яуаплы!..”
– Ғаиләнән, йәмғиәттән тәбиғәткә әйләнеп ҡайтайыҡ әле. Нимә ул Урал тауы?
– Ун биш йыл самаһы инде рухи ғилемде өйрәнеү менән шөғөлләнәм. Өйрәнәм генә түгел, теорияһын белеп, практикала ҡулланмаһаң, үҙеңдең яҙмышыңды үҙгәртеп тә булмай. Был кеше үҫешенең иң төп принцибы. Мәҫәлән, математиканы белер өсөн арифметиканы, алыу, ҡушыу, бүлеү, мәсьәләләрҙе сисеү формулаларын белергә тейешбеҙ. Һуңынан беҙ был ғәмәлдәрҙе тормошта файҙалана башлайбыҙ, сөнки теорияһын белеү генә математиканы өйрәндең тигән һүҙ түгел. Рухи практикала ла шулай уҡ. Үҙен-үҙе өйрәнгән кеше тирә-яғындағыларҙы танып белә башлай. Кеше – ул микрокосм, ә уны уратып алған донъя – макрокосм. Ошолар менән ҡыҙыҡһына башлағас, идара итеү процестары менән дә ҡыҙыҡһына башланым.
Юғары уҡыу йорттарында, менеджмент, ойошмаға идара итеү буйынса белгестәр әҙерләгән ғилем усаҡтарында, хатта дәүләт идаралыҡтарында барыбер ҙә тулы белем бирелмәй. Идара итеүҙең тулы функциялары хаҡында һөйләнелмәй, йәмғиәт хәүефһеҙлеге тураһындағы фәндә генә әйтелә. Кемгә был хаҡтағы белем ҡыҙыҡлы, үҙаллы өйрәнә ала. Идара итеү ғилеме шулай уҡ тарих менән дә бәйле.
Ғәҙәттә, һәр яңы батша тарихты үҙенсә яҙған. Күп нәмәләр беҙгә хакимдар тарафынан тағыла, мәҫәлән, Иван Грозный, Сталин кеүек батшалар хаҡында нимә беләбеҙ? Беҙ ул заманда ни өсөн теге йәки был ҡарар ҡабул ителгәнен хатта белмәйбеҙ ҙә, ниңә тап идара итеү системаһы улай булғанын да аңламайбыҙ. Быларҙың береһе лә халыҡҡа аңлатылмай, хатта ябай халыҡтан барыһы ла йәшерелә. Теге йәки был шәхескә тәғәйен образ эшләр өсөн махсус рәүештә теге йәки был миҫалдар килтерелеп материалдар тәҡдим ителә.
Мәҫәлән, башҡорт халҡы тарихынан беҙ нимә беләбеҙ? Бары тик ихтилалдар, һуғыштар, ҡан ҡойоштар аша фекер йөрөтәбеҙ. Дөйөм алғанда, негатив тарих. Әлбиттә, уны ла белергә кәрәк. Әммә ни өсөн беҙгә бары тик ошо мәғлүмәтте биреүҙәрен аңларға кәрәк. Был йәнә шул уҡ принцип – “бүлгелә лә идара ит”. Һөҙөмтәлә теге йәки был халыҡтарҙың күңеленә шом һалына, ҡурҡыу таратыла – кәрәк саҡта был мәғлүмәтте файҙаланыу өсөн эшләнә был.
Ә ысынында иһә меңәр йыл элек беҙ, бик күп халыҡтар, бер бөтөн киңлектә йәшәгәнбеҙ. Хәҙерге кеүек үк, тик рухи ҡеүәт берҙәм булған. Бәлки, кемдәрҙер минең менән бәхәскә инер, әммә ул да бары тик тарихты һәм ваҡыт арауығын белеп бөтмәүҙән килә. Эйе, киңлек берҙәм булған, йәки ул һәр ваҡыт һәм һәр даим булған. Беҙ көнбайыш һәм көнсығыш тип әйтергә яратабыҙ бит. Элек тә шулай булған. Көнбайыш һәр ваҡыт матди байлыҡты сағылдырған, унан беҙгә фәнни-техник революция ҡаҙаныштары, шуның менән бергә матди байлыҡтың, рухһыҙлыҡтың культы килгән. Ә көнсығыш һәр саҡ рухиәттең сағылышы булған, әле лә ул яҡтарҙа дини ҡиммәттәр юғары баһаланған дәүләттәр бар.
– Был осраҡта Рәсәй ҡайҙа икән?
– Бик күп аҡыл эйәһе был хаҡта баш ватҡан, һөҙөмтәлә беҙҙең ил көнбайыш та, көнсығыш та түгел тигән һығымтаға килгәндәр. Беҙ алтын урталыҡта урынлашҡанбыҙ һәм көнбайыш менән көнсығыштың, матдилек менән рухиәттең Самаһын һынландырабыҙ. Беҙ планетар баланс ролен үтәйбеҙ, йәғни матди нәмә менән бергә рух та үҫешергә тейеш. Әгәр рухиәт түбән тәгәрәһә, матди байлыҡ та юҡҡа сыға һәм, киреһенсә, әгәр рухиәт күтәрелһә, матди донъябыҙ ҙа бөтәйәсәк. Беҙ тәбиғәт ресурстарына бай майҙанда йәшәйбеҙ, әммә рухи яҡтан үҫешмәһәк, матди донъя ла түбән тәгәрәй. Әммә һәр территорияның үҙ бурысы бар, мәҫәлән, беҙҙең ил планета, уның юҡҡа сыҡмауы өсөн яуаплы.
– Әгәр матди донъя һәр ерҙә өҫтөнлөк алһа, Ер шары юҡҡа сығасаҡ. Байлыҡ артынан ҡыуғандар, ғәҙәттә, рухиәт тураһында уйламай. Изге китаптарҙа – Тәүратта, Ҡөрьәндә яҙылған Ҡиәмәт көнө килеп етәсәк. Урал һәм Урал тауҙары – планета балансының арҡа һөйәге. Бөтә Рәсәй элек-электән Урал тауҙарына һыйынып йәшәй. Юҡҡа ғына бөтә яулап алыусылар, шул иҫәптән Гитлер ҙа иң тәүҙә Уралды баҫып алырға ынтылмаған. Планетаның арҡа һөйәген ҡулға төшөрөп, улар бөтә территорияға хужа булырға мөмкин, тип иҫәпләгән. Кем Сама биләмәһендә идара итә, шул бөтә планетаға хужа. Былар барыһы ла уйланыр өсөн мәғлүмәт, беҙгә ғорурланып китеп, башты юғалтыр өсөн түгел. Быны мин хәл-ваҡиғаларҙы төптән аңлатыр өсөн һөйләйем. Төплө ғилемгә эйә булып ҡына, беҙ аңлайышһыҙ тойолған нәмәләргә аңлатма таба аласаҡбыҙ. Мәҫәлән, башҡорттарҙың аҫабалыҡ хоҡуғы тураһында уйланғанығыҙ бармы?
– Ни сәбәптән Иван Грозный ундай ҡарар ҡабул иткән? Тарих буйынса, бер нисә ырыу башлығының Рәсәйгә инеү өсөн уның менән осрашырға барғанын беләбеҙ. Ә ысынында иһә бер ниндәй ҙә ҡушылыу булмай, ә тарҡалған биләмәләрҙең берләшеүе була был. Иван Грозный донъялағы барған үҙгәрештәргә бәйле эштең нимәлә икәнен яҡшы аңлаған. Бик болғансыҡ осор була. Алексадр I, Николай II, Сталин һәм башҡалар заманында ла шулай була. Ул ваҡыттағы иң ҡеүәтле, хәл иткес ҡарарҙарҙың береһе – ул Урал тауҙары итәгендә йәшәгән, уны борондан һаҡлаған башҡорт халҡының ергә юридик хоҡуғын биреү. Башҡорттар ҡайғы ла, бойоғоу ҙа, ҡурҡыу ҙа белмәгән ысын яугир була, улар был ер өсөн йәнен бирергә әҙер була. Улар рухи ғилемде лә, матди байлыҡ ҡиммәтен дә яҡшы аңлаған халыҡ икәнен батша яҡшы аңлай. Ә Көнбайыштың идараһынан был тауҙы һаҡларға кәрәк булған. Бына ни сәбәпле ер йөҙөндәге берҙән-бер халыҡҡа оҙон-оҙаҡ йылдарға аҫабалыҡ хоҡуғы бирелә. Был хоҡуҡты 1917 йылдағы “Ер хаҡындағы декрет”, 1918 йылғы “ерҙе социалләштереү тураһындағы төп закон” юҡҡа сығара. Урал – ул башҡорт халҡы өсөн барыһы ла. Уны һаҡлау, йәғни Ер йөҙөндәге рухиәтте һаҡлау башҡорт халҡы иңендә.
Башҡорттоң эске һәм тышҡы сифаты
– Ә бөгөн балаларҙы Урал батыр, башҡорт рухында тәрбиәләү өсөн нимә кәрәк?
– Иң алда башҡорт рухының нимә икәнен аңларға кәрәк. Башҡорт халҡының рухы – ул эске һәм тышҡы сифат. Эске – үҙеңдең асылыңды, йәнеңде тойоу, ер йөҙөндәге миссияңды, үҙеңдең программаларыңды, тарихыңды (өҙөк-йыртыҡ түгел) белеү, Аллаһы Тәғәләне аңлау өсөн телеңде белеү һәм туған телмәреңде аңлау тигән һүҙ. Үҫешкән шәхестәр быуынын булдырыу, матди байлыҡтың ысын мәғәнәһен һәм тәғәйенләнешен аңлау өсөн быларҙың барыһын да беҙгә өйрәнергә кәрәк. Тышҡы яҡтан – матди белем, һөнәр алыу, өйрәнеү, ғаилә ҡороу өсөн шарттар тыуҙырыу, йәмғиәттә үҙ урыныңды табыу. Сәләмәт йәшәү рәүешен алып барыу, интоксикацияны ҡулланмау, ир-егеттәр өсөн – спорт, көрәш сәнғәте менән шөғөлләнеү, ә ҡатын-ҡыҙҙар өсөн – ғаилә ҡиммәттәрен, ир һәм балалар менән аралашыу мәҙәниәтен тергеҙеү. Был әле – ҡыҫҡаса ғына әйткәндә. Ғөмүмән, һәр төшөнсә хаҡында оҙаҡ һөйләргә була.
– Бөгөн – Мәғлүмәт заманы, тинек. Халҡыбыҙҙы үҫтереү өсөн уны дөрөҫ файҙаланабыҙмы?
– Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, дөрөҫ ҡулланмайбыҙ. Өҫтә әйтеп үткәнсә, әлеге заманда киң мәғлүмәт сығанаҡтары халыҡҡа “насар тауар” алып барып еткерә. Шуны төптән аңларға һәм яйлап ниндәйҙер үҙгәрештәр яһарға кәрәк, сөнки артабан да былай дауам итһәк, яманлыҡтар ҙа оҙаҡ көттөрмәҫ. Әйткәндәй, тарҡалған ғаиләләр һаны арта, был үҙе үк сигналдарҙың береһе. Ғаилә юҡҡа сыға икән, яйлап йәмғиәт тә тарҡала.
– Бына бөгөн һин ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр әйттең. Әммә бөтә кеше лә уларҙы ҡабул итергә әҙер түгел бит?
– Әлбиттә, ни өсөн тигәндә, беҙ аңһыҙ һарыҡҡа әйләнгәнбеҙ һәм шундай уҡ балалар тәрбиәләйбеҙ. Беҙ тәрәндән уйланырға онотҡанбыҙ. Ғүмер юлыбыҙға анализ яһағаныбыҙ ҙа юҡ – был ниндәйҙер донъяла булмаҫ хәл кеүек. Хатта беҙҙең быуында, балаларыбыҙҙы әйтеп тә тормайым, клиптағы кеүек фекерләү өҫтөнлөк итә. Беҙҙе быға ата-әсәләребеҙ өйрәтмәгән, ә үҙебеҙ быға килергә лә уйламайбыҙ. Был хаҡта мәктәптә өйрәтмәйҙәр, ә глобаль системаға беҙҙең һарыҡ кеүек булыуыбыҙ уңайлы. Беҙ бик бәхетһеҙбеҙ. Дөйөмләштереп әйткәндә, киң билдәле фильмдағы һымаҡ, дөйөм матрицанан сығырға тырышырға кәрәк, үҙебеҙҙең эгоизмдан арыныу мөһим.
– Бөгөн Ислам дине аша халыҡҡа ниндәй мәғлүмәт еткерәләр?
– Был бик нескә һорау. Уға яуап бирер өсөн йәнә лә тәрән ҡиммәттәрҙе аңлау, улай ғына ла түгел, баһалау мөһим. Мәҫәлән, һеҙ нисек уйлайһығыҙ, бөгөнгө йәмғиәт цивилизация тип атала, әммә ул үҫеш юлындамы, әллә артҡа тәгәрәйме? Матди үҫеште ҡараһаҡ, беҙ алға барған кеүекбеҙ. Әммә үҙ-үҙеңде өйрәнеү, эске сифаттар, тормоштоң асылын аңлау яғынан баҡһаң – был бит кешенең тарҡалыуы. Шулай булғас, эволюцияның нимә икәнен дөрөҫ аңларға кәрәк! Бөтә ғилми-техник прогресс – ул берәү генә. Мәҫәлән, хәтер насар икән, беҙ компьютерҙа ҡаты диск булдырабыҙ. Беҙ эшләргә иренеп, машина, робот, башҡа механизмдар уйлап табабыҙ. Хәрәкәт итергә иренеп, транспорт уйлап сығарабыҙ. Былар барыһы ла матди прогресс. Әгәр ошо хәлдә, прогреста беҙ шәхес булараҡ үҫешмәйбеҙ, хәҡиҡәтте эҙләүҙән баш тартабыҙ икән, беҙ түбәнгә тәгәрәйбеҙ. Бөгөн хатта заман психологтары ла кеше булыуҙан туҡтамау өсөн, уңайлы шарттарҙан баш тартып торорға кәңәш итә.
Бөгөнгө цивилизацияның бына ошо ҡиммәттәрҙән яҙыуын, рухи яҡтан артҡа китеп барғанын, рухи байлыҡты юғалтыуын, эшен роботтарға йөкмәтеүен аңлаһаҡ, беҙ, бәлки, ҙур үҙгәреш кисерер инек. Бөгөн Японияла хатта бала ҡараусы роботтар ҙа бар. Улар ни өсөн уйлап табылған? Яуабы бик ябай – ата-әсә үҙ балаһын ҡарамау өсөн уйлап тапҡан. Һөҙөмтәлә мөхәббәтһеҙ, хис-тойғоһоҙ, уйлауға һәләтһеҙ кеше үҫә. Кеше буламы икән әле ул?
Кеше юҡҡа сыға икән, уның бөтә нәмәһе лә юҡҡа сыға. Хатта дине лә. Иң юғары имани байлыҡтарын пәйғәмбәрҙәр, уларҙың илселәре бер ниндәй милләткә, дингә, формацияға, иленә ҡарап тормайынса, халыҡ менән уртаҡлашҡанын яҡшы беләбеҙ. Улар барыһы ла бер бөтөн һәм сығанаҡ берәү икәнен аңлаған. Ә бөгөн нимә күрәбеҙ? Хатта диндәр араһында ҡаршылыҡ хасил булды. Уларҙың һәр береһенең эсендә әллә нисәмә йүнәлеш барлыҡҡа килде, һәм улар низағ тыуҙыра. Беҙ хәҡиҡәтте юғалттыҡ. Ата-бабаларыбыҙ тотҡан юл – беҙҙең халыҡ өсөн иң дөрөҫө. Дөйөм алғанда, бөгөн һәр динде – ул кеше тамам юҡҡа сыҡмаһын, тормош диңгеҙендә батмаһын, үҙенә тәғәйен ғүмерен лайыҡлы үтһен өсөн бер ҡотҡарыусы тип тә ҡарарға була. Кешегә зыян итмәү мөһим. Мәрхәмәт, миһырбан булырға тейеш һинең тотҡан динеңдә.
– Матди яҡтан байыр өсөн беҙгә нимә эшләргә?
– Был турала әңгәмә барышында әйтеп үткәйнем, шикелле. Рәсәй кешеһенә үҙенең эске күңелен ыңғай рәүештә тоторға кәрәк, ә был кәйефте тик үҙ өҫтөңдә эшләп кенә булдырып була, йәғни рухи яҡтан үҫеп. Маҡсат ҡуйып йәшәү моратыбыҙға ирешергә ярҙам итә, шулай йәшәргә өйрәнергә лә кәрәк.
– Бөгөн гранттар заманы. Беҙгә башҡорт телен киң йәмәғәтселеккә еткерер өсөн нимәләр эшләргә кәрәк?
– Гранттар системаһы – ул үҫеш өсөн дөрөҫ идара итеү, йәмғиәттәге социаль проблемаларҙы хәл итеү юлы. Әммә бик ҡыҙыҡлы нәмә лә барлыҡҡа килә. Күптәр шәхси яҡтан байыу өсөн грант оторға тырыша, улар был осраҡта матди яғын күберәк уйлай. Әгәр инде бүләкләнеүсе дөрөҫ маҡсатта, изге ниәт менән был эшкә тотонһа, беҙҙең бик ыңғай һөҙөмтәләргә өлгәшеүебеҙ ихтимал, тип уйлайым. Әммә әлегә йәмғиәт тик эгоистик холҡон күрһәтә. Күпселек, әлбиттә, барыһы ла түгел, байығыу тураһында уйлай.
Мәҫәлән, эшҡыуарҙар өсөн “стартап” кеүек финанс саралары бар, әммә күптәр, аҡсаһын алып, икенсе маҡсатта тотоноп, башлаған эштәре ябылды. Кешелек спираль рәүешендә үҫешә, алтын, көмөш, тимер дәүерҙәр бар. Әле беҙ тимерендә йәшәйбеҙ. Был осорҙа йәшәгәндәрҙең күбеһенә көнсөллөк, һаранлыҡ, үҙ-үҙен яратыу хас, тип яҙыла китаптарҙа. Әммә был дәүерҙән һуң алтыны килә һәм унда рухи яҡтан юғары күңелле кешеләр йәшәйәсәк. Үҙ тормошобоҙҙан үҙебеҙ тамуҡ эшләмәү өсөн беҙгә бөгөндән аңыбыҙҙы, донъяны ҡабул итешебеҙҙе үҙгәртергә кәрәк!