Бына Нурия нимә тип яҙа: “Башҡорт балы ҡушып эшләнелгән шоколадтар “Ҡурай” тигән исем йөрөтәсәк. Уларҙы Силәбелә йәшәүсе Зөбәйрә Сабирова етештерә.
Милләттәшебеҙ сығышы буйынса Башҡортостандың Хәйбулла районынан. Көньяҡ Уралдың баш ҡалаһында биш йылға яҡын йәшәй. Башҡорт мөхитендә тыуған шәхес милли рухлы, әүҙем кеше. Балаларын да башҡорт рухында тәрбиәләй. Биш йәшлек Йософ улы туған телендә иркен аралаша. Зөбәйрә үҙе лә төбәктәге башҡорт ғаиләләре менән тығыҙ аралашып йәшәй.
Силәбенең милли киң мәғлүмәт саралары “Уралым”дың журналистары шәхси брендтың исемен дә башҡорт халҡы символдары менән бәйләргә кәңәш итә. Өлкәнең башҡорт гәзите уҡыусылары һәм социаль селтәрҙәрендә ҡатнашыусылар шоколадтарға исем уйлауҙа әүҙем ҡатнаша, йөҙгә яҡын варианттар тәҡдим итә. Улар араһында Силәбе башҡорттарына ғына хас этнографик атамалар, диалект һүҙҙәре, ырыу исемдәре лә бар.
Шулай ҙа Зөбәйрәнең күңеленә “Ҡурай” исеме ята. Беҙҙең халыҡ аш-һыулы табынды йыр-моңһоҙ күҙ алдына килтермәй бит! Унан тыш, милләттәштәр йыйылған урында милли матбуғатһыҙ, мәғлүмәтһеҙ ҙә булмай, тип өҫтәй Силәбе журналистары.
“Ҡурай” исемен Өфө ҡалаһынан Динара Шәйхетдинова тәҡдим иткән. Шулай уҡ Ильяс Сафин, Лилиә Мурзина тәҡдим иткән "Күстәнәс" и "Серле йомаҡ" исемдәре өсөн дә Зөбәйрә авторҙарға татлы бүләктәр тапшырасаҡ.
Шоколадтарҙы әҙерләү өсөн тик өс ингредиент ҡына ҡулланыла, улар араһында төп урынды башҡорт балы биләй. Уны милләттәшебеҙ тыуған яғынан алып килә“.