Быйыл Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант башҡа йылдарҙағыһынан бер ни тиклем үҙенсәлекле булыуы менән айырылды. Беренсенән, ул тулыһынса онлайн форматта ойошторолдо, икенсенән, республикабыҙҙың төньяҡ-көнбайыш өлөшөндә йәшәгән башҡорттар уны үҙ диалектында яҙыу мөмкинлегенә эйә булды. Был хаҡта билдәле шәхестәр, халҡыбыҙ зыялылары үҙ фекерен белдерҙе.
“Башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында диктант яҙыу – ул республикабыҙ өсөн ҡыуаныслы, әһәмиәтле ваҡиға. Был башланғыс башҡорт зыялылары тарафынан төньяҡ-көнбайыш башҡорттарына бәйле уҙған быуаттың 50-се йылдарынан күтәрелеп килгән проблеманың “үле нөктә”нән ҡуҙғалыуы хаҡында һөйләй, – тип билдәләне тележурналист, тарих фәндәре кандидаты Салауат Хәмиҙуллин. – Мин әлеге диктант яҙыу йөҙәр меңдәрсә башҡортто этник тамырҙарынан айырыуға дусар иткән үткән ун йыллыҡтар практикаһына нөктә ҡуйыр, тип ышанам. Уларҙы башҡорт халҡының этномәҙәниәтенә индереү Башҡортостандың тотороҡлоғон нығытыуға, уның ныҡлығын арттырыуға һәм иҡтисади йәһәттән сәскә атыуына булышлыҡ итәсәк”.
Башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында 51345 кеше диктант яҙҙы, был үҙе үк әлеге диалектҡа ихтыяж булыуы хаҡында һөйләй.
Фотолар: “Бәйләнештә”ге Асҡын районы төркөмөнән.