Башҡорт донъяһы
28 Апреля 2020, 20:15

“Диктант диалект байлығын асыҡ күрһәтте”

Башҡорт дәүләт университеты доценты Искәндәр Сәйетбатталов башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында диктант яҙыуға ҡарата үҙ фекерен белдерҙе.

Быйыл республиканың төньяҡ-көнбайыш өлөшөндә йәшәгән милләттәштәребеҙҙең Башҡорт теленән халыҡ-ара диктантты үҙ диалектында яҙыуы тураһында хәбәр иткәйнек. Был башланғысҡа ҡарата филология фәндәре кандидаты, Башҡорт дәүләт университеты доценты Искәндәр Сәйетбатталов үҙ фекерен белдерҙе.
"Башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалекты тураһында уҙған быуаттың 30-сы йылдарында тәү башлап телгә алына, әммә ул республиканың тел һәм мәҙәни тормошонан ситтә ҡала килде. Тиҫтәләрсә йылдар дауам иткән был күренеш уны ҡулланыусыларҙа уңайһыҙланыу, кәмһенеү тойғоһо барлыҡҡа килтерҙе, был үҙ сиратында башҡорт мәҙәниәтенең бөтөнлөгөнә бик насар тәьҫир итте. Диктант яҙыуҙы ойоштороуҙың маҡсаты – белем кимәлен тикшереү түгел, ә башҡорт теленең диалектында һөйләшеүселәр тыуған ерендә туған телен иркен ҡулланһын өсөн мөхит тыуҙырыу. Диктанттың тексы диалект телмәренең киң, сағыу мөмкинлектәрен асыҡ күрһәтте, ә уны яҙыусыларҙың ыңғай фекерҙәре тел белгестәрен – яңы эҙләнеүҙәргә, яҙыусыларҙы үҙ әҫәрҙәрендә диалект байлығын тағы ла киңерәк ҡулланыуға дәртләндерергә тейеш".
Фото: “Бәйләнештә”ге Асҡын районы төркөмөнән.
Читайте нас