Һуңғы ҡайтҡанда әсәйем үҙе эшләгән һаҡалдарҙы, көрәктәрҙе сығарып теҙеп һалды. "Төшөрөп ал әле, һораусылар булһа, күрһәтерһең", - тине.
"Бөгөн һаҡал, ҡашмау, түшелдерек яңынан модаға инде, ә әсәйем Рима Кәлим ҡыҙы Мусина һаҡалды күптән яһай. Нәҡиә инәй иҫән саҡта унан өйрәнеп ҡалды. Заказ буйынса ла эшләй. Һуңғы ҡайтҡанда ошо эштәрен күрһәтте", - тип яҙып, "Бәйләнештә" социаль селтәрендәге диуарыма һалғайным, сәхифәмдәге дуҫтарымда шундай ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы.
Әсәйемдең эштәре күптәргә оҡшаны. "Бигерәк матур һаҡалдары!", "Матур!" тигән йылы һүҙҙәр әйтелде. Межгорье ҡалаһында йәшәгән Зарифа Янбаева: "Афарин! Бик матур! Беҙҙен ауыл халкы электән ихлас, ҡул эштәре буйынса ла, ғөмүмән, бөтөн яҡтан - дирүгә һуғыуҙа, шәл бәйләүҙә, һырыу, сигеү, ҡораманан тушәк тегеүҙә. Минеңсә, Белорет районында иң күп һаҡал тегеүселәр - ул беҙҙең Ҡаһарман ауылы ҡатын-ҡыҙҙары. Күпләп түшелдерек һаталар. Ауылдаштарым менән ғорурланам! Афариндар!" - тип яҙа.
Ысынлап та, әсәйемдең ҡулы алтын. Ул беҙ бала саҡта бөтә әйберҙе лә бәйләп кейҙерҙе, заказ буйынса ла кофта, ойоҡ-бейәләй әҙерләне. Кәрәк булһа, тиҙ генә ултырып күлдәген дә өлгөртә ине. Шул саҡта уҡ ул башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары күлдәген текте, оло инәйҙәр уға мөрәжәғәт итте. Бишмәт, ҡашмау, һаҡал - бөтәһен дә үҙе эшләне.
Беҙ бала саҡта Нәҡиә инәй Мөхәмәтдиноваға барып, һаҡал тегеү серҙәренә өйрәнеп йөрөнө. Ул ваҡытта бындай милли биҙәүестәргә, кейемгә ундай иғтибар юҡ ине. Шул мәлдә беҙгә лә инселәп милли кейемдәр текте, һаҡал эшләне.
Бөгөн дә ул был шөғөлөн ташламай. Беҙ "күҙеңде бөтөрәһең" тип көйәбеҙ, тик уның яратҡан шөғөлөнән айырылғыһы килмәй. Яҡындарыбыҙ, туғандарыбыҙ, таныштарыбыҙ араһында ошондай оҫталар күп ул, тик уларҙы күрә, баһалай белергә генә кәрәк.