Баймаҡ районының Сыңғыҙ ауылында йәшәгән Дамира Һәм Фәйзрахман Усмановтар татыу, өлгөлө ғаилә булараҡ билдәле. Унан да бигерәк Дамира апай менән Фәйзрахман ағай әүҙем тормош алып барыуы, йәшәйештәге төрлө күренештәргә битараф булмауы, тирә-яҡ мөхиттең, тыуған ауыл тәбиғәтенең таҙалығы хаҡына башҡарған эштәре менән күптәргә өлгө.
Ошо көндәрҙә Усмановтар ғаиләһендә бер түгел ике шатлыҡлы ваҡиға билдәләнде. Башҡортостан Республикаһының Йәмәғәт палатаһы тарафынан булдырылған "Атайлыҡ ҡаһарманлығы" наградаһының быйылғы еңеүселәре араһында Фәйзрахман Усманов та бар. Уны күптәр "Атайсал" гәзите уҙғарған "Таҙа Һаҡмар" акцияһының инициаторы булараҡ та белә.
Ә Дамира Дамулла ҡыҙы Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәтенең юғары наградаһы менән бүләкләнде. Әүҙем, уңған һәм өлгөлө әсәгә Рабиға Ҡушаева исемендәге "Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе" миҙалын БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты ярҙамсыһы Рөстәм Радик улы Нәбиуллин тапшырған.
Фотолар: Усмановтарҙың шәхси архивынан.