Яҙғы осорҙа ғына башҡорттар һәм Башҡортостан тураһында донъяла 307 мәҡәлә баҫылып сыҡҡан. Wikimedia CEE Spring тип аталған быйылғы конкурс тамамланды. Барлығы донъялағы илдәр һәм халыҡтар тураһында 1668 мәҡәлә сыҡҡан. Шуларҙың 307-һе - беҙҙең республика, уның данлыҡлы кешеләре тураһында.
Айырыуса Украина википедияһында Башҡортостан тураһында күп яҙылған. Белорус, азербайджан, венгр, словак, эстон һәм башҡа халыҡтар беҙҙең республика хаҡында ҡыҙыҡлы материалдар туплаған. Мәҫәлән, азербайджан телендә “Аҡбуҙат” ипподромы хаҡында матур яҙма донъя күргән. Поляктар Өфө спортсылары Эмиль Мөлөков һәм Артур Солтанғолов тураһында мәҡәлә әҙерләгән. Башҡортостан ирекмәндәре шулай уҡ 182 мәҡәлә яҙған.
Бындай ижади конкурстар халыҡтар араһындағы бәйләнеште, теләктәшлекте нығытырға ярҙам итәсәк, тип өмөт итә ойоштороусылар.