Башҡортостан тағы ла бер ауыр юғалтыу кисерҙе: 92-се йәшендә әҙәбиәт белгесе, театр тәнҡитсеһе, публицист, юғары мәктәп етәксеһе һәм уҡытыусыһы, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының почётлы академигы, тарих фәндәре кандидаты, филология фәндәре докторы, профессор, 1962 йылдан СССР-ҙың Журналистар, 1978 йылдан — Яҙыусылар союздары ағзаһы, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре, Ким Әхмәтйәнов исемендәге премия лауреаты, Салауат Юлаев ордены кавалеры Зиннур Әхмәҙиә улы Нурғәлин арабыҙҙан китте. Башҡорт халҡының арҙаҡлы улы Зиннур Әхмәҙиә улы Нурғәлин 1928 йылдын 4 октябрендә Башҡорт АССР-ының Тамъян-Ҡатай кантоны (хәҙерге Әбйәлил районы) Ташбулат ауылында тыуған. Ул һуғыш йылдарында ете йыллыҡ мәктәпте тамамлай, колхозда ла эшләй. Белемгә ынтылышы көслө була һәм ул, тормош ауырлыҡтарына бирешмәйенсә, үҙенең хыялын тормошҡа ашыра. Ул Әбйәлил районы ауылдары мәктәптәрендә уҡытыусы булып эшләй. Һуңынан 1953 - 1955 һәм 1959 - 1965 йылдарҙа «Совет Башҡортостаны» гәзитендә хеҙмәт итә: 1953 - 1955 йылдарҙа хәбәрсе, әҙәби хеҙмәткәр, 1960 йылдан - бүлек мөдире, 1962 йылдан баш мөхәррир урынбаҫары була. 1968 йылдан — Өфө дәүләт сәнғәт институтында марксизм-ленинизм кафедраһы мөдире, 1988 – 2000 йылдарҙа ректоры була. 2000 йылдан — философия һәм тарих кафедраһы, 2010 йылдан — гуманитар һәм социаль фәндәр кафедраһы мөдире. Ғалим - 200-гә яҡын ғилми хеҙмәт авторы. Унын тәҡдиме менән Өфө дәүләт сәнғәт институтында башҡорт музыканттарын әҙерләй башлайҙар. Зиннур Әхмәҙиә улы — Ижтимағи фәндәр, Халыҡ-ара төрки һәм Башҡортостан Фәндәр академиялары академигы (һуңғыһының почетлы академигы).
Әүҙем йәмәғәт эше алып бара: Рәсәй Мәҙәниәт фондының Башҡортостан филиалы Президиумы рәйесе (1991 — 2012), Башҡортостан Республикаһының Фольклор фонды рәйесе (1992 — 2000), Халыҡ-ара төрки академияһынын вице-президенты (1997 йылдан алып).
Бәхил булығыҙ, йәнегеҙ йәннәттә булһын, Зиннур Әхмәҙиә улы...