Башҡорт ҡоролтайының Яңауыл төбәгендәге үҫеше хаҡында етәксеһе, Бөтә донъя башҡорттарының II, III, IV, V ҡоролтайҙарында ҡатнашҡан Рафаил Яхин һөйләй:
– Ҡоролтай хәрәкәте Яңауылда 1995 йылда күтәрелә башланы. Районда беренсе рәйес Рәзинә Тимерхан ҡыҙы Ғабдулхаҡова булды. Тарих буйынса беләбеҙ: халҡыбыҙҙың мөһим проблемаларын күтәргән башҡорт ҡоролтайы 1917 йылда уҙғарылған. 78 йылдан һуң халҡыбыҙҙың үҙаңын күтәреү өсөн шундай ҙур эш башланыуы беҙҙе бик дәртләндерҙе. Башҡорт халҡын үҫтереү буйынса Беренсе ҡоролтай ҡабул иткән программаны һәм ҡарарҙарҙы тормошҡа ашырыу эшендә ҡатнашыуыма һәм байтаҡ сараларҙың уртаһында булыуыма бик ҡәнәғәтмен.
Яңауылға килеп, атаҡлы ғалим, ойоштороусы Нияз Абдулхаҡ улы Мәжитов ағай: “Һин – урында тыуып үҫкән башҡорт егете, әүҙем эшләйһең, район ҡоролтайына етәксе итеп һине тәҡдим итәбеҙ”, – тип әйткәс, аптырап ҡалдым. Ҡатмарлы шарттар бит. Күңелде борсоған проблемаларҙы һанап сығыуҙың кәрәге юҡтыр. Нисек кенә булмаһын, уларҙы хәл итеүҙәге төп яуаплылыҡ дәүләт етәкселегенә генә түгел, үҙебеҙгә, барлыҡ башҡорттарға, төшә. Бының өсөн милли дәрәжәбеҙҙе, үҙаңыбыҙҙы күтәреү, өлкән быуындың бирешмәүсән, ҡыйыу эштәренә тоғро ҡалыу һәм ҡаҡшамаҫ берҙәмлеккә ынтылыуҙы башҡарырға кәрәк. Бына ошо уйҙар тиҙ генә башымдан йүгереп үтте лә, мин ризалыҡ бирҙем. Шулай итеп, район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе булып эшләүемә 20 йылдан ашыу ғүмер үткән.
Районда 34 башҡорт ауылы иҫәпләнә, ҡатнаш телле ауылдар, удмурт, мари, татар, урыҫ ауылдары бар. 40 милләт халҡы йәшәй, башҡорттар 39 процент тәшкил итә – 16 мең кеше. Боронғо башҡорт ауылдары төрлө сәбәптәр арҡаһында татарса уҡытыуға дусар ителгәйне, ләкин урындағы халыҡ үҙ тамырҙарын, шомло тарихын, диалектын онотмай, уны онотоу мөмкин дә түгел. Башҡорт теле яңынан уҡытыла башланы. Район халҡы менән 19570 ҡултамға йыйып, Мәскәүгә ил Президентына мөрәжәғәт менән сыҡтыҡ. Аҙ булһа ла ярҙамы булды шикелле...
Ошо һуңғы 25 йыл эсендә нимәләргә өлгәштек һуң беҙ районда? Традицион мәҙәниәт, мәғариф, көнкүреш мәсьәләләрен үҫтереүҙә уңыштарыбыҙ бар. “Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары”, “Ағинәйҙәр” ойошмалары төҙөлдө, бик әүҙем эшләйҙәр. “Башҡортостан халыҡтары телдәре тураһында” закон тормошҡа ашырыла (ауырлыҡтар менән булһа ла). Башҡорт телендә уҡытыу алып барыла. Район тарихында беренсе тапҡыр төбәк-ара башҡорт теле уҡытыусылары араһында Яңауылдың 1-се мәктәбе уҡытыусыһы Әлфиә Фаршапова еңеүсе булды.
26 кешелек “Мираҫ” бейеү ансамбле “Байыҡ” конкурсында “Башҡорт Краковягы” тигән бейеү менән Гран-при яуланы. Йыл һайын 60–110 шәжәрә байрамы үткәрәбеҙ. Кешеләр үҙ ғаиләләренең тарихи тамырҙарын өйрәнә. Бөтә балалар баҡсаларында шәжәрәләрен әҙерләй, байрамдар уҙғарыла. Бик матур, файҙалы саралар. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы вәкилдәре менән берлектә “Уран” һәм “Гәрәй” ырыуҙары йыйындарын ойоштороп үткәрҙек.
Яҡташыбыҙ Хәлим Әмиров иҫтәлегенә Яңы Уртауылда иҫтәлекле таҡтаташ асылды. Башҡортостан автономияһын яулай алған кешеләрҙең береһе ул. Ул 1917 – 1919 йылдарҙа Зәки Вәлидиҙең уң ҡулы булған, һуңынан Наркомпроста эшләгән. “Әсә теле” тигән китап авторы.
Яңауылда “Ҡала башҡорттары: этник үҙенсәлектәрҙе һаҡлау мәсьәләләре” тигән темаға X төбәк-ара фәнни-ғәмәли конференция уҙғарылды. Был сарала районыбыҙҙың 45 уҡытыусыһы фәнни доклад менән сығыш яһаны. Ул материалдарҙы туплап, Өфөләге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты менән берлектә (район аҡсаһына) 300 китап сығарып, бөтә китапханаларға, мәктәптәргә бирҙек.
Элек нисәмә быуын татар телендә уҡып, үҙҙәрен татар тип яңылышып йөрөгәндәр ҙә хәҙер: “Башҡорт икәнебеҙҙе беләбеҙ, туған телде үҙебеҙгә ҡайтарыу ихтыяжының мөһимлеген аңлайбыҙ”, – ти. Беҙ булғанбыҙ, барбыҙ, булырбыҙ.