Башҡорт донъяһы
11 Июня 2020, 16:55

Эшләнгәненән атҡараһы ғәмәлдәр күберәк

Ҡоролтай милләтебеҙҙе берләштерҙе.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы 25 йыллыҡ юбилейын билдәләне. Был оло ваҡиға уңайынан милли ойошма эшендә әүҙем ҡатнашҡандар менән әңгәмәләр бирә башлайбыҙ. Шулай уҡ ҡоролтай етәкселәренең, ағзаларының фекерҙәрен дә сағылдырырбыҙ. Тәүге әңгәмәсебеҙ – Башҡортостан Республикаһы Нефтекама ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Азат ҮТӘКӘЕВ.


– Азат Нәзир улы, ҡорол­тайҙы ойоштороу тарихына бер аҙ күҙ һалайыҡ әле?

– Баш­ҡортостан – элек-элек­тән, борон-борондан беҙҙең өсөн берҙән-бер Ватан, тыуған төйәк. Ошо ерҙән башҡа башҡорт хал­ҡы­ның бергә тупланып йәшәү өсөн бүтән тарихи ере юҡ, шуға күрә лә республика­быҙҙың, етәксе­ләребеҙҙең беҙҙе, балала­ры­быҙҙы, киләсәгебеҙҙе бар яҡлап та тулы кимәлдә милли-мәҙәни традицияларыбыҙҙа, йола­лары­быҙҙа, икенсе төрлө әйткәндә, рухи-мәҙәни һәм социаль яҡтан үҫеүебеҙҙә һәм үҫтереүебеҙҙә фи­ҙакәр тырыш­лыҡ күрһә­теүҙәре тәбиғи.
Тәби­ғи генә лә түгел, ә тәбиғи бурыс­тары. 1995 йылдың 1-2 ию­нендә Өфө ҡалаһында үткән тарихи ваҡиғаны күптәр, моғайын, әле булһа хәтерләйҙер. Һүҙ башҡорт халҡы өсөн айырыуса мөһим ваҡиға – Беренсе Бөтә донъя башҡорттары ҡорол­тайы тура­һында бара. Ул көн­дәрҙә хал­ҡыбыҙҙың алдынғы вәкилдәре милләттең ауыр хәле, уны нисек һаҡлап ҡалыу, иҡти­сади, социаль һәм мәҙәни хәлен тото­роҡландырыу хаҡында һөй­ләшеү ойошторҙо, башҡорт халҡын этнос булараҡ, уны тер­геҙеүгә һәм үҫтереүгә йүнәл­телгән ҡарарҙар ҡабул итте.


– Әүәлге замандарҙан мәсьә­ләләрҙе шулай хәл иткәндәр бит...

– Боронғо замандарҙа ла, баш­ҡорттар әле милләт булып ойошмаған, ырыу-ырыу булып йәшәгән ваҡыттарҙа ла, шулай булған. Йәшәйешенә етди ҡур­ҡыныс янаған саҡтарҙа – дошман яу менән килгән йәки Баш­ҡорт иленең, уның халҡының азатлығын, ерен яҡлап ҡалыу өсөн батша хөкүмәтенә ҡаршы күтәрелеп сығыу өсөн бер фекер­гә килеү кәрәк булған ваҡытта йы­йын йыйыр булған. Мәҫәлән, шундай бөтә башҡорт йыйында­рының береһе 1552 йылдан һуң, Иван Грозный Ҡазан ханлығын тар-мар иткәндән һуң үткә­релгән.
Унда һүҙ башҡорт ырыуҙа­рының Мәскәү батшалығына үҙ ирке менән ҡушылыуы хаҡын­да барған. Башҡорт илен ут-яуҙан, бөлгөнлөктән йолоп алып ҡалыу өсөн аҡһаҡалдар аҡыллы ҡарар ҡабул иткән: Рәсәй батша­лығы составына инергә һәм ер-һыуын, выждан азатлығын һәм үҙ иркен һаҡлап алып ҡалырға.
1917 йылда Өфөлә һәм Ырым­бурҙа уҙғарылған баш­ҡорт ҡоролтайҙарын иҫкә төшө­рәйек. Башҡорт дәүләтенең иғ­лан ителеүе, Хөкүмәт һайлау, арта­бан ҡатмарлы көрәш юлы үтеп, Рәсәйҙә тәүге автономиялы республика юғарылығына өл­гәшеү.
Уҙған быуаттың 80-се йылдары аҙағында ла шулай булды. Бөтә Рәсәйҙә барған демократлаштырыу осоронда Баш­ҡорт­останда ла республиканы яңы­нан үҙгәртеп ҡороу, уның үҙаллылығын киңәйтеү, суверенлы республика төҙөү өсөн көрәшкән хәрәкәттәр һәм фир­ҡәләр бар­лыҡҡа килде. Улар яулап алын­ған үҙаллылыҡты республи­каның төп халҡы мән­фәғәтендә файҙаланыу кәрәк­леген, артабан былай йәшәүҙең мәғәнәһеҙлек икәнен яҡшы аңлай ине.
Ысынлап та, милләтте ҡот­ҡарыу, уны тергеҙеү өсөн нимә­лер эшләргә кәрәк ине. Башҡорт халҡының хәл итәһе проблемалары күбәйеп киткәйне. Улар бөтәһенән элек башҡорттар күпләп йәшәгән райондарҙың иҡтисади хәлен яҡшыртыуға, башҡорттарҙың һаны кәмеүенә сик ҡуйырға, эскелеккә ҡаршы көрәште көсәйтеүгә, башҡорт телен, мәҙәниәтен һәм ғөрөф-ғәҙәтен һаҡлап ҡалыуға ҡайтып ҡала ине.


– Ниндәй ваҡиғалар хәтергә уйылып ҡалған?

– 1990 йылдың октябре иҫкә төшә. Халыҡтың милли-сәйәси хәрәкәте, суверенлы Башҡортос­тан Республикаһы тураһындағы декларация. Артабан – тәүге Президентыбыҙҙы һайлау, яңы Конституция ҡабул итеү, Федератив килешеү. 90-сы йыл­дарҙың урталарында башҡорт милли берекмәләренең етәксе­ләре халыҡтың киң ҡатлам­дарын берләштерерлек, милләт­те бөгөнгө ауыр хәлдән сыға­рырлыҡ, уға йән өрөрлөк, уны үҙ мәнфәғәтен хәл итеү өсөн көрәшкә әйҙәргә һәләтле көслө ойошма төҙөргә кәрәк, тигән фекергә килә, һәм улар ошо мәсьәлә менән Башҡортостан Президенты М. Рәхимовҡа мөрә­жәғәт итә. Президент был тәҡ­димде хуплай, һәм 1995 йылдың июнендә Бөтә донъя башҡорт­тары ҡоролтайы үткәрелә.
Былар барыһы ла, ысынлап та, халҡыбыҙ тарихындағы бәхетле мәлдәр, илаһи, йондоҙло сәғәттәр, ләкин был мәлдәр еңел генә килмәне, илаһи сәғәттәр үҙҙәренән-үҙҙәре генә һуҡманы. Был ҡаҙаныштарға халҡыбыҙ тынғыһыҙ эҙләнеүҙәр, ауыр көрәш, ҡатмарлы бәхәстәр һәм килешеүҙәр аша килде.
Әйтелгәндәрҙең асыҡ миҫалы – Ҡоролтай, төп эше булараҡ, халыҡты ысын мәғә­нәһендә уятты, оҙаҡ йылдарға һуҙылған социаль-мәҙәни тор­ғон­лоҡтан ҡотҡарҙы, милләтте милләт итеп тотоп торған телде тергеҙҙе һәм артабан үҫтереү юлын ҡулдарына алды. Әлбит­тә, барлыҡ был эштәрҙе милләт-ара татыулыҡты һаҡлап баш­ҡарыу фарыз ине.
Суверенитет яҡлау Баш­ҡортостан дәүләтселеген яңы бейеклеккә күтәрҙе һәм шул уҡ ваҡытта республика халҡына ғәйәт ҙур яуаплылыҡ йөкмәтте. Ошо һүҙҙәрҙе башҡорттарҙың Бөтә донъя ҡоролтайы хаҡында ла әйтергә кәрәк. Ҡоролтай милләтебеҙҙе берләштереү, туп­ланыу юлында яңы аҙым, ҡыуаныслы алға китеү булды.


– Төбәктәге эштәргә туҡтал­һаҡ?

– Беренсе Бөтә донъя баш­ҡорттары ҡоролтайынан һуң беҙҙең Нефтекама ҡалаһында ҡоролтай уҙғарылды һәм туғыҙ кешенән торған башҡарма комитет һайланды. Башҡарма комитет үҙе эргәһенә ҡаланың күренекле белгестәрен, әүҙем шәхестәрен тупланы. Ә эше­беҙҙең төп йүнәлеше халҡыбыҙ­ҙың үҙаңын, рухын тағы ла юғарыраҡ кимәлгә күтәреүҙән, башҡорт мәҙәниәтен үҫтереүҙән, боронғо ғөрөф-ғәҙәттәрҙе терге­ҙеүҙән, төньяҡ-көнбайыш баш­ҡорттары тарихын өйрәнеүҙән һәм, заманса күҙлектән сығып, уға яңыса баһа биреүҙән ғибәрәт булды.
Ҡалабыҙ ҡоролтайы Бөтә донъя башҡорттары ҡорол­тайҙары ҡарарҙарын тормошҡа ашырыу буйынса үҙ эшен ҡала хакимиәте, мәғариф һәм мәҙә­ниәт идаралыҡтары менән бергә алып бара, төп иғтибарҙы мәк­тәптәрҙә башҡорт теле, Баш­ҡортостан тарихы һәм мәҙә­ниәтен уҡытыуға йүнәлтә.
Суверенлы Башҡортостан Республикаһының конституцион төҙөлөшөндәге һуңғы йылдарҙағы иң ҙур ҡаҙаныш­тарҙың береһе – башҡорт теленең дәүләт статусы алыуы.
Башҡорт телен һәр башҡорт ғаиләһендә дәүләт теленә әйлән­дереү, һәр ғаиләгә башҡорт китабын, башҡорт матбуғатын еткереү – тормош талабы, мил­ләттең киләсәктә милләт булып йәшәүен, этностың һаҡланы­уы­ның ҡәтғи һәм аяуһыҙ шарты. Туған тел – милләтте йәшәтеүсе төп көстәрҙең береһе. Башҡорт телен артабан да тергеҙеү, һаҡлап ҡалыу, үҫтереү – беҙҙең алда торған бурыстарҙың иң ҙуры.
Беҙҙең төбәктең үҙенсәлеге – төньяҡ-көнбайыш башҡорт­тарының көслө ассимиляцияға бирелеүе, ошо төбәктәге баш­ҡорт ауылдары мәктәптәрендә уҡытыуҙың күп йылдар татар телендә алып барылыуы. Баш­ҡарма комитет алдында торған мәсьәләләрҙең береһе ҡала халҡына ошо турала тарихи ысынбарлыҡты еткереү ине. Беҙ ҡала кимәлендә ошо турала аңлатыу эштәрен ҡала гәзиттәре биттәрендә, төрлө осрашыуҙарҙа алып барҙыҡ, әле лә алып барабыҙ. Ҡалабыҙҙа башҡорт телендә гәзит сығарыу Ҡоролтай эштәренең беренсеһе булды. Башта ул гәзиттең исеме “Нефтекама яңылыҡтары” ине, һуңынан “Кама тулҡындары” тип аталды. Ә бөгөн ул “Ҡурай” исеме менән сыға һәм Баш­ҡортос­тандың төньяҡ-көн­ба­йыш төбәктәрендә таратыла. Шул уҡ ваҡытта Ҡоролтай баш­ҡарма комитеты ағзалары Нефтекамала башҡорт гимназияһы асыу тураһында һүҙ күтәрҙе һәм ҡалала гимназия асыу өсөн ата-әсәләр араһында, ябай нефтекамалар араһында ҡултамғалар йыйыу эшен киң йәйелдереп ебәрҙе.
Ҡалабыҙҙа Башҡорт дәүләт университетының Нефтекама филиалы, филология факульте­тының башҡорт бүлеге, Нефтекама филар­мо­нияһы, Башҡорт гимназияһы асылыуы, “Кама тулҡындары” гә­зите сыға башлауы эшебеҙҙе бермә-бер йән­ләндерҙе. Әммә бөгөн филиалда һәм педагогия колледжында башҡорт бүлеге­нең ябылыуы кү­ңел­де ҡыра. Дө­рөҫ, ошо йыл­дарҙа филиал әҙерләп сығарған юғары квалификациялы кадр­ҙар әле мәктәптә уҡыусыларға баш­ҡорт телен һәм әҙәбиәтен өйрәтә, ярайһы яҡшы кимәлдә белем бирә һәм мил­ләтебеҙҙең артабан үҫеүенә бу­лышлыҡ итә. Заман талабы булһа, уны асырға мөмкиндер, тип уйлайым.
Ошо уҡ йылдарҙа граж­дан­дарҙың этномәҙәни өлкәлә конституцион хоҡуҡтарын бойомға ашырыу маҡсаты менән Баш­ҡорт­останда бер нисә ҡануни һәм хо­ҡу­ҡи-норматив акт (документтар) ҡабул ителде. Уларҙа милли мөнә­сәбәттәрҙе яйға һалыуҙың төрлө аспекттары сағылыш ал­ған. Бында “Мәҙәниәт тура­һын­да”, “Мәғариф тураһында”, “Милли-мәҙәни үҙәк­тәр тураһында” һ.б. закондар күҙ уңында тотола. “Баш­ҡортостан Рес­публикаһы халыҡтары телдәре тураһын­да”ғы закондың ҡабул ителеүе республиканың милли сәйәсәт өлкәһендәге ҡаҙаныш­тарын һәм тәжрибәһен нығытыуҙа хәл иткес аҙым булды. Суверенитет яулау иһә күп милләтле республи­кабыҙ халҡының милли мәҙәниәте, этник үҙаңы һәм үҙенсәлеге терге­ҙелеүенә ҡеүәтле этәргес көс өҫтә­не. Башҡорт теленән, мәҙәниә­тенән тыш, татар, мари, сыуаш, украин, немец һәм башҡа халыҡ­тарҙың да ихтыяждарын иҫәпкә алып барыл­ған сәйәсәт төп халыҡтың мәнфә­ғәте иҫәбенә түгеллеген аңларға тейешбеҙ.
Киреһенсә, беҙгә (баш­ҡорт­тарға) генә өҫтөнлөк бирелһә, биш йөҙ йыл ҡулға-ҡул тотоноп алға барған башҡа халыҡтар рәнйе­телер һәм үҙ-ара тыныс­һыҙлыҡ хасил булыр ине. Баш­ҡорт халҡы һәр саҡ башҡалар менән дипломатик мөнәсәбәттәр ҡороп йәшәй белгән.
Беҙҙең өсөн тарихи еребеҙҙә урын биреп, лайыҡлы йәшәү, үҫеү шарттары тыуҙырыуыбыҙҙы улар­ҙың аңлап ҡабул итеүе шарт, шуға күрә Башҡортостан Рес­публикаһы халыҡтары телдәре тураһындағы дәүләт акттары төбәктәге тотороҡ­лолоҡто уйлап эшләнелә. Республикала һуңғы араларҙа ғына проект ҡарары сығарылған тағы ла бер мөһим документ бар – ул “Башҡортостан Республикаһында Рәсәй милләте берҙәмлеген нығы­тыу һәм халыҡ­тарҙың этномәҙә­ниә­тен үҫтереү” тип аталған программа.
Күп шишмәләр бергә ҡушылһа ғына киң йылғалар хасил була. Ҡалабыҙҙа бер ғаиләләй татыу көн иткән башҡорт, урыҫ, татар, мари һәм башҡа милләт халыҡ­тарының сағыу рухи тормошо ошондай йылғаны хәтерләтә. Нефтекама башҡорттары ҡорол­тайы, урыҫтар соборы, татар ижтимағи үҙәге менән ҡулға-ҡул тотоноп, берҙәм һәм уртаҡ йүнә­лештә эшләй. Ошо ойошмалар ҡа­ланың мәҙәни тормошон йән­ләндереү, халыҡтарҙың тарихи йолаларын, ғөрөф-ғәҙәт­тәрен өйрәнеү, мәғарифтарын үҫте­реү йүнәлешендә күп эш башҡара. Һәр йыл тип әйтерлек шаулап-гөрләп уҙған халыҡ ижады байрамдарынан да ситтә ҡалмайбыҙ. Республикабыҙҙа ойошторолған “Дуҫлыҡ моңо” халыҡ-ара йыр, “Кама аҫыл­таштары” фин-уғыр халыҡтары фестивале, славян яҙыуы көндәре байрамдарында меңәрләгән кеше ҡатнаша. Егерме биш йыл эсендә Нефтекама ҡа­лаһында башҡорттар ҡоролта­йының башҡарма комитеты атҡарған эштәрҙе һанап үтеүе генә бик күп ваҡыт алыр ине.


– Үҙегеҙ ойошторған иҫтә­лекле сара барҙыр?

– Миҫал итеп беҙ үткәргән бер сара тураһында әйткем килә. Ҡалабыҙҙың тарихын өйрәнгән Фәнил Шәрипов миңә 2008 йыл башында Муллаян Дәүләтша улы Халиҡовтың яҡты исемен яңы­нан тергеҙеү өсөн Нефтекама ҡала­һында ҙур конференция үткәреү тураһында мөрәжәғәт итте. Бөтә донъя башҡорттары башҡарма комитеты, Башҡорт дәүләт универси­теты тарихсылары, ғалимдар беҙ­ҙең был эште хупланы һәм 2008 йылдың апре­лендә бик матур конференция үткәрелде. Ошо сараның йөкмәт­кеһе булып Өсөнсө Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында Ха­ли­ҡов Муллаян Дәүләтша улына (үлгәндән һуң) “Алтын ҡурай” орденын тапшырыу булды. Ул орденды Фәнил Йәмғеттин улы Шә­ри­повҡа тапшырҙылар, ә хәҙер ул бүләк Милли музейыбыҙҙа һаҡ­лана.
Тағы ла бер сараны билдә­лә­мәк­семен – беҙҙең ҡалала Баш­ҡортос­танда беренселәрҙән булып 2017 йылда башҡорт йәштәре ҡорол­тайы ойошторолдо, һәм ул ойош­маның рәйесе итеп Айгөл Салауат ҡыҙы Йәһүҙина һай­ланды. Йәштәр ҡоролтайы Нефтекамала бик күп саралар үткәрә. Бер генә миҫал – йыл һайын йәштәр ҡоролтайы ағзалары ҡала спорт комитеты менән берлектә Илдархан Мутин исемен йөрөт­кән футбол буйынса бәйгеләр уҙғара.
Был сараларҙа Нефтекама ҡа­лаһы футболсылары ғына түгел, башҡа ҡалаларҙан да футбол ко­ман­далары ҡатнаша. Бөтә донъя ҡоролтайының егерме биш йыл­лыҡ юбилейында мин Бөтә донъя башҡорттары ҡорол­тайының беренсе рәйесе Нияз ағай Мәжитовты иҫкә алыр инем. Ул ҡоролтай эшен ете йыл алып барҙы. Мин Нияз ағайҙы ҙур хөрмәт менән иҫкә алам. Әхмәт Мөхәммәтвәли улы Сөләй­мәнов, Румил Тәлғәт улы Аҙнабаев­тарҙы бер ваҡытта ла онотмайым.
Башҡа милләт кешеләре тура­һында ла бер нисә һүҙ: күпме кеше яҙмыштарының һәлә­кәтле йылдарында быуаттар һуҙы­мында Баш­ҡортостанға килеп тамырланған. Ҡайһы бер халыҡ­тарҙың, мәҫәлән, мари­ҙар­ҙың, сыуаштарҙың, уд­мурт­тар­ҙың айырым йолалары, тел бай­лыҡтары, үҙҙәренең респуб­ли­каларындағыға ҡарағанда, Баш­ҡортостанда нығыраҡ һаҡланған. Халыҡтар дуҫлығы – беҙҙә һүҙ түгел, йәшәйешебеҙҙең нигеҙе.
Халыҡ шағиры Мостай Кәрим хаҡ яҙған: “Милләт өсөн үҙ дәүләте – кеше өсөн тыуған йорто, сөнки ул – бар башланғыстарҙың бишеге, ул – милли телдең, мәҙәниәттең таянысы, тик унда ғына үҙеңде милли үҙаңлы һәм лайыҡлы шәхес итеп тояһың. Тик ул ғына – башҡа халыҡ­тар менән туғанлыҡ, дуҫ­лыҡ өсөн ярҙам һәм таяныс”.
Читайте нас