Республикала заманса стилдәге милли кейемдәр модаға инә башланы тип әйтергә була. Башҡортостан Башлығы - башҡорт коллекцияһынан милли костюмға заказ биргәндәрҙең тәүгеһе, уның өлгөһөнә эйәреүселәр аҙ булмаҫ, тип уйлайбыҙ.
Өфө модельеры Радик Хәйруллин башҡорт ир-атының революцияға тиклемге классик костюмдарын, башҡорт яугирҙәренең традицион камзулдарын ижад итеү менән шөғөлләнә. Ул был идеяны революцияға тиклемге һаҡланған картиналарҙа һүрәтләнгән хәрби атлыларҙан ала.
Тарихсы Илдар Ғәбдрәфиҡов та был версияны раҫлай, башҡорттар хәрби сословиеға ҡараған, шуға күрә уларҙың кейемдәре лә хәрби формаға оҡшаш. Ул республика етәксеһенең милли кейем модаһын тергеҙеү уйын хуплай. Өҫтәүенә Башҡортостанда төрлө милләт халыҡтарының Милли кейем көнө булдырылды. Бынан тыш, беҙҙә этник мода фестивалдәре, конкурстары үтә. Радий Хәбировтың ҡул арты еңел була күрһен! Башҡорт яугире кейеме стилендәге костюмдарҙың сәйәсмәндәр, артистар, бизнесмендар һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре араһында ҙур ихтыяж менән файҙаланыуы билдәле.