Милли батырыбыҙ Салауат Юлаевтың тыуыуына 266 йыл тулыу уңайынан республика райондары уҡыусылары уның шиғырҙарын ятлап, Мәҙәниәт, Мәғариф һәм фән министрлыҡтары ойошторған флешмобҡа ҡушылды.
С. Низаметдинов исемендәге Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжы уҡыусылары тәүгеләрҙән булып был сараны асып еберҙе. Улар батырҙың шиғырҙарын башҡорт һәм рус телдәрендә яттан һөйләп, видеояҙманы Интернет селтәренә һалды. Афарин, балалар!
Ә Өфө сәнғәт колледжы 1-12 июнь арауығында һөнәри белем биргән мәҙәниәт учреждениелары уҡыу йорттары араһында Салауат Юлаевтың шиғырҙарын ятлау буйынса ситтән тороп конкурс ойошторҙо. Унда 32 бала ҡатнашты. Уҡыусыларҙың сығышын Өфө сәнғәт колледжы уҡыутыусылар З. Юлдыбаева, Р. Латипова, Г. Вәлиева, Н. Старцева баһаланы. Уларҙың фекеренсә, балалар сараға бик етди һәм яҡшы әҙерләнгән.
Шулай итеп, 1-се урынға – Гөлкәй Хәсәнова (Сибай сәнғәт колледжы), 2-се урынға Илфат Ҡотлоюлов (Өфө сәнғәт колледжы), 3-сө урынға Ләйсән Каррамова (Октябрьский музыка колледжы), Мариэтта Юферова (Рудольф Нуриев исемендәге башҡорт хореография колледжы), Әзизә Закирова (Өфө сәнғәт колледжы), Сабрина Бәхтийәрова (Өфө сәнғәт колледжы) лайыҡ булды. Иң шәп сығыштар С. Юлаевтың тыуған көнөнә арналған виртуаль концерттың мәғлүмәти сайтына ҡуйылды.