Ошо уңайҙан Сибай һәм Нефтекама ҡалаларының сәнғәт әһелдәре тамашасыларын онлайн алымда булһа ла байрам саралары менән ҡыуандырҙы, Ә. Абдразаҡов исемендәге “Башҡортостан” киностудияһы Салауат Юлаевҡа арналған фильмдар теҙмәһен, Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры “Салауат” спектаклен тәҡдим итте.
Сибай театр-концерт берләшмәһенең “Бәйләнештә” селтәрендәге төркөмөндә “Сулпан” балалар театрының “Ҡәнифә юлы” спектаклен күрһәттеләр. Сәрүәр Суринаның пьесаһы буйынса ҡуйылған был спектаклдә Ҡәнифә юлына бәйле легендаларҙы сәхнәләштергәндәр. Төп ролдәрҙе Яҙгөл Ниғмәтуллина, Айгөл Юлмөхәмәтова, Фәһим Сөнәғәтов, Борис Мәхмүтов башҡара.
Сибай театр-концерт берләшмәһе тура эфирҙа тамашасыларын “Батырҙарын данлар илем бар” музыкаль драмаһы менән ҡыуандырыуҙан тыш, уларға шиғри марафон да тәҡдим итте. Көн оҙононда ижади берләшмә артистары Салауат Юлаевтың шиғырҙарын яттан һөйләгән видеояҙмалар “Бәйләнештә” селтәрендәге төркөмгә ҡуйылып барҙы. Сибайҙар “Аҫаба булған ҡанбабам, аҫаба булыр балам” концертын да тура бәйләнештә күрһәттеләр.
Уларҙан Нефтекама дәүләт филармонияһы ла ҡалышманы. Ойошма Салауат Юлаевтың тыуыуына 266 йыл тулыуға “Оран” исемле шиғри-музыкаль кисә арнаған. Улар үҙҙәре “Бәйләнештә” селтәрендә хәбәр итеүенсә, был сарала Салауат халыҡты әйҙәүсе, башҡорт милләтенең рухи етәксеһе булараҡ һынландырылған.
Моң һәм нәфис һүҙ аша филармония артистары Раян Алтыншин, Илгиз Миниәхмәтов, Иршат Ҡарасурин, Азат Ҡарасурин, Розалия Иҙелбаева тамашасыларҙы Салауат Юлаевтың шәхесе, уның ижады менән таныштырҙы.
Салауат Юлаевтың тыуған көнөн кино сәнғәте вәкилдәре лә ситләп үтмәне. Әмир Абдразаҡов исемендәге “Башҡортостан” киностудияһы тарафынан милли батырыбыҙға арналған документаль фильмдар тәҡдим ителде. Малик Яҡшымбәтов төшөргән “Салауат Юлаев көндәре” , Г. Шеваров, А. Морозовтың “Мин – Салауат”, Әмир Абдразаҡовтың “Һынмаҫ рух” картиналары YouTube каналында һәм урындағы республика телеканалдарында күрһәтелде.
YouTube сайтында Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры “Салауат” спектаклен тәҡдим итте.
Фото: видеоларҙан скриншот.