Башҡорт донъяһы
16 Июня 2020, 14:00

Ә һин “Салауат маршы”н беләһеңме?

Сибай сәнғәт колледжы республикабыҙҙың Мәҙәниәт министрлығы менән берлектә үҙенсәлекле саралар ойошторҙо. “Батырҙар иле” тип аталған һүрәттәр конкурсына ҡушылыусылар күп булды.

Милли батырыбыҙ Салауат Юлаевтың тыуыуына 266 йыл тулыуға арнап бихисап саралар үтә. Донъялағы һәм илдәге хәл-торошҡа бәйле иғлан ителгән сикләүҙәр ҙә байрамды ҙурлап билдәләүгә кәртә була алманы.
Сибай сәнғәт колледжы республикабыҙҙың Мәҙәниәт министрлығы менән берлектә үҙенсәлекле саралар ойошторҙо. “Батырҙар иле” тип аталған һүрәттәр конкурсына ҡушылыусылар күп булды. Унда айырыуса Сибай сәнғәт колледжы, Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжы студенттары, Сибай ҡалаһының балалар художество мәктәбендә шөғөлләнеүселәр әүҙем ҡатнашты.
– Был конкурсты ойоштороу идеяһы менән Сибай сәнғәт колледжы директоры Азат Ғәйнетдин улы Ҡамбулатов сыҡты. Беҙ тәҡдимде күтәреп алып, дәртләнеп ҡушылдыҡ, – тип һөйләй колледж уҡытыусыһы, рәссам Червон Хисаметдинов. – Флешмоб рәүешендә иғлан итһәк тә, ҡатнашыусылар өсөн дипломдар әҙерләнек. Урындар билдәләп, алдағы көндәрҙә иң яҡшы эштәрҙең авторҙарын тәбрикләп үтергә уйлайбыҙ.
Шулай уҡ әлеге колледждарҙың студенттары һәм уҡытыусылары “Салауат маршы”н онлайн башҡарыу, Салауат Юлаев тураһында йырҙар һәм шиғырҙар һөйләү буйынса флешмобтарға ла әүҙем ҡушылды. Уларҙың барышы менән Сибай сәнғәт колледжының рәсми сайтында - https://skisibay.ru таныша алаһығыҙ.
Фотолар: видеонан скриншот.
Читайте нас