Бөгөн - Салауат Юлаевтың тыуыуына 266 йыл. Ошо уңайҙан республикабыҙҙың бөтә район һәм ҡалаларында төрлө саралар үтә. Сибайҙар ҙа милли геройыбыҙҙың тыуған көнөн уның һәйкәле янында билдәләп үтте.
Сарала Сибай ҡала хакимиәтенең социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гүзәл Ишемғолова, Сибай ҡала ҡоролтайы рөйөесе, ҡала мәҙәниәт бүлеге начальнигы Илшат Солтангәрәев, мәҙәниәт һәм мәғариф бүлеге етәкселәре, хеҙмәт ветерандары ҡатнашты.Белеүебеҙсә, Салауат Юлаев башҡорт моңона ғашиҡ була, ҡурай моңон ярата. Илшат Солтангәрәевтың ҡурайҙа уйнауы ла берсә һағышландырҙы, берсә моңландырҙы. Батырҙың тыуған көнөнә арналған тантаналы сараны Гүзәл Ишемғолова асты.
Артабан сарала ҡатнашыусылар Салауат Юлаевтың бюсына сәскәләр һалды. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, билдәле сәсәниә Асия Ғәйнуллина батырыбыҙҙың тормош юлын байҡаны. Әүҙем йәмәғәтсе, ҡоролтай ағзалары - Таңһылыу Ғәйнуллина менән Р. Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейы уҡытыусыһы Айһылыу Моталлапова уның ижады хаҡында бәйән итте.
Фотолар: Гөлдәр Ҡадаева һәм Сибай ҡалаһы хакимиәте.