Башҡорт донъяһы
18 Июнь 2020, 13:30

Туҡтамыш Ишбулатов хаҡында нимәләр беләһең?

Башҡорт халҡының данлап телгә алырлыҡ, аҡылы, белеме, ҡылысы менән тарих яҙған шәхестәрен һанап бөтөрлөк түгел. Ана шундай күренекле шәхестәрҙең береһе Туҡтамыш Ишбулатов тураһында бөгөнгө замандаштар, халыҡ нимә белә?

Башҡорт халҡының данлап телгә алырлыҡ, аҡылы, белеме, ҡылысы менән тарих яҙған шәхестәрен һанап бөтөрлөк түгел. Әгәр бөгөн ул данлыҡлы кешеләрҙең тыуған ере Башҡортостандан ситтә ята икән, был дәлил шул төбәк башҡорттарына мөнәсәбәт, ихтирам күрһәтеү йәһәтенән үҙе бер этәргес булып тора ала.
Ана шундай күренекле шәхестәрҙең береһе Туҡтамыш Ишбулатов тураһында бөгөнгө замандаштар, халыҡ нимә белә? Пермь башҡорттары быйыл уға һәйкәл асырға йыйына. Бөтә Рәсәйҙә халыҡ иҫәбен алыу кампанияһы мәлендә генә түгел, тарихи Башҡортостан ерлегендә йәшәгән бөгөнгө замандаштарыбыҙ ҙа һис кенә иғтибарҙан ситтә ҡалырға тейеш түгел. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы был йәһәттән төбәктәр менән эште дәүләт кимәленә күтәрҙе.
Туҡтамыш Ишбулатов – мәғдән сәнәғәтен етәкләгән ҙур шәхес, 20 йыл тиерлек башҡорттарҙың күп халыҡлы, алдынғы Ғәйнә төбәге старшинаһы, Өфө провинцияһы башҡорттарының наказдары авторы. Ул Башҡортостандың Рәсәйгә ингәндән алып XVII быуатҡа тиклемге тарихын һәм закондарын үҙләштергән. Башҡорт һәм рус телдәрендә уҡый-яҙа белгән. Наказдарҙы рус телендә әҙерләгән.
Өфө дворяндары башҡорт ерҙәренә дәғүә иткәндә: ”Башҡорт ерҙәрен талау етер һеҙгә! Һеҙ шул тиклем күп таланығыҙ, хатта башҡорттарҙың үҙҙәренә ер ҡалманы”, – тип белдерә. XVIII быуат, Екатерина Икенсе заманын иҫәпкә алһаҡ, башҡорт старшинаһының кимәлен, абруйын, ҡыйыулығын самаларға була. Петербургка барып, халыҡ мәнфәғәтен яҡлап сығыш яһай ул.
Өфө сауҙагәрҙәре Өфө провинцияһында сауҙала монополияға эйә булыуҙы талап иткәндә: ”Һеҙ Өфөнө хеҙмәтләндереп өлгөрмәйһегеҙ. Бер генә рус сауҙагәре лә беҙҙең Ғәйнә өлкәһенә килеп етә алғаны юҡ. Үҙебеҙҙең хужалыҡ продукттары менән үҙебеҙгә сауҙа итергә рөхсәт бирегеҙ!" — тип шарт ҡуя.
1836 йылдың 11 февралендәге Указ менән башҡорт старшиналарын күҙәтергә мишәр писарҙарын ҡуялар. Ошо ваҡиғанан һуң 30 йыл үткәс, Туҡтамыш Петербургтағы Дума бинаһында былай тип сығыш яһай: ”Беҙҙең, башкорттарҙың, үҙебеҙҙең уҡымышлы кешеләребеҙ етерлек, беҙгә башҡорт писарҙарын ҡуйығыҙ, башҡорт старшиналарын күҙәтеп, провинция кәнсәһенә ошаҡлау етәр”.
Хәтәр батыр асылы хаҡында тулыраҡ белергә теләһәгеҙ, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының “Бәйләнештә” социаль селтәрендәге сәхифәһенә инеп, тарихсы Салауат Хәмиҙуллин менән телсе Искәндәр Сәйетбатталовтың әңгәмәһен тыңлағыҙ: https://vk.com/kurultaibashkir?w=wall-109622739_27685.
Читайте нас