Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт донъяһы
14 Июль 2020, 13:30

Дөрөҫ юлдан барған тәрән зиһенле ҡатын

Ҡул эшенең көсө, нуры бар.

Уның халыҡ ижады, милли мираҫ өлкәһендәге, интернеттағы эшмәкәрлеген күҙәтеп барам. Һөнәре буйынса – уҡытыусы Рәшиҙә Ғиззәтуллина. Ә бына уға ата-әсәһе ҡушҡан исем, әйтерһең дә, бар асылын сағылдыра. Ғәрәп теленән тәржемә иткәндә, “Рәшиҙә” исеме “дөрөҫ юлдан барыусы”, “тәрән зиһенле”, “аҡыллы” тигәнде аңлата. Был хаҡта әңгәмәне уҡығас, һеҙ ҙә минең менән килешерһегеҙ, тип уйлайым.


“Сәскәләрҙе сәскәләр алмаштыра-алмаштыра йәй үҙ хакимлығын дауам итә... Ҡәҙерләп кенә үҫтергән үтә матурҙары ла, ябайлығы менән һоҡландырғандары ла, сәнскелеләре лә – һәр береһе үҙ мәлендә тәбиғи бурысын үтәй. Йәйҙе биҙәй, орлоҡ өлгөртә, һулый, ҡойола, даулашмай, сәбәләнмәй үҙ урынын башҡаларға ҡалдыра бара. Барыһы ла тәбиғәт ҡанундарына ярашлы...” Ошондай матур һәм тәрән мәғәнәле фекерҙәре менән берсә уйға һала, берсә дәртләндереп ебәрә Рәшиҙә Хәй ҡыҙы Ғиззәтуллина “Бәйләнештә” социаль селтәрендәге сәхифәһендә. Ул – халыҡ ижадын тергеҙгән иң әүҙем замандаштарыбыҙҙың береһе, тиер инем. Йолалар, ризыҡ-аштар, тәбиғәт ҡомартҡылары хаҡында уйланыуҙар – былар барыһы ла ул үҙе ҡорған донъя асылының бер өлөшө. Бөгөнгө һөйләшеүебеҙ ҙә ошолар тураһында. Беҙҙең менән осрашыуға Рәшиҙә Хәй ҡыҙы Бөрйән районында булдырған “Кәрәҙ” ҡорамасылар клубы әүҙемселәре лә килде. Миңлегөл Ғәлина, Алһыу Ҡолдәүләтова, Гүзәл Абдуллина апайҙарға ҙур рәхмәт!


Улар нурлы мөхиткә саҡыра


– Йолаға ҡайтыуҙы ойоштороу “Кәрәҙ”ҙән башландымы?

– Эйе, беҙ төбәгебеҙҙә “Кәрәҙ” ҡорамасылар клубын булдырҙыҡ. Пенсияға сыҡҡан апайҙар менән ойошоп, халыҡты йәлеп итергә тырышып, төрлө саралар үткәреп, ҡорамалар, юрғандар, япмалар, сергетыштар эшләй башланыҡ.
Беҙҙең Бөрйән районы ҡырағай бал ҡорто – солоҡсолоҡ менән дан тота бит инде, шуға ла ошо тәбиғи ҡорттарҙың, матур итеп кәрәҙ эшләп, шунда бал ташыуына таң ҡалып, ошо исемде һайланым, апайҙар риза булды.
Беҙҙә ике йылға бер тапҡыр “Бөрйән балы – башҡорт даны” фестивале лә үтеп тора. Тәүге тапҡыр оҙаҡ йылдарҙан һуң тыуған яғыма ҡайтҡас та, их, ошо сараны халыҡ-ара кимәлдә нисек биҙәргә икән тип уйланғайным, сөнки уны тағы ла милли йолаларға нигеҙләнгән күргәҙмәләр менән байытырға була.
Тәүге байрамға теген машинаһыҙ, ҡул менән кәрәҙ формаһында биҙәктәр эшләп, юрғандар, япмалар тектек. Быны ҡатын-ҡыҙҙар бик оҡшатты, ауылдан-ауылға йөрөп, шуны эшләргә өйрәттем. Мин булмаған ауыл ҡалманы ла шикелле инде.
Эште башлағанда еңелдән булманы, сөнки туҡымалар һатып алынмаған, әммә шкафтар тулы иҫке әйбер, ана шуларҙан әйберҙәр тегеп, бал байрамдарына алып сыға башланыҡ. Бөгөн ниндәй генә төрҙәре юҡ был япмаларҙың!
Ҡараған халыҡ та, эшләгән ҡатын-ҡыҙҙар ҙа бик оҡшатты ғәмәлде. Күргән һайын үҙем гүзәл заттың фантазияһына, күңелен биреп эшләгәненә таң ҡалам. Үҙе бер байрам булды был япмаларҙы эшләү. Тора-бара апайҙар машина менән тегә башланы. Биҙәктәр ҙә ҡатмарлана килде. Бына быныһы, мәҫәлән, һауала осоп йөрөгән өйрөлтмәктәр. Исемебеҙ “Кәрәҙ” булғас, уның һәр нағышы нигеҙендә алтымөйөш ятырға тейеш.
Үҙемә шундай маҡсат ҡуйҙым: киләһе һәр биҙәгебеҙ алты мөйөшлө биҙәк буласаҡ. Тағы ла ҡатмарландыра килеп, калейдоскоп биҙәгенә күстек. Балалар был уйынсыҡты бик ярата ине, әгәр хәтерләһәгеҙ. Бер төрлө материалдан эшләнә был биҙәктәр.
– Ҡулдан эшләп буламы?

– Ҡулдан ҡатмарлыраҡ була, шуға машинала тегеү уңайлыраҡ. Был – шул тиклем ваҡ эш, шуның өсөн өйҙән-өйгә йөрөп, өмә менән эшләнек. Ауылдағы ҡатындарҙың эше күп – мал, йорт-ҡура, бала-саға, шуға күрә тиҙ арала эште атҡарыр өсөн, бер-беребеҙгә ярҙам итеп, дивандарға япмалар, өҫкә ябынып ятырлыҡ юрғандар тектек. Был күмәк эштең йәме лә бар. Элек тә өләсәй-әсәйҙәребеҙ шулай аулаҡта бер-береһенә ярҙам иткән. Йәнле аралашыу бара. Үҙ-ара һөйләшеп, көлөшөп, күңел бушатып та алаһың.
Йәнә лә бына ошондай биҙәгебеҙ бар – рауза сәскәһе. Уны ҡорамаларҙан ҡалған киҫәктәрҙән, ваҡ-төйәк туҡымаларҙан яһай­быҙ. Был биҙәкте лә ханымдар бик оҡшатты.
Бына, мәҫәлән, Алһыу апай туғандарына, ейәнсәрҙәренә ошондай ултырғыс япмаларын бүләк итә. Кәрәҙ биҙәге төшкәндәрен класташтары менән осрашыуҙа һәр береһенең ҡулына тотторҙо. Гүзәл апай ҙа мендәрҙәрен ошондай алтымөйөшлө биҙәк менән матурланы. Ҡорама технология­ларының иге-сиге юҡ, ҡайһы саҡта интернетҡа инеп, ҡайтанан ҡарап сығам. Хәҙер халыҡ та бының менән бик ҡыҙыҡһына.
Япмаларҙы ҡалыныраҡ итһәң, юрған, түшәк итеп тә ябынырға була. Ҡайҙалыр күргәҙмә була тиһәләр, беҙ ошо йоҡараҡ япмаларыбыҙҙы күтәреп барып етә һалабыҙ, шуға уларҙы һаҡлап, ҡәҙерләп кенә тотабыҙ. Ә үҙебеҙ өсөн өйҙә теккәндәре ҡулланылышта йөрөй.
Төрлө нәмәләр тегергә була алтымөйөш биҙәген ҡулланып. Мәҫәлән, Миңлегөл апай иҫке джинсы салбарҙан ейәнсәренә моҡсай текте. Бик шәп килеп сыҡты ул!
– Моҡсайҙы суҡ менән дә биҙәгәнһегеҙ икән...

– Эйе, суҡ – ул башҡорт халҡында борондан килгән символ-биҙәк. Бөтә донъя фольклориадаһы беҙҙә үтә тигәс, ситтән киләсәк ҡунаҡтар өсөн геү килешеп бүләктәр әҙерләй башланыҡ – бына ошо янсыҡтарҙы. Сит-ситтәрен суҡлап та ҡуйҙыҡ. Бик матур килеп сыҡты ул. Боронғо сигеү өлгөһөн өйрәнә һалып, ҡусҡар элементтарын ҡулланып, эшебеҙҙе дәррәү генә алып киткәйнек. Суҡ – күмәктең бер ергә ойошоуы, берҙәмлек символы.
– Эйе, беҙҙә лә шулай тиҙәр: эскәмйәлә ултырғанды күрһәләр, ололар “суҡ кеүек теҙелешкәндәр” ти торғайны.

– Суҡты бәйләүҙең үҙенең техникаһы бар. Уның хатта төйөнө лә күренмәй, әммә ептәр бергә ойошоп тора. Интернеттан ҡарап, башҡа халыҡтарҙың да техникаһын өйрәнәбеҙ, уларҙыҡы кеүек итеп тә янсыҡтар эшләп ҡараныҡ. Әлбиттә, үҙ йолаларыбыҙға өҫтөнлөк бирелеүе хаҡында әйтеп тә тормайым, сөнки беҙҙең төп маҡсат – башҡорт халҡының боронғо йолаларын ҡайтанан тергеҙеү. Янсыҡҡа бит борон ҡара тупраҡ та, тыуған ерҙең үләнен дә һалып ебәргәндәр. “Бәйләнештә” социаль селтәрендә ошо хаҡта риүәйәт тә уҡығайным. Башҡорт яугирҙәре, сит ерҙәрҙә ял итеп ятҡанда, береһе ҡулына ҡатыны һалған янсыҡты ала ла, үлән еҫтәре аша Тыуған илен һағыныуын тойоп, ҡайтыр юлға сығалар. Үлән тигәс тә, ул бит ябай үҫемлек түгел, ә тыуған ер ҡото!
Янсыҡ, ғөмүмән, уңайлы әйбер. Уны йәштәр ҙә яратып ҡуллана, биленә тағып, кәрәк нәмәләрен һалып йөрөтә.
– Бөрйәндәр сергетыш менән дә хайран ҡалдырҙы бит әле!

– Эйе, мин был эшкә күптән ҡыҙығып йөрөй инем, бына, ниһайәт, фольклориада була тигәс, ең һыҙғанып эшкә тотондоҡ. Көҙҙән башланыҡ та ҡыш буйы сергетыштар менән шөғөлләндек.
Сергетыш хаҡында күптән ишетеп беләм, үҙемдә шул ниәтемде көйләп, был эшкә тотоноп киттек. Башта беҙ уның боронғо варианттарын эҙләнек. Алһыу апайҙа ул бар ине. Уның әсәһе Сәғиҙә Сәләх ҡыҙы Ғәлина 1920 йылда Мәҡсүт ауылында тыуған. Унан мираҫ булып ҡалған сергетыш 1960-1961 йылдарҙа эшләнгән. Ул беҙҙең артабанғы эшебеҙҙә ярҙам итте, өлгөләребеҙҙең нигеҙенә һалынды ла инде.
Алһыу апай ошонда хәтирә лә һөйләгәне бар: “Ағаһы күрше ауылдан кәләш алырға булғас, әсәйем тиҙ генә кейеҙ баҫа һалып, сергетыш эшләгән. Шуны санаға һалып, өҫтөнә ултырып барғандар. Сергетыш кешенең хәлле булыуын да күрһәтеп торған”. Ҡоро бесән өҫтөнә ултырып бармағандар бит кәләш артынан, тимәк, ысынлап та, сергетыш байлыҡ билдәһе лә булған.
– Нимә ул сергетыш? Һәр төбәктә уны эшләмәүҙәре лә ихтимал. Уҡыусыларға аңлатып та китәйек әле...

– Был хаҡта мәғлүмәтте энцикло­педияларҙан, һүҙлектәрҙән ҡараным һәм районыбыҙҙың “Таң” гәзитендә яҙып та сыҡтым. Сергетыш – ҡушма һүҙ. Нигеҙ итеп алынған туҡыманың өҫтөндәге биҙәктәрҙең тигеҙ рәттәргә теҙеп һалып һырылғаны өсөн, йәғни буй-буй һырлы биҙәктәрҙән ҡоролғанға күрә, һыр – сыр – сер сылбыры аша “серге” һүҙенең тамырын төҫмөрләргә була. Һүҙъяһалышта ҡатнашҡан икенсе тамыр – “тыш”, сергетыштың кейеҙҙең тышына һалына торған япма булыуы менән бәйле.
XIX быуатта халҡыбыҙҙың мәҙәниәтен төплө өйрәнеп, яҙып ҡалдырған ғалим С. Руденконың башҡорттар тураһындағы китабының 213-сө битендә ат егеү кәрәк-ярағының атамалары тәфсирләнгән. Шулар араһында бөрйәндәрҙең сергетышы тураһында ла фотоһүрәте менән бергә ярайһы уҡ ентекле мәғлүмәт бар. Әлбиттә, атты ир-ат һәм ҡатын-ҡыҙҙар өсөн эйәрләүҙең айырмаһы билдәләнә. Биҙәү сәнғәтенең был тармағы бик алыҫ дәүерҙәргә барып тоташа. Улар XX быуат урталарына тиклем һаҡлана, ҡулланыла килә әле.
Ир-егеттәргә тәғәйен сағыу биҙәкле сергетыштар ҙа булған. Башҡорт егеттәре яҡшы кейенеп, ҡупшы аттарға менеп ҡыҙ күҙләгән. Шул арҡала ҡоҙа булышҡандар, туйҙар үткәрелгән. Ырыуҙар араһында туғанлыҡ, татыулыҡ көсәйә барған. Яҙғы эштәрҙән һуң үткәрелгән йола байрамы һабантуй ҙа ат ярышынан башҡа үткәрелмәгән. Кейәүгә бирелгән ҡыҙ ата-әсә йортонан буласаҡ ғаиләһенә оҙатылғанда, уның өҫтөндәге кейеме һәм атының күкрәксәһе, сергетышы, бауырлығы, арҡалығы бер иштән сағыу төҫтәрҙә биҙәлгән булыуы уның нәҫел-нәсәбенең затлы, бай, тәрбиәле булыуын күрһәтеп торған.
Сергетышты ҡыҙыл, һары йөн йәки ебәк ептәр менән сигелгән мәңгелек донъя тәгәрмәсе – түңәрәк, йыһан тамғалары ҡояш-ай-йондоҙҙар биҙәй.
– Биҙәктәре нимәне аңлата икән?

– Шулай уҡ дүрт мөйөшөн суҡлап ҡуйғандар. Ҡат-ҡат ҡатлаған ептең бер осон ҡуша төйгән биҙәүес булараҡ, суҡ үҙе символ рәүешен үтәй – күп булғанды белдерә, күптең бергә ойошоуын, берҙәмлектә тупланыуҙы аңлата. Атта кәрәк-яраҡ итеп ҡулланыла торған сергетыштың биҙәлешендә ата-бабаларыбыҙҙың йәшәйеш-булмышының сағылышы, тормош фәлсәфәһе һыйған. Эйәр аҫтына һалынған кейеҙҙең өҫтөн сепрәк менән ҡаплап, уныһын үҙ сиратында төҫлө туҡыма киҫәктәренән мөгөҙлө ҡусҡар, өсмөйөш-шаҡмаҡтар менән дүрт яғының да ҡырҙарына ғына һалына. Ғәҙәттә, сепрәк япма үҙе кейеҙҙән бәләкәйерәк алынып, кейеҙе ҡайма булып күренеп тора.
Ҡатын-ҡыҙға тәғәйене ҙурыраҡ, сағыуыраҡ та итеп әҙерләнгән. Оҫталарҙан һәр кем уны үҙенсә текһә лә, сергетыштың биҙәктәре бер үк техникала башҡарылған. Мәҫәлән, түшәк өсөн ҡулланылған кейеҙҙе биҙәүҙә ҡатнашҡан биҙәктәрҙе ҡарайыҡ. Аҡ буй юлаҡтарға тегелгән “һалмалап туралған” төрлө төҫтәге шаҡмаҡ йәки ромб рәүешле буҫтау ҡырҡындылар, бер урында нығынған ныҡлы торған тамға булараҡ, ер, ер эшкәртеү символы булыр. Аҡ юл образы, ғөмүмән, башҡортта киң таралған төшөнсә. Аҡлыҡ, сафлыҡ – иреккә, тыныслыҡҡа, рухиәткә ынтылыш билдәһе, шаҡмаҡтар иһә кешенең был фани донъяла, йәғни ер тормошонда йәшәгән йылдары, үтелгән аҙымдары һанын һынландыралыр, тип фаразларға мөмкин.
Ә япманың үҙәгендә дүрт яғын да уратып алған эрерәк тигеҙ өсмөйөштәрҙән торған һыҙаттар нимәне аңлата? Өҫкә ҡаратылған өсмөйөш – һәр саҡ өҫкә йүнәлеп янған ялҡын телдәре, ут символы ул. Тағы бындай өсмөйөш, тау түбәһенә оҡшаш булғанға күрә, бейеклеккә артылыу, рух күтәренкелегенә ишара булһа, бер үк ваҡытта ир-ат тамғаһы ла ул. Уларҙың тигеҙ бер рәткә теҙелеүе йәнтөйәген яҡларға, ҡурсаларға һәр саҡ әҙер, кәрәк саҡта яуға күтәрелер өсөн сафҡа баҫҡан ғәскәрҙе күҙ алдына килтерә...
Ошо өсмөйөштәрҙең бер рәткә ярышлап теҙелеүенән, һәр икеһенең араһында түбәһе аҫҡа ҡарай йүнәлгән, йәғни түңкәрелгән өсмөйөштәр хасил була. Һыу йыйылып ятыр соҡор-саҡыр, һауыт-һаба төҫмөрләнә уларҙа, шуға күрә эзотерикала өсмөйөштөң был төрө Ер йөҙөндә йәшәү сығанағы булған һыу, ҡатын-ҡыҙ символы булараҡ ҡабул ителгән. Ошо ике төрлө өсмөйөштәрҙең бер сафта үҙ-ара ярашып, төҙөк биҙәк-һыр барлыҡҡа килтереүе – йәшәүҙең нигеҙендә ятҡан ут һәм һыу, ир-ат һәм ҡатын-ҡыҙ башланғысы, фанилыҡтың һәм рухиәттең мәңге айырылмаҫ ҡиммәттәр икәнен сағылдырған фәлсәфәнең сағылышы ул.
Бына ошондай ҡорама әйберҙәр һәр өйҙә булырға тейеш, сөнки уларҙың энергетикаһы, йылыһы, күңел һәм күҙ нуры ғаилә ағзаларын йортона тартып тора, нурлы мөхиткә саҡыра. Шуға ла мин, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары ҡул эштәре, ҡорама менән мотлаҡ шөғөлләнергә тейеш, тигән фекеремде һәр саҡ әйтә, яҙа киләм. Үҙемдең өйөм дә ошо әйберҙәр менән тулған. Балаларыма, яҡындарыма бүләк итәм. Беҙҙең “Кәрәҙ”ҙә шөғөлләнгән апайҙарҙың һәр береһе шулай уҡ балаларына тәғәйен эшләп бүләк итте, ҡунаҡтарға ла тараталар. Ҡул эшенең айырым бер көсө, нуры барлығын беҙҙең халыҡ электән үк яҡшы аңлаған.


Үләндәр – ул тыуған ер ҡото


– Рәшиҙә апай, үләндәрҙең шифаһы хаҡында ентекләберәк һөйләгеҙ әле?

– Быйылғы йыл бигерәк бәрәкәтле булды. Сәскә атмаған ағас ҡалманы, үләндәр хуш еҫ биреп ултыра, шуға күрә ошо хәтлем байлыҡты йыймаһаң, үҙе гонаһ булыр. Рамаҙан да май айына тура килде, әллә шуның да берәй хикмәте булдымы, әммә быйылғы йыл, ысынлап та, айырым бер ниғмәте менән килде. Майҙан уҡ үләндәрҙе йыйып, киптерә башлайым.
Баҡсамда ла байтаҡ үлән үҫә, хатта ҡырағайҙарын да алып ҡайтып ултыртҡанмын. Һәр саҡ урманға сығырға мөмкинлек тә булмауы ихтимал, шуға эргәләгеләрен йыя һалам.
Ябай кесерткәндән башлайым. Апрель аҙағында уҡ кесерткән кәтлиттәре бешереп ашап алдыҡ. Шунан фәрҙә үләне сыға, баллы балтырған тип тә йөрөтәләр. Уны ҡамырға һалып, көлсә итеп тә бешерәм. Ураҙа тотҡанда балтырған, ҡаҡы менән бигерәк рәхәтләндем. Әле былай итеп бешереп ебәрәм, әле икенсе ашҡа ҡушам. Был үләндәрҙән үҙ мәлендә ризыҡ бешереп ашау – кеше организмына үҙе бер файҙа. Ит ашауҙан туҡтап, ошо тәбиғәт байлыҡтары менән туҡландым. Былары – тап яҙын бешереп ашай торғандары. Әйткәндәй, уларҙы һыуытҡысҡа йә туңдырғысҡа ҡуйып, ҡышҡылыҡҡа ла әҙерләйем. Тәмле, танһыҡ ризыҡ булып тора. Ә инде киптерә торған үҫемлектәр беҙҙә етерлек.
– Үләндәрҙе генә түгел, тимәк, башҡа үҫемлектәрҙе лә киптерәбеҙме?

– Эйе, мәҫәлән, быйыл муйыл сәскәгә ҡойоноп ултырҙы. Уны мул итеп киптерҙем. Ҡышын шул сәскәнең бер тәлгәшен генә сәйгә һалып ебәр, шунда уҡ өйгә еҫе тарала, ул беҙҙе йәмле йәйҙәргә әйҙәй, һалҡындарҙа муйыл сәйҙәренән ауыҙ итеү – үҙе бер йәм, үҙе бер тәм. Сейә сәскәләрен дә шулайтып киптерәм.
Әммә ишек алдындағылар менән генә риза булып торамы ни күңел, урманға ла юлланам. Электән беҙҙең халыҡта матур йола булған: ете үләндән торған сәй әҙерләп алып ҡалыу. Уның файҙаһы иҫ киткес ҙур: иммунитетты ла күтәрә, кәйефкә лә, хәл-торошҡа ла ыңғай йоғонто яһай. Ана шул ете үләндән торған сәйҙең еҫе ныҡ тарала.
– Эйе, һиҙәм генә түгел, бер фитобарға барып индемме әллә, тип кереп киләм. Рецебы ниндәй ул үлән сәйенең?

– Ҡырағай еләк үләне, ҡырағай сейә, ҡырағай бөтнөк, бөрлөгән, ҡурай еләге япраҡтары, мәтрүшкә, әлморон. Йыйып алып, ҡайтыу менән туңдырғысҡа һалам, бер-ике тәүлек туңып ятып торалар, аҙаҡ алып, электр ит турағыстан үткәрәм. Шунан газдың духовкаһына ҡуям да шатырлап кипкәнсе түгел, янында көйләп кенә тороп, киптереп алам. Шунан алып еләҫ кенә ҡояш төшкән урынға ҡуям. Шунда бер көндә үҙе яйлап ҡына әҙер була ул. Бая әйткән янсыҡтарға һалып, сәйҙе күстәнәскә лә бирергә мөмкин. Быяла һауыттарға һалып һаҡлайым.
– Магазин сәйе эсәһегеҙме?

– Юҡ, тип әйтергә лә була. Төнгө тәүәрих намаҙҙарын уҡыған ваҡытта йоҡо килтермәҫ өсөн, ураҙа ваҡыттарында эсеңкерәнем ул сәйҙе. Берәй ҡунаҡ килһә һәм үлән сәйе эсмәһә, шундай осраҡтар өсөн тотам инде. Шунан ит турағыстан үткәрмәйенсә лә киптерә торғандары була. Кәзә һаҡалын, мәҫәлән, киптереп, балалар йүткергәндә файҙаланам. Үҙем дә бик яратып эсәм. Йылан тамырын (шалфей) күп итеп йыям. Былар барыһы ла – беҙҙе уратып алған донъяның тәбиғи байлыҡтары. Рәхәтләнеп файҙалан да файҙалан.
– Халыҡ ҡулланмаған үләндәр бармы?

– Ҡаҙаяҡты шулай тип атап булыр ине. Күптәр уның үҙенсәлекле тәме булған үҫемлек икәнен белеп тә бөтмәй. Халыҡ үләндәрҙең файҙаһы хаҡында күберәк белһен тип википедияға ла яҙып ҡуйҙым әле. Бына ошо ҡаҙаяҡты килгән кешеләргә ашатып ҡарайым. Кемгәлер тәме оҡшай, икенселәр аптырап китә. Ошо үләнде йыйып алам да тоҙ менән ҡуша болғап, эмаль һауытҡа һалып, өҫтөнән таш баҫтырып ҡуям. Бер-ике көндән уның һуты сыға. Йыйылғанын түгеп, яңынан тоҙ менән болғап һалып ҡуям. Шунан бер нисә көн тотоп, банкаларға тултырып, икенсе һутын өҫтөнә ҡуйып, ябам. Ҡышҡылыҡҡа ул бик тәмле ризыҡ була. Ашар алдынан, киреһенсә, тоҙон сығарып, йыуып алам да һарымһаҡ, май ҡушам. Ит ҡыҙҙырһаң да, бәрәңге ҡурһаң да, араһына һалып ебәрһәң, тәмле була. Йәнә был үләнде киптереп тә була.
– Уның файҙаһы нимәлә?

– Себерҙә экологик ойошмала йәшәп, эшләп ҡайтҡайным. Унда яҙ башында бөтә халыҡ ҡаҙаяҡ йыйырға сыға. Себерҙә ул бик бейек булып үҫә. Унда был үҫемлекте тонналап дәүләткә тапшыралар. Йөҙәр меңләп аҡса эшләйҙәр, экспортҡа Японияға сығаралар. Был үләндән урындағы халыҡ матди файҙа күрһә, сит илдә уның шифаһына ҡыҙалар.
Ҡаҙаяҡ – микроэлементтарға иң бай үҫемлектәрҙең береһе. Был хаҡта интернетҡа инеп уҡый алаһығыҙ. Кешенең организмына иң кәрәкле нәмәләр ошо үләндә тупланған. Уны өҙөп алып ашаһаң да, киптереп эсһәң дә, аш итһәң дә файҙалы. Мөмкин тиклем майҙа, июндә, июлдә үләндәрҙе йыйып ҡалырға тырышырға кәрәк.


Бөрйән районы.
Читайте нас: