Башҡорт донъяһы
9 Август 2020, 12:00

Өләсәй һандығында ниҙәр бар?

Боронғо күлдәк, ҡорама, күкрәксәләр яҡшы һаҡланған, әйтерһең дә, кисә генә кейеп йөрөп, бөгөн һандыҡҡа һалып ҡуйғандар...

Салауат районының Лағыр ауылында йәшәгән Мәүлиә Яруллина өләсәһе һандығына йәшеренгән серҙәр менән уртаҡлашҡан. Ул боронғо ғаилә һандығында, төнъяҡ – көнсығыш башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының милли кейемдәрен күҙ ҡараһындай һаҡлап, ошо көндәргә тиклем килтереп еткергән.
Рәхмәт, Мәүлиә Ахунйән ҡыҙына! Боронғо күлдәк, ҡорама, күкрәксәләр яҡшы һаҡланған, әйтерһең дә, кисә генә кейеп йөрөп, бөгөн һандыҡҡа һалып ҡуйғандар.Хеҙмәт ветераны,”Мираҫ” фольклор ансамбле етәксеһе үҙенең коллекцияһын яҡташтары ҡарамағына сығарып дөрөҫ эшләгән. Бындай матурлыҡты һандыҡҡа бикләп тоторға ярамайҙыр.”Салауат ерендә” гәзитенең сос хеҙмәткәрҙәре боронғолоҡто һаҡлаған милли кейемдәрҙе күрә һалып, фотоға төшөрөргә лә өлгөргән.
Шамил Әхмәтшин фотоһы.
Читайте нас