Башҡорт донъяһы
26 Августа 2020, 18:00

Визорҙарҙа - башҡорт биҙәктәре

Эльвира Ишморатова етәкселегендәге “Stikhia” студияһы башҡорт орнаменттары менән биҙәлгән визорҙар тәҡдим итте.

Ошо көндәрҙә Өфөлә генә түгел, Рәсәйҙә беренсе тапҡыр ғәҙәти булмаған мода күрһәтеү үтте: Эльвира Ишморатова етәкселегендәге “Stikhia” студияһы башҡорт орнаменттары менән биҙәлгән визорҙар тәҡдим итте.
Визорҙар бөгөнгө көндә коронавирус инфекцияһынан һаҡланыу сараһы булараҡ киң ҡулланыла. Өфө дизайнерҙары уларҙы сулпылар менән биҙәгән.
“Мода бөгөнгө ысынбарлыҡҡа яраҡлаша, ә беҙ трендтар булдырабыҙ. Беларусия, Австрия, Израиль, Италия илдәрендәге фотографтар, дизайнерҙар менән хеҙмәттәшлек иткәндән һуң Өфөлә сағыу, ҡыйыу ижади идеяны бойомға ашырыу теләге тынғы бирмәй ине. Үҙ-үҙеңде изоляциялау режимы тамамланғас та, баш ҡала дизайнерҙары менән арт-микс төҙөнөм. Халыҡ-ара кимәлдәге хеҙмәттәшлек мине яңы ҡыйыу уйҙарға дәртләндерҙе. Үҙебеҙҙең башҡорт орнаменттарын заманға яраҡлаштырып, киңерәк майҙанға сығарыуға үҙ өлөшөбөҙҙө индерә алыуыбыҙға шатбыҙ”, – ти Эльвира Ишморатова.
Уның ҡул аҫтындағы “Stikhia” студияһы күптән түгел генә Рәсәйҙең төп мәғлүмәти порталдарының иғтибарын йәлеп иткән фотопроект төҙөү менән уңыш ҡаҙана, бөгөн килеп этновизорҙар күптәрҙә ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра. Әйткәндәй, уларҙы билдәле рәссам, пандемия осоронда Башҡортостан дауаханаларын бушлай визорҙар менән тәьмин иткән Илдар Ғатауллин етештерә.
Фото: “Бәйләнештә”.
Читайте нас